Баҡаев Файзрахман Һибәтулла улы

Баҡаев Файзрахман Һибәтулла улы (1 ғинуар 1905 йыл1984 йыл) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1947), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1952). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1948).

Файзрахман Һибәтулла улы
Баҡаев
Тыуған көнө

1 ғинуар 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы Ғәбдрәфиҡ ауылы

Вафат булған көнө

1984({{padleft:1984|4|0}})

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Педагог

Наградалары һәм премиялары

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1947

Биографияһы

үҙгәртергә

Файзрахман Һибәтулла улы Бакаев 1905 йылдың 1 ғинуарында элекке Ырымбур губернаһының Ҡыпсак улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы) Ғәбдрәфиҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Уның атаһы заманына күрә уҡымышлы ғына кеше була, уҡытыусы эшен барыһынан өҫтөн күреп, 1914 йылдан 1919 йылға тиклем балалар уҡыта. Кескәй Файзрахман башланғыс белемде атаһынан ала, яңы ысул мәктәбендә уҡый. Улдарын уҡытыусы итергә теләп, ата-әсәһе уны 1918 йылда Соран йылғаһы буйындағы Әхмәр ауылында асылған ике айлыҡ уҡытыусылар курсына ебәрә. Шундай уҡ курс ҡыҙҙар өсөн Мерәҫ ауылында ла асыла.

1919 йылда Туҡ йылғаһы буйындағы Ҙур Юлдаш ауылында икенсе баҫҡыс мәктәп эш башлай. Файзрахман Бакаев менән Ғабдулла Амантаев шул мәктәпкә уҡырға бара. Уларҙы V синыфҡа ҡабул итәләр. Туҡ-Соран кантон башҡарма комитеты хәрби комиссары Дауыт Юлтый йыш ҡына был мәктәптә әңгәмәләр үткәрә, үҙенең шиғырҙарын уҡый.

Ауылда туғыҙ кешенән торған комсомол ячейкаһы ойошторола. Йәштәр халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эшен башлап ебәрә. Был ваҡытта Ырымбур өлкәһендә һәр төрлө бандалар күбәйеп китә. Улар халыҡты талай, көрәшселәрҙе эҙәрләй. Уларға ҡаршы көрәштә Файзрахман Бакаев та әүҙем ҡатнаша.

1921 йылдың декабрендә Файзрахман Баҡаевты Туҡсоран кантон халыҡ мәғарифы бүлегенә саҡырып алалар. Ырымбурҙа башҡорт педагогия техникумы асыла, шунда уҡырға ебәреү өсөн уның белемен һынап ҡарайҙар ҙа уҡырға тәҡдим итәләр. Барлығы дүрт кеше һайлап алына. 1921 йылдың декабрь урталарында дүрт үҫмер — Файзрахман Бакаев, Ғабдулла Амантаев, Харис Айлуҡасов, Сәлих Хантимеров Ырымбурға юллана. Ҡайҙа ҡарама — үлектәр тәгәрәп ята, уларҙы ерләп өлгөрә алмайҙар. Аслыҡтан ҡасып, Ташкент яғына китеп барыусылар шулай юлда вафат булалар.

Педагогия техникумында уҡып китерлек кешеләр етмәү сәбәпле, тәүҙә VII синыф кимәлендә белем биреү өсөн I һәм II әҙерлек синыфтары асыла. Файзрахман Баҡаевты иптәштәре менән II әҙерлек синыфына ҡабул итәләр. Тиҙҙән Сәғит Агишев та килеп ҡушыла.

Техникумда Файзрахман Баҡаев бик тырышып уҡый. Бер заман техникумға Шәһит Хоҙайбирҙин килеп, йәштәрҙе белем алырға илһамландыра, ялҡынлы телмәр һөйләй. Талиптар халыҡты мәҙәни-ағартыу эшенә йәлеп итә, спектаклдәр әҙерләп күрһәтә.

1926 йылда педагогия техникумы беренсе сығарылыш үткәрә. Тантаналы кисәлә 13 кешегә уҡытыусы танытмаһы бирелә. Күптәр Йылайыр кантонына эшкә ебәрелә. Файзрахман Бакаев уҡытыу эшен 1926 йылда Ҡыуандыҡ эргәһендәге Мәмбәтәй тигән бәләкәй генә ауылда башлап ебәрә. 1927 йылда уны Таналыҡ-Баймаҡ улусыноң Беренсе Этҡол терәк мәктәбенә уҡытыусы итеп күсерәләр. Унда бер йыл эшләгәндән һуң, уҡытыусы Темәс беренсе терәк мәктәбенә күсерелә. Был мәктәптең директоры Абдрахман Бикмөхәмәт улы Сәғитов коллективты алдынғылар сафына сығарыу өсөн бөтә көсөн бирә. Мәктәп яҡшы ғына йыһазландырыла: малайҙар өсөн ағас әйберҙәр эшләү оҫтаханаһы, емеш-еләк баҡсаһы булдырыла, ҡыҙ балалар өсөн тегеү-сигеү түңәрәге ойошторола.

Темәс мәктәбендә 1932 йылға тиклем эшләгәс, Файзрахман Баҡаев Баймаҡ ҡала сәнәғәт училищеһының Темәс филиалы мөдире итеп билдәләнә. Бер аҙҙан филиал Баймаҡҡа күсерелә һәм унда Ф.Һ. Баҡаев бер йыл самаһы эшләй. Ул йәнә Темәскә ҡайтып, ауыл йәштәре мәктәбендә, тулы булмаған урта мәктәптә уҡыта, директор булып эшләй. 1938 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

1938 йылда Ф. Һ. Баҡаевты Темәс педагогия училищеһына уҡытыусы итеп саҡыралар. Ул бөтә күңелен биреп эшләй, тәжрибә туплай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүҙә алты ай хәрби-сәйәси училищела уҡып, лейтенант булып фронтҡа китә. Рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары, артабан уҡсылар ротаһы командиры Файзрахман Баҡаев үлемесле алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың авгусында ҡаты яралана, госпиталдә дауаланып төҙәлгәс, Темәс педагогия училищеһына әйләнеп ҡайта, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡыта. Башта директор урынбаҫары, шунан директор вазифаларын башҡара. Был йылдарҙа Ф. Һ. Баҡаев халыҡ мәғарифы системаһына һуғыш килтергән ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа, уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороуҙа педагогик оҫталыҡ, өлгөргәнлек күрһәтә.

1956 йылда Файзрахман Баҡаев Темәс мәктәп-интернатына, 1964 йылда урта мәктәпкә уҡытыусы итеп билдәләнә һәм, халыҡ мәғарифы системаһында 45 йыл эшләгәндән һуң, 1971 йылда хаҡлы ялға сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1947)[1]
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1948).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1952).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.