Төп менюны асырға

Christmas bell icon.png Байрамдар

  Халыҡ-ара байрамдар
  •   БМО — Халыҡ-ара наркомания һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнө.
  •   Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
  •   Халыҡ-ара маҡтау һүҙе көнө.
  Милли байрамдар
  Һөнәри байрамдар
  •   Рәсәй — Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары көнө.

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә

  • 1325 — Мәскәү урыҫ дәүләтенең сиркәү үҙәгенә әүерелә: Мәскәү кенәзе Иван Калита митрополит Петрҙы Владимирҙан Мәскәүгә күсергә күндерә.
  • 1360 — Англия короле Эдуард III француз тотҡононан 19 йәшлек Джеффри Чосерҙы 16 фунт түләп ҡотҡара, ул королдең камердинеры, ҡорал йөрөтөүсеһе, ә һуңынан иң билдәле инглиз шағирҙарының береһе була.
  • 1420 — Рим Папаһы Мартин V христиандарҙы чех гуситтарына ҡаршы тәре яуҙарына өндәй.
  • 1498 — Васко да Гама Мозамбикҡа аяҡ баҫа.
  • 1555 — Нострадамус үҙенең фал китабын баҫтыра.
  • 1562 — Францияла дини һуғыштарҙың башы. Шампань провинцияһы Васси ауылында Франсуа де Гиз ғибәҙәт ҡылыусы гугеноттарға һөжүм итә.
  • 1565 — Бразилияла португал колонияһы Рио-де-Жанейро нигеҙләнә. 20 йылдан ҡалала 4 мең кеше була.
  • 1638 — Төньяҡ Америкаға Швециянан тәүге күскенселәр килә.
  • 1700Пётр I Провиант приказын булдыра, был урыҫ армияһының тыл хеҙмәтенә нигеҙ һала.
  • 1711 — Инглиз журналы «Спектейтор»ҙың беренсе һаны сыға.
  • 1762 — Петр III дворяндарҙы мәжбүри дәүләт хеҙмәтенән азат иткән «Дворян иреклеге хаҡында ҡарар» сығара.
  • 1767 — Король Карл III Испаниянан иезуиттар орденын ҡыуа.
  • 1780Пенсильвания штаты АҠШ-та беренсе булып ҡоллоҡто тыя.
  • 1781 — АҠШ-та Конфедерация статьялары — илдең тәүге конституцион документы үҙ көсөнә инә.
  • 1790 — АҠШ-та тәүге халыҡ иҫәбен алыу үтә. Уның һөҙөмтәһендә илдә 3 929 214 кеше йәшәүе асыҡлана, был һанға ҡол негрҙар ҙа инә, сөнки уларҙың 3/5 өлөшө һәр штаттан конгрессмендар һанын билдәләү өсөн кәрәк була. Индейҙар халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашмай.
  • 1803Огайо АҠШ-тың 17-се штаты итеп иғлан ителә.
  • 1810 — Император Александр I манифесы менән Абхазия Рәсәй империяһына ҡушыла.
  • 1845 — АҠШ президенты Джон Тайлер Техастың АҠШ юрисдикцияһы аҫтына ҡабул ителеүе тураһында законға ҡул ҡуя.
  • 1861 — Көньяҡ Каролина, Миссисипи, Флорида, Алабама, Джорджия һәм Луизиана артынса Техас АҠШ составынан сыға.
  • 1867Небраска АҠШ-тың 37-се штаты итеп иғлан ителә.
  • 1869 — Дмитрий Менделеев химик элементтарҙың периодик системаһын төҙөй.
  • 1872 — Йеллоустоунда АҠШ-тың беренсе милли паркы асыла.
  • 1912 — Альберт Берри осоп барған самолёттан тәүге тапҡыр парашют менән һикерә.
  • 1918 
  • 1920 — Бүрәт АССР-ы ойошторола.
  • 1921Кронштадтта Балтик диңгеҙселәренең «большевиктарһыҙ Советтар өсөн» ихтилалы башлана.
  • 1927Италия банкы национализациялана.
  • 1928 — АҠШ-та Герберт Эванс алтынсы витаминды аса, ул Ғ витамины исемен ала.
  • 1930 — Мәскәү авиация институты ойошторола.
  • 1938 — 1-се Бөтә Башҡортостан табиптары съезы асыла.
  • 1947Халыҡ-ара валюта фонды үҙ эшен башлай.
  • 1953Азатлыҡ радиоһы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
  • 1959Башҡортостан телевидениеһының даими тапшырыуҙары башлана.
  • 1960Гвинея франктан баш тарта һәм үҙ аҡсаһын индерә.
  • «Известия» гәзитенең йәкшәмбе ҡушымтаһы «Неделя» сыға башлай.
  • 1961 — АҠШ президенты Джон Кеннеди Тыныслыҡ корпусы федераль агентлығын булдырыу тураһында белдерә.
  • 1962 — Гарден-ситиҙа (Мичиган) «Кей-Март» сауҙа селтәренең беренсе магазины асыла, әле АҠШ-та иң эреләрҙең береһе.
  • 1966 — Совет автоматик планета-ара «Венера-3» станцияһы донъяла тәүге булып Венера планетаһының өҫтөнә төшә.
  • 1969 — «Мелеузгоргаз» (хәҙер «Мелеузгаз») тресы ойошторола.
  • 1970Родезия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә.
  • 1976 — Бөйөк Британия парламенты яңы юл ҡағиҙәләрен хуплай, улар буйынса хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу мотлаҡ була башлай.
  • 1977Киевта украин философы Григорий Сковородаға һәйкәл асыла.
  • 1978Швейцариялағы ҡәберенән Чарли Чаплиндың мәйетен урлайҙар.
  • 1980Пентагон бойороғо буйынса «тиҙ йәйелдереү көстәре»н ойоштороу башлана.
  • 1984Ленинград һәм Мәскәү араһында ЭР200 тиҙ йөрөшлө электропоезыгың даими хәрәкәт итеүе башлана.
  • 1990СССР һәм Ватикан араһында даими вәкиллектәр кимәлендә дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
  • 1994Гатчинала (Ленинград өлкәһе) «Әҙәбиәт һәм кино» тәүге Рәсәй кинофестивале башлана.
  • 1996 — Оборона министрлығының «Свободный» космодромы сафҡа индерелә.
  • 1998Европа берләшмәһе һәм Украина араһында партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү үҙ көсөнә инә.
  • 2001 — Рәсәй һәм Грузия араһында виза режимы индерелә.
  • 2011 — Рәсәйҙә «Полиция тураһында» закон үҙ көсөнә инә.

Nuvola apps date.svg Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә

Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә

  • Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1.03.1914—22.02.1990), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
  • Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы (1.03.1924—4.10.2018), совет документаль фильмдарын төшөрөүсе оператор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), «Рәсәй кинематографына индергән юғары өлөшө өсөн» номинацияһында «Ника» кинопремияһы лауреаты (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Майский Әнүәр Әхкәм улы (1.03.1929—13.08.1989), ғалим-инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1973). 1960—1989 йылдарҙа Өфөләге Нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973—1987 йылдарҙа — лаборатория мөдире. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа районы Бөтөрөшкән ауылынан.
  • Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1.03.1929—18.10.2018), шахтёр, хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» производство берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Кемерово өлкәһе Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы.
  • Күсемова Азалия Хөсәйен ҡыҙы (1.03.1939—18.12.2015), опера йырсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Лозовая Галина Фёдоровна (1.03.1939), ғалим-провизор, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1996—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фармакология ассоциацияһы президенты. Фармакология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Приморско‑Ахтарск ҡалаһынан.
  • Афзалова Римма Шәриф ҡыҙы (1.03.1949), Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлеге мөдире. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, ҡаланың почётлы гражданы.
  • Исламов Рафаэль Ғәле улы (1.03.1954—12.10.1998), фоторәссам. 1991 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Бөтә Рәсәй профессиональ фотографтар күргәҙмәләре (Мәскәү, 1986, 1988), Бөтә Союз профессиональ фотографтар конкурсы (Минск, 1990), «Башҡорт фотографияһы» республика фотоконкурсы (Өфө, 1990, 1991; Гран‑при) лауреаты.

Дөйөм исемлекҮҙгәртергә

Cemetery template.svg Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә

Oxygen480-actions-view-calendar.svg Йыл көндәреҮҙгәртергә

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)