Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

СССР ордены

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (рус. орден Трудового Красного Знамени) — Советтар Союзы ордены. СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән 1928 йылдың 7 сентябрендә булдырылған.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Нигеҙләү датаһы 7 сентябрь 1928
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[d]
Түбәнерәк дәрәжә Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Изображение орденской планки
Һаны 1 224 590
Лауреаттар категорияһы Категория:Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Викимилектә

Орден статуты ла шул уҡ ҡарар менән раҫлана. Артабан СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының 1936 йылдың 7 майындағы ҡарарына һәм СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге һәм 1947 йылдың 16 декабрендәге Указдарына ярашлы статутҡа үҙгәрештәр индерелә.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дәүләт һәм йәмғиәт алдында етештереү, фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт, ижтимағи һәм башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге өлкәһендә күрһәткән юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелгән.

Орден менән бүләкләнеүселәр:

  • СССР граждандары;
  • предприятиялар, берләшмәләр, ойошмалар, учреждениелар;
  • союз һәм автоном республикалар, крайҙар, өлкөләр, автоном өлкәләр, автоном округтар, райондар, ҡалалар һәм башҡа торамалар;
  • шулай уҡ сит ил граждандары, предприятиялары, ойошмалары, учреждениелары һәм торамалары бүләкләнә алған.