Башҡорт милли хəрəкəте

(Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте битенән йүнәлтелде)

Башҡорт милли хəрəкəте — 19171921 йылдарҙа башҡорттарҙың Башҡортостан автономияһы өсөн көрәше.

Шарттары үҙгәртергә

1917 йылдың февралендә Рәсәй империяһында революция була һәм сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Был ваҡиғалар ил халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, демократик хәрәкәттәре барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. Башҡа милли хәрәкәттәрҙән айырмалы рәүештә, башҡорт милли хəрəкəте башҡорттарҙың XVII—XIX быуаттарҙағы колониялаштырыуға ҡаршы көрәшкә (Башҡорт ихтилалдары, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) һ. б.) нигеҙләнеп, бойондороҡһоҙлоҡ сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли хәрәкәт идеологияһының төп талабы булып XVII—XX быуаттар араһында алып барылған Рәсәй хөкүмәтенең колониялаштырыу сәйәсәте арҡаһында башҡорттарҙың ергә ҡарата юғалған хоҡуҡтарын тергеҙеү, аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреү торған[1].

Башҡорт милли хəрəкəтенең әйҙәүсе һәм йүнәлеш биреүсе көсө булараҡ башҡорт интеллигенцияһы һәм мосолман руханиҙар алда тора. Улар Башҡортостан милли‑территориаль автономияһын төҙөү өсөн сығыш яһаған[2].

Тарихы үҙгәртергә

Башҡорт милли хəрəкəте үҫеше дүрт осорға бүленә:

  • демократик осор (май 1917 — февраль 1918)
  • большевиктарға ҡаршы көрөш (февраль 1918 — февраль 1919)
  • совет осоры (февраль 1919 — июль 1920)
  • баш күтәреү (июль 1920 — июнь 1921)

Демократик осор үҙгәртергә

1917 йылдың февралендә Рәсәйҙә революция була. Сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында башҡорттар, үҙ аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙы координациялау өсөн, махсус комитеттар төҙөй. Был комитеттар Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнашасаҡ башҡорт делегаттары өсөн наказ әҙерләйҙәр[3].

1917 йылдың 10 майында Мәскәү ҡалаһында I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезының башҡорт делегаттары тарафынан Башҡорт өлкә бюроһы ойошторола. Бюроның төп маҡсаты башҡорттарҙың милли хəрəкəте менән етәкселек итеү була. Бюро май уртаһынан алып ул Ырымбур ҡалаһында урынлаша. 1917 йылдың 26 июнендә ойошманың исеме Башҡорт халҡы союзы бюроһы тип үҙгәртелә. Ойошма улус советтарын — төбәк шураларын төҙөү һәм 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайына делегаттар һайлау үткәреү менән шөғөлләнә. Уның баҫма органы «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» гәзите була. Бюро ағзалары булып Ю. С. Бикбов, Ю. Ю. Бикбов, Ә. Ә. Вәлидов, С. С. Иҙелбаев, А. С. Дәүләтшин, Ғ. М. Ҡыуатов, Х. Игликов, А. Н. Йәғәфәров, У. М. Ҡыуатов, С. Ғ. Мерәҫов һәм Ғ. И. Мутин була[4].

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Постановления Учредительного курултая

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында I Бөтә башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Съезда башҡорттар күпселекте тәшкил иткән улустарҙан икешәр делегат һайлана. Ҡоролтайҙа барлығы 70 делегат ҡатнаша. Съезд Башҡорт мәркәз шураһын (Башҡорт өлкә советын) ойоштора[5] һәм уның башҡарма комитетын һайлай. Улустарҙа мәркәз шураһының бүлектәре төҙөлә һәм уның баҫма органы — «Башҡорт» гәзите ойошторола. Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза булараҡ Ш. Ә. Манатов (рәйес), Ә. Ә. Вәлидов, Ғ. И. Мутин, У. М. Ҡыуатов, С. Ғ. Мерәҫов, И. И. Мутин һәм уларҙың ярҙамсылары булараҡ Й. Ғ. Әмиров, Н. Т. Таһиров, Я. Ш. Сәлихов һайлана[6]. Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: Башҡортостан милли-территориаль автономияһы, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа ҡатнашыу, Беренсе донъя һуғышын аннексия һәм контрибуцияларһыҙ туҡтатыу, милли ҡораллы көстәрен ойоштороу, ерҙе социализациялау, 1917 йылға тиклем башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарып биреү, Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы национализациялау, Бөтә Рәсәй мосолман шураһында башҡорттарҙың вәкиллеге, улус шуралары эшмәкәрлеге, башҡорт халҡын иҫәпкә алыуҙы үткәреү, милли валюта һәм милек фондын булдырыу, дөйөм түләүһеҙ урта белем биреү, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы хаҡында. Яңы съезды Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә[7].

1917 йылдың 25—29 авгусында Өфөлә II Бөтә башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Унда 100-гә яҡын делегат ҡатнаша. Съезд Башҡорт мәркәз шураһының рәсми резиденцияһы итеп Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы билдәләй, Өфөлә (етәксеһе — Ф. Ә. Әхмәҙуллин) һәм Силәбелә (етәксеһе — Н. Т. Таһиров) шураның секретариаттары ойошторола. Башҡорт мәркәз шураһының яңы составы — ағза булараҡ Ш. Ә. Манатов (рәйес), Ә. Ә. Вәлидов (рәйес урынбаҫары), Ш. М. Бабичев (сәркәтип), Х. Ғ. Ғәбитов, К. Кәбиров, Ғ. В. Хәсәнов, С. Ғ. Мерәҫов, Н. Т. Таһиров, Ә. Ғүмәров, М. Ғ. Смаҡов, Ф. Дәүләтшин, С. С. Атнағолов һәм ағзалыҡҡа кандидат булараҡ Ю. Ю. Бикбов, Ғ. Ғирфанов, Ш. Биккузин, А. Әлимғолов һайланған[8].

Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: милли берҙәмлек, башҡорттарҙы сәйәси, социаль һәм мәҙәни йәһәттән тергеҙеү; Башҡорт милли хәрәкәтенең милли-территориаль автономияға өлгәшеүгә йүнәлешен һаҡлап ҡалдырыу тураһында[9], Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәтен яҡлау[10]) һәм башҡалар тураһында[7]. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналары башҡорттарынан кандидаттар исемлеген раҫлау. 1917 йылдың көҙөндә «Федералист-башҡорттар» исемлегенән Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутат итеп Ш. Ә. Манатов, Ә. Ә. Вәлидов, Ғ. Ф. Фәхретдинов һәм Ғ. М. Ҡыуатов һайлана[11].

1917 йылдың 25 октябрендә (яңыса — 7 ноябрендә) илдә йәнә революция күтәрелә һәм большевиктар власҡа килә. Башҡорт мәркәз шураһы был осорҙа 1-се һанлы фарман ҡабул итә. 1917 йылдың 15 ноябрендә (яңыса — 29 ноябрендә) Башҡорт мәркәз шураһы Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналары территорияһында Башҡортостан милли-териториаль автономияһы тураһында иғлан итеүсе 2-се һанлы фарманды ҡабул итә. Фарманға ярашлы ғәскәрҙәр, банктар, тимер юлдары, почта, телеграф, һалымдар йыйыу Башҡортостан дәүләт органдары ҡарамағына бирелә. Губерналар һәм өйәҙҙәргә административ бүленеш кантондарға бүленеү менән алыштырыла[12].

 
III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы делегаттары. Ырымбур, 1917 йылдың декабре.

1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы уҙғарыла. Съезда 223 делегат ҡатнаша, күҙәтеүселәр сифатында II Бөтә ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезы һәм Милләт мәжлесе вәкилдәре була. Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: Башҡортостан автономияһын раҫлау; йыл һайын 15 ноябрҙә автономия иғлан итеү көнөн байрам итеү; федератив Рәсәй республикаһы составына инеү; Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Төркөстандың Рәсәй составында союз дәүләтенә берләшеү мөмкинлеге; Башҡорт мәркәз шураһының вәкәләттәре, Башҡорт ғәскәрен һәм милиция ойоштороу тураһында. Съезд ерҙе социализациялау, кантон идаралығы, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф тураһында ҡарарҙар ҡабул итә, автономияның предпарламентына — Кесе Ҡоролтайға ағзалар һайлай һәм Башҡорт Хөкүмәте составын раҫлай[7].

18 декабрҙә съезд делегаттарының бер өлөшө «Тулҡын» йәштәр ойошмаһын төҙөй, уның рәйесе итеп Ш. М. Бабичев һайлана.

Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай дәүләт идаралығы учреждениеларын ойоштороу һәм Башҡорт ғәскәрен төҙөү эшен башлай, был эш барышында улар күп кенә ҡаршылыҡтарға — өйәҙ һәм губерналарҙа Рәсәй төбәк власть органдарының, Рәсәй мосолман халыҡтарының мәҙәни-милли автономияһы яҡлыларҙың ҡаршылығына — юлығалар.

1917 йылдың декабрь аҙағында Ш. Ә. Манатов, Бөтә Рәсәй Ойоштороусы йыйылышы депутаты булараҡ, Башҡортостан автономияһын РСФСР тарафынан танылыуына ирештерер өсөн Петроградҡа ебәрелә, әммә тиҙҙән ВЦИК Бөтә Рәсәй Ойоштороусы йыйылышын таратыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1918 йылдың 7 ғинуарында Манатов В. И. Ленин менән осраша, Ленин башҡорт милли хәрәкәтен контрреволюцион тип иҫәпләмәй һәм «әгәр ҙә И. В. Сталин менән берлектә эш итһәгеҙ, теләгеҙ тормошҡа ашасаҡ» тип әйтә[13]. Ш. Ә. Манатов РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты (Наркомнац) составына инә, 1918 йылдың 27 ғинуарында Наркомнац Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы башҡорттарға ҡайтарыуы — Башҡорт мәркәз шураһы идаралығы аҫтына биреү тураһында декретты ҡабул итә[14]. Манатов үҙәк властарының Башҡортостан Совет Республикаһын төҙөү буйынса саралар ҡарарға әҙер булыуы тураһында Башҡорт хөкүмәтенә телеграф аша хәбәр итә. 1918 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт хөкүмәте артабанғыса яуап итеп телеграмма ебәрә: «Высокую власть Советов принимаем, при возможности самостоятельно заниматься нашими внутренними делами, образовать собственный полк». Тиҙҙән Шәриф Манатов ашығыс рәүештә Башҡортостан автономияһы проектын төҙөр өсөн Ә. Ә. Вәлидов етәкселегендә комиссия ойоштороп, илдең баш ҡалаһына килеүен һорап, йәнә телеграмма яҙа[15]. Ләкин ваҡиғалар икенсе яҡҡа үҙгәрә, төбәктә милли хәрәкәт эшмәкәрлеге башҡорт милләтселеге һәм сепаратизм күренеше тип баһалана, һәм 1918 йылдың февралендә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты рәйесе бойороғона ярашлы Башҡорт хөкүмәте ағзалары ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла.

 
Ә. Вәлиди проекты буйынса Башҡортостан автономияһының сиктәре

1918 йылдың 17 февралендә Ырымбурҙа «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһының һәм Башҡортостан автономияһының кантондарынан башҡорт милли хәрәкәте йәш башҡорт революционер-активистарының дөйөм йыйылышында Башҡортостандың ваҡытлы революцион советы ойошторола. 1918 йылдың мартында Башҡортостан ваҡытлы революцион советы «Башҡортостан автономияһы проекты»н төҙөү һәм уны раҫлау буйынса РСФСР хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып бара. БВРС-тың баҫма органы булып «Башҡурдистан» гәзите торған. Төбәктәге Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма комитеты Башҡортостан ваҡытлы революцион советының эшмәкәрлеге Башҡорт Хөкүмәтенекенән бер нисектә айырылмай тип баһалана һәм ул 30 мартта БВРС-ты таратыу тураһында бойороҡ сығара. Шулай ҙа БВРС үҙенең эшен май башына тиклем Стәрлетамаҡта дауам итә[16].

1918 йылдың 2 мартында Орск өйәҙе Баймаҡта Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитетының рәйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса башҡорт полкын ойоштороусы Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре ҡулға алына. 7 мартта Кесе ҡоролтай ағзалары Ғ. С. Иҙелбаев, Ғ. С. Мағазов һәм уларҙың кәңәшсеһе булған 5 поляк офицеры атып үлтерелә, ә Х. Ғ. Ғәбитов, У. Йәһүҙин, М. К. Әҙеһәмов һәм 2 поляк һаҡ аҫтында ҡалдырыла, илленән ашыу башҡорт һалдаты азат ителә, 9 мартта уларҙың унауһы үлтерелә. Орск өйәҙендәге был ваҡиғалар Башҡорт ғәскәрен төҙөүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ итә[17].

1918 йылдың апрель башында Ырымбурҙы Ә. Б. Ҡарамышев етәкселегендә башҡорт һәм казак отрядтары алған ваҡытта, Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итәләр.

Антибольшевик осор үҙгәртергә

Большевиктар властҡа килеүе төбәктә яңы ҡаршылыҡтар тыуҙыра: Өфө, Стәрлетамаҡ, Златоуст, Бөрө (Борай ихтилалы), Силәбе (Ҡорбанғәлиевтар етәкселегендә), Бәләбәй һәм башҡа өйәҙҙәрҙә антибольшевик күтәрелештәре була[18].

1918 йылдың 15—17 майында Ҡостанай ҡалаһында башҡорт һәм ҡаҙаҡ (Алаш автономияһы) милли хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе була, бында берлектәге контреволюцион көрәште ойоштороу тураһында фекер алышҡандар.

Урал‑Волга буйында совет власы ҡолағандан һуң, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы барышында Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы эшмәкәрлеген яңынан башлай. 1918 йылдың йәйен-көҙөндә Башҡортостан территорияһында В. К. Блюхерҙың, ағалы-ҡустылар Н. Д. һәм И. Д. Кашириндарҙың һәм башҡаларҙың партизан отрядтары хәрәкәт иткәндәр, улар бигерәк тә башҡорт халҡына ҡарата ҡаты аяуһыҙлыҡ күрһәткәндәр[19].

«Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәғәжәте»ндә, большевиктар башҡорт халҡын талауҙа һәм автономияны бөтөрөүҙә ғәйепләнә. Был мөрәжәғәт халыҡты, ғәскәр төҙөп, үҙ ерҙәрен, илен, динен һәм автономияһын һаҡларға саҡыра. 1918 йылдың 12 июнендә (элеккесә — 31 майҙа) Силәбе ҡалаһында 216-сы һанлы фарманға ярашлы Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге эргәһендә Башҡорт хәрби шураһы (советы) ойошторола. Хәрби шура составына интендант, мобилизация, хужалыҡ, суд, строевой, артиллерия, инженер, хәрби‑өйрәтеү бүлектәре, айырым бүлек, хәрби тикшереү һәм хәрби табибтар комиссиялары инә[20]. Шура кантондарҙа 13 ирекле отрядтарын төҙөй[21].

 
Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы

1918 йылдың июлендә Омск ҡалаһында Ваҡытлы Себер хөкүмәте яғынан Башҡортостан автономияһын таныу һәм Башҡорт ғәскәрҙәренә ярҙам итеүҙе ойоштороу маҡсаты менән башта Ғ. Ғәбитов, һуңынан Ә. Ә. Вәлидов һәм С. С. Мағазов һөйләшеүҙәр алып баралар. Һөҙөмтәлә Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөлә. Атаман А. И. Дутов етәкселегендәге Ырымбур казак хәрби хөкүмәте автономияға ҡаршы булмаҫлығын белдәрә. Үҙен Рәсәй Демократик Федератив Республикаһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменән эш итеүсе юғары власть тип иғлан иткән Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч) Башҡорт хөкүмәтен[22] һәм Башҡортостан милли-территориаль автономияһын таный[23].

Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың 7 сентябрендә Ырымбур ҡалаһында 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы һәм Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкынан торған Башҡорт айырым корпусын булдыра. Октябрҙә уның составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2‑се Башҡорт кавалерия һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары инә. Корпустың командующийы итеп генерал-лейтенант Х. И. Ишбулатов тәғәйенләнә. Башҡорт айырым корпусы частары Халыҡ армияһы составында Орск ҡалаһы өсөн һәм Аҡтүбә фронтындағы һуғыштарҙа, Сызрань ҡалаһын обороналауҙа һ. б. ҡатнаша[24].

1918 йылдың сентябрендә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә һәм Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен төҙөүҙә ҡатнаша. Кәңәшмәлә «Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһындағы акт» ҡабул ителә, Башҡорт хөкүмәте исеменән уға И. М. Солтанов ҡул ҡуя. Был актҡа ярашлы 23 сентябрҙә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола[25].

1918 йылдың ноябрендә адмирал А. В. Колчак үҙен Рәсәй Дәүләтенең Юғары хакимы һәм Рус армияһының Юғары баш командующийы тип иғлан итә. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеген туҡтатыу, Башҡорт ғәскәрен таратып, Рәсәйҙең Хәрби көстәре составына индереү тураһындағы закон акттарын раҫлай[26]. Башҡорт милли хəрəкəте етәкселәре был бойороҡтарҙы үтәүҙән баш тарта һәм, үҙҙәренең эшен дауам итеп, совет хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр була[27].

Совет осоро үҙгәртергә

Большевиктар менән һөйләшеүҙәр башлар өсөн фронт һыҙығы аша Башҡорт хөкүмәте исеменән Г. Б. Ҡарамышев һәм С. С. Атнағолов ебәрелә, әммә илселәрҙең юлдары уңмай. 1919 йылдың ғинуарында Өфө Ҡыҙыл Армия ҡулына күсә, һәм Башҡорт хөкүмәте Өфө ҡалаһына М. Д. Халиҡов менән Х. Сәғитовтарҙы ебәрә. Башҡорт вәкилдәре урындағы совет власы органдары һәм Ҡыҙыл Армия етәкселеге менән бәйләнешкә инеп, һөйләшеүҙәр башлай. Һәм Халиҡов менән Сәғитов Өфө губерна революцион комитеты ултырышында ҡатнаша. Бында Милләттәр эштәре комиссариаты (Наркомнац) вәкиле лә була. Башҡорт делегацияһы түбәндәге шарттар тәҡдим иткән: 1) Башҡортостан Совет Республикаһы, 2) Башҡорт корпусы, 3) финанс ярҙам, 4) фронтты Силәбе һәм Троицк ҡалаларына тиклем күсереү. Ошо уҡ мәлдә Өфө коммунистары һөйләшеүҙәр тураһында Мәскәүгә хәбәр итә. В. И. Ленин һəм И. В. Сталин яуап итеп, Өфөгә телеграмма һуға: «Предлагаем не отталкивать Халикова, согласиться на амнистию при условии создания единого фронта с башкирскими полками против Колчака. Со стороны советской власти гарантия национальной свободы башкир полная. Конечно, необходимо наряду с этим строжайше отсечь контрреволюционные элементы башкирского населения и добиться фактического контроля за пролетарской надежностью башкирских войск»[28].

 
Килешеүҙең титул бите

1919 йылдың 30 ғинуарында Өфө губерна башҡарма комитеты Башҡортостан менән РСФСР-ҙың үҙәк органдары араһында килешеү төҙөр өсөн һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә ҡарар итә[29]. Февралдә, Халиҡов Өфөнән ҡайтҡандан һуң, Башҡорт хөкүмәте уның эшмәкәрлеген хуплай һәм РСФСР-ҙың үҙәк органдары менән килешеү төҙөр өсөн һөйләшеүҙәр алып барырға ҡарар итә.

1919 йылдың 26 ғинуарында таратылған 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы полктарынан (3-сө Башҡорт пехота полкынан башҡа) Башҡорт корпусы ойошторола. Корпус составына 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы һәм 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы инә[30].

1919 йылдың 11 февралендә Өфөгә яңы башҡорт делегацияһы юллана. Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. С. Ҡулаев, М. Халиҡов һәм Башҡорт ғәскәре адъютанты Ә. Бикбауов 18—19 февралдә Өфө губревком рәйесе Б. Нимвицкий, РКП(б)-ның Өфө губкомы рәйесе В. Седенков, 5-се армияның Реввоенсоветынан И. Смирнов, Республиканың (РСФСР) Реввоенсоветынан В. Смирнов һәм Милләттәр эштәре буйынса комиссариат вәкиле М. Солтанғәлиев ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрә.

1919 йылдың 20—21 февралендә Орск өйәҙе Темәс ауылында 1-се Бөтә башҡорт хәрби съезы үткәрелә. Съезда Башҡорт ғәскәренән 92 делегат, Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзалары ҡатнаша. Бөтә башҡорт хәрби съезы Башҡорт ғәскәренең төп өлөшө совет хөкүмәте яғына сығыуын һәм РСФСР составында Башҡортостан Совет Автономиялы Республикаһы барлыҡҡа килеүен иғлан итеүҙе хуплай һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитетын ойоштора[31].

Башҡорт вәкилдәре һөйләшеүҙәрҙе Көнсығыш фронттың штабында, Сембер ҡалаһында дауам итә. 1919 йылдың 27 февралендә бында Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре менән Ҡыҙыл Армия командалығы араһында тәү килешеү (предварительный договор) төҙөлә. Артабан башҡорт вәкилдәре Мәскәү ҡалаһына юллана.

1919 йылдың 20 мартында башҡорт делегацияһы яғынан М. Д. Халиҡов, М. С. Ҡулаев һәм Ә. И. Бикбауов, РСФСР хөкүмәте яғынан В. И. Ленин, М. Ф. Владимирский һәм А. С. Енукидзе тарафынан «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла[32]. Килешеүгә ярашлы Башҡортостан автономияһы Совет Автономиялы Социалистик Республика — Башҡорт АССР-ы тип үҙгәртелә[33]. Автономия совет дәүләт ҡоролошо буйынса үҙгәртелә. Башҡорт хөкүмәте вәкәләттәре Башревкомға бирелә.

 
Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө Петроградта. 1919 йыл

1919 йылдың апреленә ҡарата «Аҡтар» Башҡортостан территорияһын йәнә контролгә алалар, Башревком Саранск ҡалаһына эвакуациялана. Ҡыҙыл Армияла, РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендәге 615-се бойороғо буйынса Бәләбәй ҡалаһында, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы ойошторола, командиры итеп Х. Н. Әхмәров тәғәйенләнә. Уның составына 3-сө Башҡорт уҡсылар һәм 3-сө Башҡорт кавалерия полктары; Башҡорт айырым артиллерия дивизионы (3 батарея); запас батальон һәм бәйләнеш ротаһы; 1-се, 2-се һәм 3‑сө Башҡорт уҡсылар полктары; Башҡорт айырым артиллерия дивизионы; бригада мәктәбе һәм башҡалар ингән[34]. Реввоенсовет рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендәге шул уҡ 615-се бойороғона ярашлы Саранск ҡалаһында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы ойошторола, уның составына 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия һәм 1-се һәм 2-се Башҡорт уҡсылар полктары инә[35].

Ҡыҙыл Армияла 1919 йылдың июнендә Башҡортостанда элекке Башҡорт корпусының Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы нигеҙендә М. Л. Мортазин тарафынан Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы ойошторола. Ул Ҡыҙыл армия частарының башҡорт һалдаттарына һәм тыныс халҡын репрессиялауға ҡаршы булып, Аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла һәм Ырымбур армияһы составына инә. Августа Т. Ғ. Имаҡов булышлығында Ҡыҙыл Армия яғына күсә[36]. Петроградта 1919 йылдың октябрендә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө ойошторола, тәүҙә уның составына 3-сө Башҡорт кавалерия полкы, 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 3-сө батальоны, Башҡорт айырым артиллерия дивизионы, 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 2-се һәм 1-се батальондары, һуңыраҡ — Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы инә[37]. Башҡорт милли ҡораллы көстәренең частары Урал, Ҡаҙағстан, Украина, Польша, Петроград фронттарында һуғышҡандар.

1919—1920 йылдарҙа Башревком составына ингән милли хәрәкәт етәкселәре РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында, Ырымбур, Өфө һәм Силәбе губерна хәрби-революцион комитеттарында һәм РКП(б) комитеттарында эшләгән ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан автономияһын юҡ итеү маҡсатында уның абруйын төшөрөү ынтылыштарына ҡаршы көрәшә.

1919 йылдың авгусында Башревком Стәрлетамаҡ ҡалаһына килеп урынлаша, һәм ул Башҡорт АССР-ның тәүге баш ҡалаһы булып китә[38]. I Бөтә башҡорт партия конференцияһында Ә. Ә. Вәлидов айырым Башҡортостан милли партияһын төҙөргә тәҡдим яһай, әммә уның тәҡдиме кире ҡағыла.

1920 йылдың ғинуар уртаһында РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының автономияға ҡаршы тороусы ҡайһы бер ағзалары Башревком рәйесе Х. Й. Йомағолов бойороғо буйынса ҡулға алына. Ләкин улар РСФСР Хәрби-революцион советы рәйесе В. И. Ленин телеграммаһы буйынса азат ителә, Йомағолов вазифаһынан бушатыла. Февралдә автономияла Башревком яҡлылар һәм уға ҡаршы тороусылар араһында ҡораллы бәрелештәр була.

Аҡтар хәрәкәте яғында ҡалғандар үҙгәртергә

 
Башҡорттарҙың хәрби-милли идаралығы етәкселәре[39]. 1920 йыл

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡайһы бер милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре ҡаршы була (М. Ғ. Ҡорбанғәлиев, Ғ. Ғ. Таған, С. Ғ. Бикмәев, Һ. Ғ. Ҡорбанғәлиев, Ҡ. Йәнекәев һ. б.), 3-сө Башҡорт пехота полкы ла Аҡтар хәрәкәтендә ҡала[40]. Адмирал А. В. Колчак, 1919 йылдың 20 февралендә төбәк эштәрҙә үҙидаралыҡ вәғәҙә итеп, башҡорттарға өндәмәгә ҡул ҡуя, был бер нисә башҡорт хәрби частарының большевиктар яғына күсмәй ҡалыуына булышлыҡ итә[41]. РККА‑ның Беренсе армияһы етәкселеге тарафынан был шартты боҙоу һәм репрессиялар (башҡорт һалдаттарының ҡоралһыҙландырыуҙан һәм дөйөм нигеҙҙә РККА полктарына бүлеп таратыуҙан баш тартыуҙарына ҡаршы) башҡорт һалдаттарының күптәренең Рус армияһы составына күсеүенә (1‑се Башҡорт уҡсылар полкының 2‑се батальоны, 1‑се Башҡорт кавалерия полкы һәм 2‑се Башҡорт кавалерия полкының 3‑сө эскадроны) килтерә. Ҡорбанғәлиевтар йоғонтоһо арҡаһында 3-сө Башҡорт полкы Аҡтар хәрәкәтендә ҡала[40]. Совет командованиеһы шәхси хәүефһеҙлек вәғәҙә иткәндән һуң, уларҙың бер өлөшө Ҡыҙыл армияға кире ҡайта һәм башлыса М. Л. Мортазин етәкселегендәге Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә[36].

М. Ғ. Ҡорбанғәлиев 1919 йылдың йәйендә Силәбе ҡалаһында йәнә бер башҡорттар ҡоролтайын ойоштороп маташа, «Ҡаһарман башҡорт» гәзитен сығара[42]. Йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән ҡалған башҡорттар бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғ. Ғ. Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре М. Ҡорбанғәлиев һәм Ғ. Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, улар айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә[43]. 1920 йылдың июнендә Рəсəйҙең Көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, М. Ғ. Ҡорбанғәлиев уның рəйесе[44], ә Ғ. Ғ. Таған хәрби штаб башлығы була[45]. 1920 йылдың ноябрендә «Аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшыра. Аҡтар яғында ҡалған 2 мең башҡорттар Ҡытай сиген үтеп Маньчжурияға юллана. Атаман Семёнов бөтә хәрби частарҙы ла Приморьеға барырға өгөтләй, әммә 1920 йылдың 20 ноябрендә М. Ғ. Ҡорбанғәлиев башҡорттар башҡа Рәсәйҙәге һуғышта ҡатнашмаҫҡа тейеш тип иғлан итә[46].

Баш күтәреү осоро үҙгәртергә

1920 йылдың 19 майында ВЦИК «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декрет иғлан итә[47], әлеге декрет 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостандың Совет автономияһы тураһында килешеүе» буйынса иғлан ителгән автономиялы республиканың хоҡуҡтарын күпкә кәметә. Документ республика ревкомы ағзаларының ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра һәм 1920 йылдың 16 июнендә протест йөҙөнән Башревком үҙенең отставкаһы һәм үҙ-үҙен тарҡатыу тураһында ҡарар сығара.

Үҙәк властарының һәм «элекке» республика власының ҡапма-ҡаршылығы урындарҙа байтаҡ совет һәм хатта партия хеҙмәткәрҙәренең ризаһыҙлығына һәм автономияның яңы власы вәкилдәренә буйһонмаҫҡа маташыуға килтерә. Мәҫәлән, Туҡ-Соран кантисполкомы рәйесе М. А. Буранғолов 1920 йылдың 26 июнендә яңы һайланған Башревкомына буйһоноуҙан баш тарта һәм элекке хөкүмәт меннә бәйләнештәрен дауам итә, башҡа бер кантон исполкомы рәйесе Усҡаны Усаров яңы ревкомды «башҡорт халҡының дошманы» тип атай һәм властарға ҡаршы тороу өсөн ҡораллы отряд ойоштора башлай. Тиҙҙән улар барыһы ла контрреволюционерҙар тип иғлан ителәләр һәм репрессияланалар.

ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың 1920 йылдың 19 майындағы Халыҡ комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декреты башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм үҙәк власҡа ҡаршы партизан һуғышының төп сәбәбсеһе була[48]. Автономия территорияһында башҡорт ҡораллы баш күтәреүселәр отрядтары ойоштороу башлана — бындай ваҡиғалар Өфө, Пермь һәм башҡа губерналарҙа элегенрә тә, 1918 йылда ла, күҙәтелә. Ваҡыт айырмалыҡтары күрше губерналарҙан айырмалы рәүештә үҙенә башҡа сәйәсәт алып барған Башревкомдың элекке составының эшмәкәрлеге менән бәйле. Атап әйткәндә, республикала продразвёрстка үҙләштерелмәй, әммә Башревкомдың яңы составы уны бик киң ҡуллана башлай һәм былар бөтәһе лә күп һанлы ҡораллы бәрелештәргә алып килә. Әлеге конфликттар «элекке» ревком яҡлаусыларын эҙәрлекләү менән тура килә. Һөҙөмтәлә, 1920 йылдың йәйендә, күп һандағы ихтилалдарға, уларҙың үҙәктәре АБСР-ҙың көньяҡ-көнсығыш (Бөрйән-Түңгәүер, Тамьян-Ҡатай, Үҫәргән) кантондарында, ә сентябрҙә, яңы ихтилал нөктәләре барлыҡҡа килеүе менән, хәрби положение тағы ла биш кантонда индерелә. Ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн Поленов етәкселегендәге БашЧК отрядтары ебәрелә. Баймаҡҡа килеп еткәс, Поленов хәрби диктатура булдыра, урындағы хәкимиәт органдарын тарҡата һәм «башҡорттарҙың хәрәкәтенә ҡаршы аяуһыҙ көрәш» иғлан итә[49]. ЧК отрядтары тарафынан судһыҙ һәм тикшереүһеҙ Бөрйән-Түңгәүер кантисполкомының 10 ағзаһы атып үлтерелә, ябай башҡорт халҡын үлтереү һәм язалау менән оҙатылған «киң ҡурҡытыу» сәйәсәте үткәрелә.

1920 йылдың 10 сентябрендә Тамьян-Ҡатай кантисполкомы ултырышында яңыраҡ Польша фронтынан ҡайтҡан комбриг М. Л. Мортазин ҡатнаша. Ул кантондан ситкә бөтә урыҫ каратель отрядтарын сығарырға, баш күтәргән башҡорттарҙы азат итергә, яуаплы вазифаларға башҡорттарҙы тәғәйенләргә һәм махсус тикшереү комиссияһын булдырырға тәҡдим итә[50].

Полктарға бүленгән һәм X. Унасовтың етәкселегендә хатта дивизияға берләшкән баш күтәреүсе отрядтарҙың дөйөм һаны 3 мең кешегә етә. Тамьян-Ҡатай кантонының төньяғында Фәтхулла Мәғәсүмов отряды баш күтәрә, отрядтың һаны 3 мең тирәһе кеше тәшкил итә. Ф. Мәғәсүмов отряды бер нисә тапҡыр Златоустҡа һәм башҡа заводтарға һәм ауылдарға һөжүм итеп маташа. Белорет тирәһендә — 4000-кешелек баш күтәреүселәр отряды, Асҡар районында — 1 мең кеше, Байназар районында — 1 меңгә яҡын кеше ойоша.

1920 йылдың июль-авгусында С. Ш. Мырҙабулатов, X. Унасов, Ф. Мәғәсүмов, Ә. Ишмырҙин, Ғ. Амантаев, Ғ. Айытбаев, З. Ғәлин, М. Мостафин, М. Рәсүлев, М. Сәғитов, Ф. Юламанов һәм башҡаларҙың ҡораллы отрядтары ойошторола, сентябрҙә улар Башҡорт Ҡыҙыл Армияһына берләшәләр. Башҡорт Ҡыҙыл Армияһының командующийы итеп — Ф. Б. Мәғәсүмов, 1-се дивизия начальнигы итеп — Х. Ғ. Унасов, 2-се дивизия начальнигы итеп Ф. Юламанов тәғәйенләнәләр. Реввоенсоветтың рәйесе — С. Ш. Мырҙабулатов, штаб начальнигы — Б. Ланин булалар.

Ихтилалсыларҙың төп талаптары:

  • РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетын власлыҡ вәкәләттәренән бушатыу;
  • хөкүмәткә Башревкомдың беренсе составын ҡайтарыу;
  • Башревкомдың РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советынан һәм ВЦИК-тан буйһонмаусан эшмәкәрлеге тураһында;
  • хәрби коммунизм сәйәсәтен туҡтатыу һәм башҡалар.

1920 йылдың 28 июлендә дәүләт власының даими юғары органы булдырыла — БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты.

1920 йылдың октябрендә РКП(б)-ның ағзаларын яңынан теркәү буйынса Үҙәк комиссияһына ебәрелгән ғаризаһында М. Д. Халиҡов аҙаҡҡы ваҡиғалар менән бәйле үҙәк һәм урындағы властарҙы ҡаты тәнҡит аҫтына ҡуя[51].

Әһәмиәте үҙгәртергә

1926 йылда РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, «Башҡорт хәрәкәте характеристикаһы» тезистарын әҙерләү барышында, Совет губерна органдарының башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарын ҡулға алыу буйынса ғәмәлдәрен хаталы тип таный: «Ул осорҙа беҙҙең алда иң тәүҙә мөмкин тиклем ҡаршылашыусылар һанын әҙәйтеү бурысы тора ине. Башҡорт хөкүмәте артынан иһә ул осорҙа башҡорт халҡының күпселеге тора ине»[52].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ишемғолов Н. У., Ҡолшәрипов М. М. Башҡорт милли хәрәкәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Башҡорттарҙың Рәсәй составында милли‑мәҙәни автономияһын яҡлаусы М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге төркөм айырылып сыға
  3. История башкирского народа..., 2010, с. 81
  4. Ҡасимов С. Ф. Башҡорт өлкә бюроһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Ҡасимов С. Ф. Башҡорт мәркәз шураһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана., 2010, с. 52
  7. 7,0 7,1 7,2 Ҡасимов С. Ф. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана., 2010, с. 54
  9. .Был резолюцияның ҡабул итеү сәбәбе булып М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге Силәбе өйәҙе делегацияһының милли-мәҙәни автономияны яҡлап сығыуы булып тора.
  10. (Был резолюцияның ҡабул итеү сәбәбе булып Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы, инфантерия генералы Л. Г. Корниловтың диктатура урынлаштырырға ынтылышы булып тора.
  11. Мордвинцев Г. В. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Кульшарипова Н. М., Зулькарнаева Е. З. Фарман.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 603. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  13. Давлетшин Р. А., Исхаков С. М. Манатов Шариф Ахметзянович. // Политические деятели России 1917 г. Биографический словарь. — М., 1993. — С. 203.
  14. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 57
  15. История башкирского народа..., 2010, с. 134—135
  16. Ҡасимов С. Ф. Башҡортостан ваҡытлы революцион советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  17. Баймаҡта башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  18. История башкирского народа..., 2010, с. 87—89, 96
  19. Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009. — С. 96.
  20. Таймаҫов Р. С. Башҡорт хәрби шураһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  21. Таймаҫов Р. С. Башҡорт ирекле отрядтары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  22. Казанчиев А. Д. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  23. История башкирского народа..., 2010, с. 101
  24. Таймаҫов Р. С. Башҡорт айырым корпусы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  25. Казанчиев А. Д. Өфө дәүләт кәңәшмәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  26. Плотников И. Ф. Колчак Александр Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  27. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 240
  28. Ленин В. И. Полное собрание сочинений. — М.: Издательство политической литературы, 1975. — Т. 50. — С. 252. — 634 с.
  29. Кульшарипов М. М. Служил своему народу // Ватандаш. — 2009. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  30. Рәхимов Р. Н. Башҡорт корпусы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  31. Ҡолшәрипов М. М. Бөтә башҡорт хәрби съезы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  32. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г., 2005, с. 79
  33. Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 417
  34. Насиров Р. Х., Ярмуллин А. Ш. Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  35. Ярмуллин А. Ш. Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  36. 36,0 36,1 Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  37. Насиров Р. Х., Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  38. История Башкортостана, 2005, с. 80
  39. Уңда идаралыҡтың штаб начальнигы Ғ. Таған, уртала идаралыҡтың рәйесе М. Ҡорбанғәлиев һәм һул яҡтан атаман Семёнов янындағы башҡорт вәкиле С. Бикмәев ултыралар
  40. 40,0 40,1 История башкирского народа..., 2010, с. 145
  41. Наумова Н. И. Из истории взаимоотношений колчаковской власти и башкирского национального движения (1918 — 1920 гг.) // Вестник Томского государственного университета. Серия «История. Краеведение. Этнология. Археология».. — 2003. — № 236. — С. 90-97.
  42. «Ҡаһарман башҡорт» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  43. История башкирского народа..., 2010, с. 110
  44. Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  45. История башкирского народа..., 2010, с. 415—420
  46. Юнусова А. Б. Великий имам Дальнего Востока // «Вестник Евразии» : Журнал. — 2001. — № 4 (15). — С. 83—117. — ISSN 1727-1770.
  47. Постановление ВЦИК от 28 мая 1920 года
  48. Давлетшин Р. А. Крестьянское-повстанческое движение в 1918—21 // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  49. Лозунгом карательных отрядов было «Смерть башкирам!»
  50. Повстанческое движение башкир во второй половине 1920 — начале 1921 гг. на юго-востоке Башкортостана 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  51. «Политическая и административная власть в Башкирии, заменена товарищами небашкирского происхождения (в составе обкома и президиума БЦИК нет ни одного башкирина. Посмотрите состав наркоматов и местных исполкомов). Голодный и голый башкирский пролетариат не только забывается, но и уничтожается гораздо больше, чем когда-либо (по словам представителей с мест в районе Темясово число вырезанных башкир уполномоченными Башобкома и БашЦИК Поленовым и Руденко и прочими достигает до 3 000 человек). Башкирская масса несет гнет на себе гораздо больше, чем она несла при царском режиме…»

    История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 187. — 468 с.

  52. Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 232. — 432 с.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә