22 июнь
көнө
22 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 173-сө (кәбисә йылында 174-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 192 көн ҡала.
22 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
- Рәсәй, БДБ: Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө.
- Конго Республикаһы: Ҡораллы көстәр көнө.
- Сальвадор: Уҡытыусылар көнө.
- Гаити: Президент көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1675: Англиялағы Гринвич обсерваторияһы эшләй башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Буренкова Надежда Андреевна (1955), мәғариф ветераны, 1989 йылдан Күмертау ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғималова Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы (1922—24.06.2006), педагог-методист, педагогия фәндәре кандидаты (1961), РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1969) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).
- Измайлов Иван Григорьевич (1922—2000), партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1974-1983 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Эске эштәр идаралығы начальнигы, милиция генерал-майоры, өс I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Шаран районынан.
- Бакланов Юрий Григорьевич (1937), хужалыҡ эшмәкәре, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең 1994-2005 йылдарҙағы генераль директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» (1988) һәм Преподобный Сергий Радонежский (2007) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Өфө ҡалаһында тыуған.
- Латыпов Зиязетдин Талип улы (1937), «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке нефтсеһе, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Рәсәйҙең Яғыулыҡ энергетикаһы министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Әхмәтханов Ринат Мәснәүи улы (1957), ғалим-химик, 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының химия факультеты деканы. Химия фәндәре докторы (2005), профессор, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Задионченко Семён Борисович (1898—19.11.1972), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1942—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 1-се һәм 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ленин (1939, 1943, 1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Осетров Пётр Петрович (1913—10.01.1987), инженер-металлург, 1965—1978 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директоры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952), Ленин (1966), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Шаховская ҡала округына ҡараған Канаево ауылынан.
- Юнысбаев Булат Хәләф улы (1953—10.11.2016), педагог-методист, 1991—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1991), профессор (2015). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Түләкова Зилә Дамир ҡыҙы (1968), педагог, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йосопов Һарун Вәли улы (1914—26.06.1968), ғалим-археолог, төркиәтсе һәм этнограф. 1952—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре кандидаты (1952). Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1994).
- Абдулбанеева Памира Мансур ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1965—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы телевидение студияһының тауыш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1805: Джузеппе Мадзини, Италия революционеры, илдең берләшеүе өсөн көрәшеүсе.
- 1845: Ричард Седдон, дәүләт эшмәкәре, 1893—1906 йылдарҙа Яңы Зеландияның премьер-министры.
- 1890: Исак Зеленский, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1898: Ремарк Эрих Мария, Германия яҙыусыһы.
- 1910: Джон Хант, Англия офицеры, Эверестҡа тәүге булып менгән экспедиция етәксеһе.
- 1910: Конрад Цузе, Германия инженеры, компьютер эшләй башлаусыларҙың береһе.
- 1925: Әминә Сәфиуллина, Татарстан телевидениеһының беренсе дикторы, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1964).
- 1930: Юрий Артюхин, СССР-ҙың лётчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы.
- 1949: Мерил Стрип, АҠШ-тың театр һәм кино актёры.
- 1950: Светлана Крючкова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991), ике тапҡыр «Ника» премияһы лауреаты (1990, 2010).
- 1960: Трэйси Поллан, Америка актрисаһы.
- 1965: Уве Болл, Германия кинорежиссёры.
- 1970: Отар Кушанашвили, Грузия һәм Рәсәй журналисы, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Илья Брызгалов, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.