18 ғинуар
көнө
18 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 18-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 347 көн ҡала (кәбисә йылында 348).
18 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Тунис: Революция көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Хеҙмәт ветерандары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1778: Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе Джеймс Кук Гавай утрауҙарын аса.
- 1825: Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың яңы бинаһы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1925: «Новый мир» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1926: СССР кинотеатрҙарында «Броненосец „Потёмкин“» фильмы күрһәтелә башлай.
- 1943: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Ленинград блокаданан азат ителә.
- 1963: Үҙәк телевидениела Балалар өсөн программаларҙың баш редакцияһы ойошторола (СССР-ҙа (Рәсәйҙә) балалар телевидениеһының тыуған көнө).
- 1996: «Ҡандракүл» тәбиғи паркы ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлитов Раил Бәкер улы (1940), ғалим-химик-технолог. 1981 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1992 йылдан — институт директоры, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
- Исхаҡов Марат Ғәйнислам улы (1940), театр артисы. 1989 йылдан «Нур» театр-студияһы (1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры) актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған ауылынан.
- Шәрәев Пётр Низами улы (1940), ғалим-биохимик. 1968—2014 йылдарҙа Ижевск медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан —биохимия кафедраһы, 1995 йылдан — клиник биохимия һәм лаборатор диагностика кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2002), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Кониг ауылынан.
- Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы (1955), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1998 йылдан Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2003).
- Ғүмәров Наил Әсғәт улы (1960), ғалим-механик, математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты профессоры һәм 2011 йылдан — профессор консультанты, Дисперслы системаларҙың микро- һәм наномасштаблы динамикаһы үҙәге лабораторияһының ғилми етәксеһе; бер үк ваҡытта 1993 йылдан АҠШ-тың Массачусетс штаты университетында (Бостон ҡалаһы), 1994 йылдан «Arthur D. Little, Inc.» компанияһы (Кембридж ҡалаһы), 1996 йылдан «Dynaflow, Inc.» компанияһы (Фултон ҡалаһы) хеҙмәткәре, 2000 йылдан Мэриленд штаты университеты Алдынғы компьютер тикшеренеүҙәре институтының тикшеренеүсе-профессоры (Колледж Парк ҡалаһы). Физика математика фәндәре докторы (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхтәмов Камил Наэл улы (1960), ғалим-хирург, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының микрохирургия бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимов Сәләм (Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы; 1911—19.07.1939), уҡытыусы, журналист, шағир, ғилми хеҙмәткәр. 1930—1933 йылдарҙа «Башҡурдистан» (хәҙерге «Башҡортостан» гәзите) хеҙмәткәре, 1937—1938 йылдарҙа Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре.
- Фән Вәлиәхмәтов (1951), йырсы, музыкант-тальянсы. 1979 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1995—2005 йылдарҙа Яр Саллы ҡалаһының «Энергетик» мәҙәниәт һарайының «Болғар» ансамбле солисы. Башҡортостан (2011) һәм Татарстан (2007) Республикаларының халыҡ артисы, Шаран районының почётлы гражданы (2013).
- Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (1956—3.09.2018), хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1993—2011 йылдарҙа Бөрйән районы хакимиәте башлығы; 2011—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең биләмәләр менән эшләү буйынса идаралығының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының беренсе ((1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Бөрйән районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мөсәт ауылынан.
- Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (1996), Рәсәйҙең урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан спортсы-шашкасыһы. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. 2004 йылдан халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Карманов Афанасий Георгиевич (1907—23.06.1941), хәрби хеҙмәткәр, 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вакуленко Иван Логинович (1878—4.04.1955), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Шмарев Алексей Тихонович (1913—2.06.1993), СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-нефтсе. 1938—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының нефть һәм газ сығарыу ойошмаларында етәксе вазифаларҙа, артабан РСФСР Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесенең 1-се урынбаҫары һәм РСФСР геология министры урынбаҫары, 1977—1993 йылдарҙа Мәскәү ғилми-тикшеренеү институттары хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1966). Татар АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм СССР-ҙың почётлы (1987) нефтсеһе. Сталин (1950) һәм Ленин (1962) премиялары лауреаты. Ике Ленин (1948, 1956), биш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1950, 1963, 1968, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчиктан.
- Әҙелшина Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (1933—13.07.2014), 1969—1995 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылынан.
- Ғизәтуллина Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы (1948), педагог, 1997—2003 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Данилов-Чалдун Максим Николаевич (1894—2.03.1944), яҙыусы. Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Миномет полкы парторгы, гвардия кесе лейтенанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Уҫылыбаш ауылынан.
- Вахромеев Игорь Сергеевич (1924—16.01.1998), ғалим-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986). Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Әхмәтов Сабит Хөсәйен улы (1934), хеҙмәт ветераны. 1961—1994 йылдарҙа Кушнаренко районының «Большевик» колхозы тракторсыһы һәм бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Ленин ордены кавалеры.
- Ибраһимов Наил Хәйрулла улы (1939—4.11.2018), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1972), профессор (1973). 1984—1987 йылдарҙа Өфө авиация институтында кафедра мөдире. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Иҫке Урыссу ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1689: Шарль де Монтескьё, Франция хоҡуҡ белгесе, яҙыусы.
- 1835: Цезарь Антонович Кюи, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1915: Борис Раушенбах, СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- 1925: Казбек Ғиззәт, СССР ғалим-философы, Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
- 1925: Жиль Делёз, Франция философы.
- 1945: Хосе Луис Пералес, Испания йырсыһы, композитор.
- 1925: Жиль Вильнёв, Канада автоуҙышсыһы, «Формула-1» ярышының вице-чемпионы.