27 февраль
көнө
27 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 58-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 307 көн ҡала (кәбисә йылында 308).
27 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Доминика Республикаһы: Мөстәҡиллек иғлан ителгән көн.
- Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй: Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Махсус операциялар көстәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 380 йыл: Рим империяһы башлығы Бөйөк Феодосий I христианлыҡты Никей инаныуы формаһында дәүләт дине итеп раҫлай.
- 425 йыл: Константинополдә университет асыла.
- 1598 йыл: Земство соборы ҡарары менән Борис Годунов батша итеп һайлана.
- 1617 йыл: 1614—1617 йылдарҙағы урыҫ-швед һуғышы Столбов солохо төҙөү менән тамамлана, уның буйынса Новгород Рәсәйгә ҡайтарыла.
- 1693 йыл: Лондонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн донъялағы тәүге журнал сыға (The Ladies' Mercury).
- 1781: Екатерина II Санкт-Петербургта «ҡала мәктәптәре» — Рәсәй империяһында халыҡ өсөн асыҡ тәүге мәктәптәр асыу хаҡында ҡарар сығара.
- 1813: Рәсәй империяһы һәм Пруссия араһында Наполеонға ҡаршы Калиш союз трактатына ҡул ҡуйыла.
- 1825: Александр Сергеевич Пушкиндың «Евгений Онегин» поэмаһының беренсе бүлеге баҫыла.
- 1844: Доминика Республикаһы Гаитиҙан бойондорҡһоҙлоҡ ала.
- 1875: Өфө губерна земство йыйылышының тәүге ултырышы була.
- 1882: Рәсәй империяһында шәхси кешеләргә телефон менән файҙаланырға рөхсәт ителә.
- 1883: Сигара төрә торған автоматҡа патент алына.
- 1897: Яһалма татлыландырғыс шәкәрин эшләп сығарыла.
- 1900: Германияның «Бавария Мюнхен» футбол клубы ойошторола.
- 1915: Себер уҡсы дивизиялары немецтарҙы Прасныш янында ҡыйрата, уларҙы Көнсығыш Пруссияға сигендерә.
- 1917: Рәсәйҙә Февраль революцияһы башлана.
- 1919: Семберҙә Көнсығыш фронт революцион хәрби советы ағзалары (И. Т. Смилга, С. И. Гусев, С. С. Каменев) һәм Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре (М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов) араһында Башҡортостан автономияһы шарттары һәм гарантиялары тураһында предварительный договор төҙөлә.
- 1919: Вильнюста Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы (Литбел) төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
- 1932: Харьков өлкәһе (Харьковщина) ойошторола.
- 1932: Джеймс Чедвик нейтронды аса.
- 1935: Әлшәй район гәзите сыға башлай.
- 1942: Джеймс Хей ҡояш радионурланышын теркәй.
- 1951: Израилдә Ашкелон ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1964: Донъялағы тәүге туристик һыу аҫты аппараты «Огюст Пикар» мезоскафы һыуға төшөрөлә.
- 1965: Ан-22 («Антей») транспорт самолетының тәүге осошо.
- 2000: Тажикстан парламентының түбәнге палатаһына һайлауҙар үтә.
- 2002: Рәсәйҙә «Диңгеҙ хеҙмәте өсөн» ордены булдырыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Буйлов Александр Сергеевич (1950), хеҙмәт ветераны. 2002—2005 йылдарҙа «БелЗАН» йәмғиәтенең генераль директорының урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2010). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1981), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе эйәһе (2006). Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Абдулла районы Ерекле ауылынан.
- Антипина Наталья Климентьевна (1965), оркестр артисы. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).
- Мамедова Татьяна Султановна (1965), опера артисы. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең ҡала тибындағы Баҙар-Ҡараболаҡ ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хромченко Эвелина Леонидовна (1971), Рәсәй журналисы һәм яҙыусы, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы.
- Зинов Аркадий Владимирович (1976), балет артисы, мәҙәниәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Красноярск крайының мәҙәниәт министры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2011), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чанышев Яҡуп Йыһангир улы (1892—06.11.1987), хәрби хеҙмәткәр. Генерал-лейтенант (1944). 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры.
- Приказчиков Василий Иванович (1932), хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Хаустов Анатолий Тихонович (1942—21.08.2017), актёр. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) һәм халыҡ (1984) артисы.
- Ғәзим Ильясов (1967), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (1953—1.01.2017), Рәсәй рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иҫәнбаев Николай Иҫәнбай улы (1929), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
- Проскурин Леонид Иванович (1934), педагог, 1960—1994 йылдарҙа Дыуан ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Кондрашев Олег Фёдорович (1949), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005), доцент. Сығышы менән Ҡытайҙың Порт-Артур ҡалаһынан.
- Мостафина Сәймә Фәхер ҡыҙы (1959), Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми-техник китапханаһы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрипов Фәиз Вилдан улы (1979), ҡурайсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1870: Башкиров Василий Николаевич, Рәсәй империяһы архитекторы.
- 1932: Элизабет Тейлор, кино актёры, «Голливуд королеваһы» исемен һәм өс тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы.
- 1956: Анне Вески, йырсы, Эстония ССР-ының атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011) кавалеры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1936: Иван Петрович Павлов, рус физиологы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1943: Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы (Александр Матросов), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы (1943).