18 апрель
көнө
18 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 108-се (кәбисә йылында 109-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 257 көн ҡала.
18 апрель | |
![]() |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Матвеев Николай Михайлович (1925—1987), хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Троллейбус идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Ишмәева Элеонора Әхмәт ҡыҙы (1940), ғалим-химик-органик. 1962 йылдан Ҡазан дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан фәнни тикшеренеү лабораторияһы мөдире; 2005 йылдан — А. М. Бутлеров исемендәге Химия институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Бер үк ваҡытта 1992—2008 йылдарҙа Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1982), профессор (1991). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғайсина Гүзәл Иншар ҡыҙы (1955), ғалим-педагог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан социаль педагогика кафедраһы мөдире. Педагогика фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Худяков Александр Алексеевич (1906—6.04.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк батальонының механик-водителе, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәфәров Марс Ғиләж улы (1937), ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Кәримов Мәсғүт Шәриф улы (1947), энергетик, Башҡорт АССР-ының һәм «Рәсәйҙең Берҙәм энергетика системаһы»ның (РАО «ЕЭС России») атҡаҙанған энергетигы.
- Савельев Владимир Андреевич (1947—5.11.2020), театр актёры, мәҙәниәт эшмәкәре. 1990 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры, 1995—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ҡаранторау ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дауыт Юлтый (1893—10.07.1938), башҡорт яҙыусыһы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Овчинников Григорий Семёнович (1898—25.07.1943), Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында] ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир-ҡыҙылармеец, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы (1928—18.07.1996), педагог-методист. 1985—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы инспекторы, дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1975) һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мөлкәт ауылынан.
- Сәйетов Юрис Солтанғәли улы (1948), педагог, йәмәғәт эшмәкәре, «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, Яңауыл районы удмурт йәмәғәт-мәҙәни үҙәге рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Яңауыл районының почётлы гражданы (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Акатьев Юрий Васильевич (1939—29.11.1999), ғалим-социолог, 1973―1999 йылдарҙа Өфө авиация институты — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Дуброво ауылынан (хәҙер бөткән).
- Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (1944—18.02.1993), кинорежиссёр, 1991—1993 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе.
- Салова Светлана Алексеевна (1954), ғалим-урыҫ әҙәбиәте белгесе, 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Низаметдинов Шамил Рауил улы (1959), ғалим-инженер‑төҙөүсе, 1994—2002 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылынан.
- Хәйбуллина Лилиә Салауат ҡыҙы (1974—6.05.2007), ғалим-ботаник (альголог), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты, доцент.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1605: Джакомо Кариссими, Италия композиторы.
- 1795: Василий Плаксин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, әҙәбиәт тарихын өйрәнеүсе, тәнҡитсе һәм педагог.
- 1907: Рожа Миклош, Венгрия һәм АҠШ композиторы.
- 1930: Натан Эйдельман, СССР тарихсыһы, яҙыусы.
- 1930: Александр Янов, яҙыусы, тарихсы һәм политолог, Нью-Йорк университетының сәйәси фәндәр профессоры.
- 1930: Пол Ротшильд, АҠШ-тың музыка продюсеры.
- 1940: Владимир Васильев, балет артисы, балетмейстер, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1940: Джозеф Голдштейн, АҠШ-тың молекуляр генетика ғалимы, Нобель премияһы лауреаты (1985).
- 1940: Эдуард Ханок, СССР һәм Белоруссия музыканты, композитор.
- 1945: Джанет Каган, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Владимир Каминский, СССР спортсыһы, велосипедта ярышыусы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионы.
- 1950: Григорий Соколов, пианист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1955: Майк Науменко, СССР-ҙың рок-музыканты, «Зоопарк» төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе.
- 1965: Әлфинур Ғәлиәкбәрова, ғалим-иҡтисады. 2018 йылдан Яр Саллы дәүләт педагогия университеты ректоры.
- 1985: Елена Темникова, Рәсәй йырсыһы, автор-башҡарыусы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1945: Шәмғолов Ғәттәх Ғәфүрйән улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 1955: Альберт Эйнштейн, физик-теоретик, заман теоретик физикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.