19 май
көнө
19 май — григориан стиле буйынса йылдың 139-сы (кәбисә йылында 140-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 226 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1920: ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыға.
- 1922: Бөтә Союз пионер ойошмаһының (Пионерияның) тыуған көнө.
- 1930: Башҡортостан умартасылыҡ тәжрибә станцияһы ойошторола.
- 1932: Башҡортостан АССР-ының Еңел сәнәғәт халыҡ комиссариаты булдырыла.
- 1999: Хәйбулла тау компанияһы ойошторола.
- 2010: Өфөлә ғәрип балалар өсөн 1-се республика ат фестивале асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтшин Фрат Нәби улы (1930—18.06.1996), балет артисы, педагог. 1949—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1959—1964 йылдарҙа театрҙың хореография студияһы директоры, 1970 йылдан Өфөнөң һөнәрселек техник училищелары бейеү коллективтарының художество етәксеһе, 1985—1988 йылдарҙа Өфө хореография училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1960). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нестеров Михаил Васильевич (1862—18.10.1942), СССР рәссамы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942), I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1941), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1942).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Манапов Илдар Илдус улы (1983), балет артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Симонова Элеонора Рауфовна (1939), музыка белгесе, 1973 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан — кафедра мөдире. Сәнғәт ғилеме докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кузнецов Леонид Константинович (1954—11.04.2012), ғалим-инженер‑төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Ставрополь ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1780: Николай Уткин, Рәсәй империяһы рәссамы, гравёр, Петербург сәнғәт академияһы уҡытыусыһы, профессор.
- 1890: Хо Ши Мин, Вьетнамдың сәйәси эшмәкәре.