27 июль
көнө
27 июль — григориан стиле буйынса йылдың 208-се (кәбисә йылында 209-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 157 көн ҡала.
27 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Вьетнам: Ҡорбандарҙы иҫкә алыу көнө.
- Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы: 1950—1953 йылдарҙағы Ватан һуғышында Еңеү көнө.
- Финляндия: Йоҡосо көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1147: «Сказание об убиении Даниила Суздальского и начале Москвы» повесында яҙылыу буйынса, Мәскәүгә нигеҙ һалына.
- 1586: Инглиз диңгеҙ сәйәхәтсеһе Рэли Уолтер Бөйөк Британияға беренсе тапҡыр тәмәке алып ҡайта.
- 1827: Рәсәй империяһында беренсе страховка ойошмаһы эшләй башлай.
- 1836: 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеү хөрмәтенә Мәскәүҙә Храм Христа Спасителя ҡорамына нигеҙ һалына.
- 1866: Бөйөк Британия һәм АҠШ араһында трансатлантик телеграф кабелен һуҙыу тамамлана.
- 1920: Һауа навигацияһында беренсе тапҡыр радиокомпас ҡулланыла.
- 1920: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанынан Рәсәйҙә тәүге тапҡыр сферик аэростат осорола.
- 1921: Канада физиологы Фредерик Бантинг беренсе тапҡыр инсулин айырып ала.
- 1922: Адыгей автономиялы өлкәһе ойошторола.
- 1925: СССРҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы «О признании Российской академии наук высшим учебным учреждением СССР» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1934: Верхнеудинск ҡалаһы «Улан-Удэ» тип үҙгәртелә.
- 1952: Волга-Дон каналы эшләй башлай.
- 1953: Корея һуғышы Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Көньяҡ Корея араһында Солох тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамлана.
- 1985: 27 июлдән 3 авгусҡаса Мәскәүҙә Йәштәрҙең һәм студенттарҙың XII халыҡ-ара фестивале үтә.
- 1990: Белорусия ССР-ы Юғары Советы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.
- 2010: Ҡырғыҙстанда яңы конституция ҡабул ителә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ярушин Борис Ильич (1930-1996), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1975—1996 йылдарҙа Мәсетле районының «Мәсәғүт» совхозы директоры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Вишневская Любовь Михайловна (1950), театр актёры, рәссам. 1983 йылдан Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһындағы «Омнибус» драма театры актрисаһы. 1978 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005), РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Дәүләтбаев Альберт Рафаил улы (1960), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1996 йылдан Дүртөйлө районы Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сериков Иван Павлович (1916—5.03.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы (1887—9.10.1937), дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1920—1922 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары, 1923—1930 йылдарҙа Башҡортостан Баш суды ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Дәүләтбаев Булат Сабир улы (1937), ғалим-тарихсы, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Сөләймәнов Ренарт Вафа улы (1937), спортсы, тренер, физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Пуля менән атыу буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970) һәм атҡаҙанған тренеры (1984). Был спорт төрө буйынса 1968 йылда Мехикола үткән Олимпия уйындарының бронза призёры, күп тапҡыр донъя, Европа һәм СССР чемпионы, халыҡ-ара категориялы судья.
- Талхина Динә Азат ҡыҙы (1952—28.02.2007), башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәсәғүтов Рәфҡәт Мәжит улы (1928), ғалим-химик‑технолог. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1975). РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР‑ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1988). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Пономарёвка районы Дүсмәт ауылынан.
- Хәмәтйәнов Өлфәт Рәхимйән улы (1938—6.12.2016), ғалим-акушер-гинеколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
- Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (1953), журналистика ветераны. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Саттаров Ғәлләм Саттар улы (1894—16.11.1986), театр актёры, режиссёр, педагог. 1929–1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Шмидт Алексей Викторович (1894—26.04.1935), СССР археологы, шәрҡиәтсе, Кама буйы археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. СССР Фәндәр Академияһының 1928 йылда Ағиҙел һәм Өфө йылғалары бассейнындағы археологик ҡомартҡыларҙы ҡаҙыуҙы башҡарған Башҡортостан комплекслы экспедицияһының палеонтология отряды етәксеһе.
- Хәйруллин Айрат Хәлил улы (1934—10.08.2008), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1979), профессор (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Төрөштамаҡ ауылынан.
- Кәлимуллин Ләбип Сәхиулла улы (1939—2.07.2012), партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1984 йылдан Башҡорт АССР-ының яғыулыҡ, 1988—1990 йылдарҙа финанс министры, БАССР Министрҙар Советының Президиум ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ишҡар ауылынан.
- Комаров Сергей Сергеевич (1944), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор. (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1835: Джозуэ Кардуччи, Италия шағиры, Нобель премияһы лауреаты (1906).
- 1870: Владимир Маковский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың ғалим-механигы, турбиналар эшләү буйынса белгес.
- 1880: Владимир Максимов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың Октябрь революцияһына тиклем билдәлелек алған кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1925).
- 1885: Борис Збарский, СССР-ҙың ғалим-биохимигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- 1899: Ваупшасов Станислав Алексеевич, СССР разведчигы, партизан, Советтар Союзы Геройы (1944), полковник.
- 1900: Чарльз Видор, АҠШ режиссёры, сығышы менән Венгриянан.
- 1911: Кузнецов Николай Иванович, СССР разведчигы, партизан, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1915: Марио Дель Монако, Италияның опера йырсыһы, донъя вокал сәнғәтенең иң яҡшы тенорҙарының береһе.
- 1925: Александр Космодемьянский, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия батареяһы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945), Зоя Космодемьянскаяның ҡустыһы.
- 1930: Анатолий Азольский, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1940: Пина Бауш, Германия бейеүсеһе, хореограф.
- 1940: Владимир Шамшурин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм рәссам.
- 1945: Мәхмүт Ғасимов, СССР скульпторы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
- 1970: Николай Костер-Вальдау, Дания актёры.
- 1975: Яков Цвиркунов, Рәсәйҙең рок-музыканты «Король и Шут» һәм «Северный Флот» төркөмдәре гитарасыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1841: Михаил Лермонтов, Рәсәй империяһы шағиры.
- 2000: Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).