13 июль
көнө
13 июль — григориан стиле буйынса йылдың 194-се (кәбисә йылында 195-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 171 көн ҡала.
13 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡәнәғәт хеҙмәткәрҙәр көнө.
- Футбол буйынса тәүге донъя чемпионаты көнө.
- Башватҡыс көнө.
- Тау тоҡомдары көнө.
- АҠШ, Теннесси: Натан Форрест көнө.
- Аргентина: Телекоммуникациялар көнө.
- Черногория: Дәүләтселек көнө.
- Япония: Бон байрамы.
- 1830: Рәсәй императоры Николай I хәҙерге Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына нигеҙ һалған «Һөнәри уҡыу йорто тураһындағы Положение»ны раҫлай.
- 1882: Рәсәй империяһында тәүге телефон станциялары эшләй башлай.
- 1885: Амстердамда Голландияның Милли музейы асыла.
- 1921: Мәскәүҙә балалар өсөн театр эшмәкәлеген башлай.
- 1930: Уругвайҙа футбол буйынса беренсе донъя чемпионаты башлана.
- 1955: Мәскәүҙә «Иностранная литература» журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 1961: Күмертау ҡалаһында 9-сы урта мәктәп асыла.
- 1962: Беренсе К-700 «Кировец» тракторы эшләп сығарыла.
- 1990: Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (1925—2017), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Шутов Александр Павлович (1925—27.03.2008), СССР скульпторы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975), СССР Художество академияһының көмөш миҙалы эйәһе (1971).
- Кудинова Людмила Петровна (1950), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2015 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының хәҙерге 1-се гимназияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Александров Владимир Глебович (1955), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһының хәҙерге 3-сө гимназияһының элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы.
- Вәлиев Данил (1990—25.03.2022), Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, өлкән механик-водитель, кесе сержант. Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2022, үлгәндән һуң). Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Йәнтүрин Альфред Шәмсун улы (1941), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (2001). 1984 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән, төп ғилми хеҙмәткәре, 2004 йылдан — «Геофизика» уҡыу-ғилми үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, 2014 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яңы Бүләк ауылынан.
- Ефанов Владимир Николаевич (1951), ғалим-электрон техника инженеры. 1973 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998—2011 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһенең Горчешный районы Түбәнге Борки ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (1892—28.01.1940), сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре. 1917 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1919—1923 йылдарҙа РСФСР-ҙың Хәрби һәм диңгеҙ эштәре халыҡ комисариаты ҡарамағындағы Үҙәк мосолман хәрби коллегияһы рәйесе, Ҡыҙыл Армияның Сәйәси идаралығы көнсығыш бүлексәһе начальнигы, Көнсығыш халыҡтары коммунистар ойошмаһының үҙәк бюроһы рәйесе, Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылынан.
- Булатов Әмир Ғәлим улы (1957), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1980 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы «Россия» хужалығы зоотехнигы һәм баш зоотехнигы, 1994 йылдан — хужалыҡ рәйесе; 2000 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Һарыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хохряков Виктор Иванович (1913—20.09.1986), СССР-ҙың театр һәм кино актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы. СССР-ҙың (1973) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ артисы, ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1949, 1951). Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1945, 1950) кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зацепин Иван Фёдорович (1928—16.02.1982), механизатор. 1945—1975 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының 3-сө бүлексәһе тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1972). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Рымникский ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Давыдова Александра Васильевна (1938), төҙөүсе, нефтсе. 1964—1988 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы төҙөлөш-монтаж идаралығының штукатур-маляры, үлсәүсеһе, операторы. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Покровка ауылынан.
- Сидоров Михаил Фёдорович (1938), техник-механик. 1970—2000 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика миистрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Бекетов ауылынан.
- Шапченко Владимир Васильевич (1943), техник-механик. 1961—2004 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989), СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан.
- Биглов Мәхмүт Мәҡбулла улы (1948), хәрби хеҙмәткәр, полковник, инженер-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1986), доцент (1990). Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Иҫке Абзан ауылынан.
- Гурба Александр Кузьмич (1948—2009), агроном. Балаҡатай район советы башҡарма комитеты рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Хәмәтдинов Зөфәр Зиятдин улы (1948), музыкант-волторнсы, педагог. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991).
- Хәбиров Рәшит Солтан улы (1953), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мелихов Василий Михайлович (13.07.1914—7.07.1990), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1987 йылдарҙа Өфөләге «Востокнефтезаводмонтаж» тресының слесарь‑монтажсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Богородское ауылынан.
- Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы (13.07.1949), ғалим-кардиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Синәғәтуллин Илгиз Мирғәлим улы (13.07.1954), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Мазов Николай Юрьевич (13.07.1969—31.01.2014), спортсы, тренер, юғары мәктәп уҡытусыһы. Философия фәндәре докторы (2009). Грек‑рим көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), СССР-ҙың спорт мастеры (1991) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2008), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (1997). Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһенең Нея ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1665: Кенәз Дмитрий Голицын, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре.
- 1865: Папюс, Францияның халыҡ табибы, бағыусы.
- 1910: Пётр Непорожний, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, 1962—1985 йылдарҙа илдең энергетика һәм электрификация министры, Ленин премияһы лауреаты.
- 1920: Аркадий Адамов, СССР яҙыусыһы, милиция хеҙмәткәрҙәре тураһындағы детективтар авторы.
- 1925: Борис Новиков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1994).
- 1930: Наоми Шомер, Израиль шағиры, композитор, Иерусалимдың рәсми булмаған гимны авторы.
- 1940: Патрик Стюарт, Британияның театр, кино һәм телевидение актёры.
- 1944: Эрнё Рубик, Венгрия уйлап табыусыһы, скульптор, архитектура профессоры.
- 1948: Эль Казовский, Венгрия рәссамы.
- 1950: Леонид Гозман, ғалим-психолог, СССР-ҙың юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй сәйәсмәне. Психология фәндәре кандидаты (1983). «Союз правых сил» йәмәғәт хәрәкәте президенты.
- 1985: Гильермо Очоа, Мексика футболсыһы, ил йыйылма командаһы ҡапҡасыһы.