26 июль
көнө
26 июль — григориан стиле буйынса йылдың 207-се (кәбисә йылында 208-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 158 көн ҡала.
26 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ниғмәтуллин Рәфиҡ Тәлғәт улы (1950), ғалим-анатом. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1990 йылдан хәҙерге «Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Иванов Александр Ильич (1960), ғалим-ветеринария табибы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Пугачёв ауылынан.
- Алһыу Бәхтиева (1970), театр актёры, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004).
- Яковлева Марина Петровна (1965), ғалим-химик. 1988 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рөстәм Булатов (ижади псевдонимы «Тэм»; 1980), йырсы, 1997 йылдан «Lumen», 2014 йылдан — «23» төркөмө вокалсыһы һәм йыр текстары авторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (1897—4.11.1941), журналист, әҙәбиәт белгесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Әбүбәкерова Суфия Фиҙаил ҡыҙы (1957), табип һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1999-2016 йылдарҙа Архангел район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 2012 йылдан район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Плеханов Игорь Александрович (1933—2.08.2007), спортсы, мотоспорт буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2004).
- Зиннуров Рафаил Нариман улы (1953), Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы, скульптор. Юридик фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдарынан Федерация Советы ағзаһы, (2013 йылдан), Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса Комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1805: Константин Брумиди, АҠШ рәссамы.
- 1815: Роберт Ремак, Германия ғалим-эмбриологы, невропатолог.
- 1844: Илья Репин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1856: Джордж Бернард Шоу, Бөйөк Британия яҙыусыһы, драматург, Нобель премияһы лауреаты.
- 1875: Антонио Мачадо-и-Руис, Испания шағиры.
- 1875: Карл Густав Юн, Швейцария психиатры, психолог һәм философ.
- 1885: Андре Моруа, Франция яҙыусыһы.
- 1890: Дэниел Дж. Каллаган, АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ флоты эшмәкәре, контр-адмирал.
- 1900: Аделина Адалис, СССР шағиры, яҙыусы, тәржемәсе.
- 1900: Жак Феврие, Франция музыканты, пианист.
- 1920: Константин Рудницкий, СССР-ҙың театр тәнҡитсеһе һәм тарихсыһы.
- 1928: Стэнли Кубрик, АҠШ кинорежиссёры, продюсер.
- 1945: Хелен Миррен, Англия актрисаһы, «Оскар» премияһы эйәһе.
- 1955: Әсиф Әли Зардари, дәүләт эшмәкәре, 2008—2013 йылдарҙа Пакистан президенты.
- 1955: Александр Старков, СССР футболсыһы, Латвияның футбол тренеры.
- 1970: Андрей Григорьев-Апполонов, Рәсәй йырсыһы, «Иванушки International» төркөмө солисы.
- 1980: Дэйв Бэкш, Канада музыканты, «Sum 41» панк-рок төркөмө гитарисы.
- 1985: Гаэль Клиши, Франция футболсыһы, «Истанбул Башакшехир» клубы һәм ил йыйылма командаһы һаҡсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1970: Әхмәтзәки Вәлиди Туған, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе.
- 2013: Суң Чжә-ки, Көньяҡ Корея йәмәғәт эшмәкәре, хоҡуҡ яҡлау һәм граждандар активисы.