Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Өфө ҡаалаһындағы сәнғәт йүнәлешендәге юғары уҡыу йорто

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты — 1968 йылда асыла, 2003 йылда уға «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 8 декабрендәге бойороғона ярашлы академия үҙенең тарихи исемен кире ҡайтарҙы һәм 2016 йылдан «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты» тигән атама йөрөтә[1].

Заһир Исмәғилев исемендәге
Өфө дәүләт сәнғәт институты[1].
Элекке исеме

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы[1]

Асылған йылы

1968

Ректор

Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы

Урынлашыуы

Өфө, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Юридик адресы

Ленин урамы, 14

Сайт

http://ufaart.ru

Үҙендә консерваторияны, театраль һәм художество вуздарын берләштергән, Башҡортостан өсөн уникаль уҡыу йорто. Шул уҡ ваҡытта академия — Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа тенденциялары берләштерелгән, ә Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле милли мәҙәниәте академик традициялар менән байытылған, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе.

Сәнғәт институтының биш факультетында 20 кафедра педагогтары 12 һөнәр һәм 19 юғары һөнәри белем буйынса белгестәр әҙерләй. Тәүге йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем юғары уҡыу йорто 4000-дән ашыу юғары квалификациялы сәнғәт өлкәһе белгесе әҙерләп сығарҙы.

Институтта 119 штатлы уҡытыусынан — 3 академик, 4 фән докторы, 28 кандидат, 20 профессор, 42 доцент, 3 дәүләт премияһы лауреаты, 12 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, 47 кеше Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исеменә лайыҡ булған.

Тарихы үҙгәртергә

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы 1968 йылда Гнесиндар исемендәге дәүләт музыкаль-педагогия институтының (хәҙер Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка институты) Өфөләге уҡыу-уҡытыу -консультация пункты базаһында асыла. Институт бинаһы ҡаланың боронғо өлөшөндә Дворян йыйылышы бинаһында урынлашҡан. Бина архитектор А. А. Гопиустың проекты буйынса классицизм стилендә башҡарылған.

Башта академияла ике факультет ойошторола — музыка һәм театр ҫ күп профилле кафедралар — фортепиано һәм оркестр инструменттары (скрипка, альт, виолончель, контрабас), хор дирижерлығы һәм халыҡ инструменттары, тарих, музыка теорияһы һәм коммпозиция, режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы, гуманитар дисциплиналар.

1969 йылда — вокал бүлеге, 1978 йылда — тынлы һәм һуҡма инструменттары кафедраһы асыла. 1973 йылда РСФСР Мәҙәниәт министрлығынан һынлы сәнғәт бүлеген асыу буйынса рөхсәт алына.

Профессор-уҡытыусылар составы башлыса Мәскәү һәм Ленинград уҡыу йорттарын тамамлаусылар иҫәбенән туплпнп. Гнесиндар исемендәге музыкаль-педагогия институтынан бик күп уҡытыусылар эшкә килә. Шулай уҡ Өфө сәнғәт училищеһының күренекле уҡытыусылары йәлеп ителә.

2003 йылда институтҡа академия статусы бирелә.

2015 йылдың декабрендә Өфө сәнғәт академияһына тарихи исеме ҡайтарыла — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт инс[2]

Структураһы үҙгәртергә

Өфө дәүләт сәнғәт институты структураһында ике концерт залы, күсмә видеоаппаратура, видеокассеталар, күргәҙмә әсбаптары, иллюстрациялы баҫмалар, методик материалдар менән йыһазландырылған уҡыу аудиториялары, дирижерлыҡ итеү буйынса күнекмәләр өсөн махсус кластар, фольклор кабинеты бар, һирәк осрай торған музыка ҡоралдары коллекцияһы музейы, тауыш яҙыу лабораторияһы, компьютер, аудио-видеотехника менән йыһазландырылған музыка тыңлау класы, спорт һәм тренажер залдары бар.

З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында[3] 4 факультеттағы 20 кафедрала педагогтар студенттарҙы 32 һөнәр һәм юғары белем бирреү йүнәлештәре буйынса әҙерләйҙәр. Дөйөм алғанда, юғары уҡыу йорто яҡынса 5000 юғары квалификациялы белгес әҙерләгән.

Концерт залдары[4] үҙгәртергә

Ф. И. Шаляпин исемендәге Концерт залында 310 урын ҡаралған. Сәхнә параметрҙары — 6,23 м х 12 м, бында ҙур составлы симфоник һәм халыҡ инструменттары оркестрҙары өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Йыһазландырыу: 3 концерт рояле («Steinway&Sons» һәм 2 «Grotrian-Steinweg» рояле), 2 артистар бүлмәһе, тауыш яҙҙырыу студияһы, тауыш-техник ҡоролмалар, пульттар, өс рәттәге хор станоктары.

Камера (кесе концерт) залы, 104 урын ҡаралған. Сәхнә параметрҙары — 9,76 м х 3 м. Йыһазландырыу: 2 концерт рояле («Bechstein» һәм «Petrof»), клавесин, пульттар, тауыш-техник һәм яҡтыртыу ҡоролмалары.

Актерлыҡ оҫталығын камиллаштырыу өсөн Уҡыу театры булдырылған. Тамашасылар залында 306 урын. Йыһазландырыу: сәхнә параметрҙары — 7,68 м х 12,36 м сәхнә көҙгөһө — 6*9 метров, сәхнәнең киңлеге — 12 метр, шахтаһы — 6 метр. Сәхнә кейеме — аҡ концерт (3 кулиса планы) һәм ҡара кабинет (4 кулиса планы).

Ректорат үҙгәртергә

  • Ректор : профессор Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы
  • Уҡыу-уҡытыу эше буйынса проректор: Хасбиуллина Алһыу Афған ҡыҙы
  • Фәнни эш буйынса проректор: профессор, сәнғәт ғилеме кандидаты Шуранов Виталий Александрович

Институтта Ғилми совет булдырылған, уның составында — 25 кеше, рәйесе — ӨДСИ ректоры — Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы[5].

Факультеттар үҙгәртергә

 
Өфө сәнғәт институты
  • Музыка

— халыҡ уйын ҡоралдары кафедраһы
— хор менән дирижерлыҡ итеү кафедраһы
— музыка тарихы һәм теорияһы кафедраһы
— дөйөм фортепиано кафедраһы
— махсус фортепиано кафедраһы
— камера ансамбле һәм концертмейстер оҫталығы кафедраһы
— Һынлы һәм тынлы инструменттар кафедраһы
— яңғыҙ йырлау һәм опера әҙерлеге кафедраһы
— композиция кафедраһы
— Эстрада-джаз башҡарыу кафедраһы

  • Башҡорт музыкаһы

— традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы (ТМИ)
— Этномузыка ғилеме кафедраһы

  • Һынлы сәнғәт

— һүрәтте өйрәнеү кафедраһы
— рәсем сәнғәте кафедраһы
— һүрәт һәм дизайн кафедраһы

  • Театр

— режиссёр һәм актер оҫталығы кафедраһы
— сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһы
— хореография сәнғәте кафедраһы

һәм гуманитар һәм социаль фәндәре кафедраһы[6].

Һөнәрҙәр үҙгәртергә

 
Шаляпинға һәйкәл, Өфө

Белгестәрҙе әҙерләү киләһе сәнғәт төрҙәре буйынса алып барыла: «инструменталь башҡарыу» (фортепиано, оркестр ҡыллы инструменттар, оркестр тынлы инструменттар, халыҡ инструменттары), «вокал сәнғәте», «композиция», «музыка ғилеме», «дирижерлыҡ», «режиссура» һәм «актер сәнғәте» (драма театры һәм кино актеры, ҡурсаҡ театры актеры), «живопись», «театраль-декоратив живопись», «этномузыка фәне», «скульптура», «дизайн», «театр ғилеме». Үрҙә килтерлгән сәнғәт төрҙәренән музыкаль-башҡарыу һөнәрҙәре өсөн ассистентура-стажировка программалары һәм аспирантура по научной специальности «сәнғәт ғилеме» ғилми һөнәр буйынса аспирантура тормошҡа ашырыла.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

1967 йылда элекке Дворян йыйылышы бинаһында (хәҙер Өфө дәүләт сәнғәт институты) бөйөк йырсы иҫтәлегенә Рәсәйҙә беренсе мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Ә 2007 йылда уның эргәһендә Ф. И. Шаляпин һәйкәле (арх. К. Донгузов, скульптор — Р. Хәсәнов) урын ала.

Педагогтар үҙгәртергә

Ректорҙар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә