Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Халыҡтар Дуҫлығы ордены — Советтар Союзының дәүләт наградаларының береһе. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Совет дәүләте ойошторолоуҙың 50 йыллығы уңайынан 1972 йылдың 17 декабрендә булдырылған. СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 18 июлендәге указы менән ордендың статуты өлөшләтә үҙгәртелә. Ордендың эскиз авторы РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) рәссам Александр Борисович Жук. Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләү 1991 йылда туҡтатыла.

Халыҡтар Дуҫлығы ордены
72
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Награда төрө

орден

Статус

тапшырылмай

Статистика
Раҫланған ваҡыты

17 декабрь 1972 йыл

Беренсе бүләкләү

29 декабрь 1972 йыл

Һуңғы бүләкләү

21 декабрь 1991 йыл

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

72 761

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Кесерәк награда

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

[[commons:Category: Order of Friendship of Peoples Викимилектә|Халыҡтар Дуҫлығы ордены]] Викимилектә

Ордендың статуты үҙгәртергә

 
Почтовая марка СССР 1973 года