Төп менюны асырға

Туймазы районы (рус. Туймазинский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район.

Туймазы районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

1 ҡала и 20 ауыл

Административ үҙәк

Туймазы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Муниципаль район хакимиәте башлығы

Суфыянов Айҙар Рифғәт улы

Муниципаль район Советы рәйесе

Минибаев Ильфир Ғоссам улы

Рәсми телдәр

башҡорт, урыҫ

Халҡы (2016)

131 953[1] (3.24 %, 1 урын)

Тығыҙлығы

55.82 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, сыуаштар, мариҙар

Конфессиональ состав

мосолмандар, православие динен тотоусылар

Майҙаны

2 364 км² (22 урын)

Туймазы районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
ОКАТО

80 251 000 000

Административ үҙәге — Туймазы ҡалаһы.

ГеографияһыҮҙгәртергә

Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡта — Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары, көнбайышта — Татарстан Республикаһы һәм Октябрьский ҡала округы биләмәләре менән сиктәш.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөн алып тора. Нефть (Туймазы, Серафимовка, Кәпәй-Ҡыбау, Троицк һ. б.), ҡомташ (Ғәфүр, Ҡандра), гипс (Мәҡсүт), кирбес сеймалы (Түбәнкүл, Туҡмаҡ-Ҡаран), агрономик рудалар (Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй, Кәлшәле һ. б.) ятҡылыҡтары асылған.

Райондың көнбайышында — Ыҡ, көньяғында — Ҡыйҙаш, үҙәк өлөшөндә һәм төньяҡ-көнбайышында Өҫән йылғалары аға. Район йылы һәм ҡоро агроклиматлы регионға, Өҫән йылғаһының түбәнге ағымындағы типик ҡара тупраҡлы ерҙәр Урал алды дала зонаһына инә. Ҡалҡыу өлөшөндәге ҙур ғына майҙандада — йүкә, саған, имән ағастарынан торған киң япраҡлы урмандар, ә көньяҡ-көнсығышында ҡайын һәм уҫаҡ урмандары һаҡланған. Туймазы урман хужалығы эрозияға дусар булған текә битләүҙәрҙә ағас ултыртыу менән шөғөлләнә. Урмандар 62,5 мең га (Район территоряһының 26,5 %) майҙаны биләп тора, ауыл хужалығы ерҙәре 135,9 мең га, шул иҫәптән 96,6 мең га — һөрөнтө ерҙәр, 6,9 мең га — сабынлыҡтар, 32,2 мең га — көтөүлектәр.

Ҡандракүлде уратҡан «Ҡандракүл» дәүләт милли тәбиғәт паркы, Мәҡсүт ауылы яҡын Ыҡ йылғаһы ярындағы мәмерйә, Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар, Үрге Троицк лесничествоһындағы ҡарағастар һаҡлана торған территориаль һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.

 
Туймазы ҡалаһының
«Әл-Фәтихә» мәсете

ТарихыҮҙгәртергә

Райондың барлыҡ торама пункттары элекке ҡыр-йылан, ҡаңлы, ҡырғыҙ, ҡобау һәм байлар башҡорт ҡәбиләләре ерҙәрендә урынлашҡандар. Идара итеүҙең кантон системаһы осоронда был ерҙәр 12-се башҡорт кантоны составында була.

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

 
Йыл Халыҡ һаны
1939 53 846 [2][3]
1959 99 218 [4][3]
1970 48 533 [5][3]
Йыл Халыҡ һаны
1979 39 273 [6][3]
1989 30 654 [7][3]
2002 30 923 [8][3]
Йыл Халыҡ һаны
2010 131 225 [9]
2018 132 448 [10]
2019 132 337 [11]
Урбанизация

Ҡала шарттарында (Туймазы ҡалаһы) район халҡының 51.74 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 38,5 %, башҡорттар — 33,7 %, урыҫтар — 22,8 %, сыуаштар — 1,5 %, мариҙар — 1,4 %, башҡа милләт вәкилдәре — 2,1 %[12].

Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә

Административ-территориаль бүленешеҮҙгәртергә

Район территорияһында Октябрьский ҡалаһы һәм 113 ауыл урынлашҡан.

Торама пункттар буйынса халыҡ һаны
Туймазы 68 277[1]
Ҡандра 10 885[18]
Серафимов 9813[18]
Собханғол 5598[18]
Түбәнге Троицк 3885[19]
Дуҫлыҡ 2145[18]
Иҫке Туймазы 1247[18]
Ҡарамалы-Ғөбәй 1120[18]
Ғәфүр 1083[18]
Төмәнәк 1070[18]
Илсембәт 1067[18]
Беренсе Май 983[18]
Райман 970[18]
Нөркәй 888[18]
Үрге Троицк 816[18]
Иҫке Собханғол 784[18]
Кәкребаш 774[18]
Япрыҡ 755[18]
Түбәнге Бишенде 744[18]
Үрге Бишенде 725[18]
Николаевка 724[18]
Татар-Олҡан 691[18]
Сәйрән 688[18]
Бишҡурай 680[18]
Туҡтағол 658[18]
Йәрмөхәмәт 651[18]
Ҡандра-Ҡотой 651[18]
Әгертамак 610[18]
Уяҙытамаҡ 593[18]
Туҡай 587[18]
Ҡандракүл 547[18]
Кәлшәле 525[18]
Кендектамак 475[18]
Мәтәүтамак 457[18]
Үрге Сәрҙек 406[18]
Соҡаҙытамаҡ 398[18]
Балтай 377[18]
Соҡаҙыбаш 359[18]
Ярмунса 340[18]
Аблай 315[18]
Үрмәкәй 315[18]
Иҫке Ҡандра 308[18]
Никитинка 303[18]
Горный 292[18]
Егетәк 279[18]
Яңы Бишенде 274[18]
Ҡарат 267[18]
Булат 266[18]
Аҙнағол 258[18]
Алексеевка 257[18]
Фрунзе 241[18]
Воздвиженка 232[18]
Түбәнге Сәрҙек 209[18]
Серафимовка 209[18]
Төпкилде 209[18]
Исмаил 197[18]
Тәрәнйылға 189[18]
Ҡаран-Бишенде 168[18]
Яңы Нарыш 168[18]
Сыуаш-Олхан 158[18]
Яңы Арыҫланбәк 150[18]
Бәтке 146[18]
Покровка 143[18]
Константиновка 140[18]
Дарвин 138[18]
Ҡандра-Төмәкәй 135[18]
Иманғол 133[18]
Тимер 132[18]
Имәнкүпер 123[18]
Ҡайынйылға 119[18]
Иҫке Арыҫланбәк 119[18]
Туҡмак-Ҡаран 119[18]
Бикмәт 109[18]
Бәйрәкәтүбә 101[18]
Раевка 101[18]
Яҡшай 85[18]
Йүкәле Шишмә 84[18]
Ҡараттамаҡ 78[18]
Казнаковка 77[18]
Әйтәктамаҡ 76[18]
Ҡыҙылбүләк 76[18]
Самсыҡ 76[18]
Мостафа 73[18]
Ҡыҫҡайылға 71[18]
Александровка 62[18]
Чапаево 56[18]
Ташкисеү 53[18]
Балағаскүл 48[18]
Майский 48[18]
Арҙат 47[18]
Мәҡсүт 45[18]
Көйөктамаҡ 42[18]
Нескәбуләк 41[18]
Мулла-Ҡамыш 40[18]
Әтек 37[18]
Нур 31[18]
Ҡамыштау 29[18]
Ҡыҙылташ 26[18]
Кожай-Андреев 25[18]
Леонидовка 25[18]
Түбәнге Ҡаранйылға 19[18]
Яңы Арыҫлан 19[18]
Яңы Һыуыҡҡул 18[18]
Бөресклет хужалығы 15[18]
Кесе Бикмәт 14[18]
Ҡайынйылға 9[18]
Баҡсаһарай 8[18]
Ольховка 8[18]
Ҡарамалы 7[18]
Үрнәк 7[18]
Знаменка 0[18]
Бәләкәй Туҡмаҡ-Ҡаран 0[18]
Һалҡыншишмә 0[18]
Япрыҡ янғын һүндереү депоһы 0[18]

ИҡтисадҮҙгәртергә

Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешле. Нефть ятҡылыҡтарын «Туймазынефть» һәм «Октябрьскнефть» НГДУ-ры үҙләштерә. Сәнәғәт предприятиелары Октябрьский һәм Туймазы ҡалаһы, шулай уҡ Серафимовка ҡасабаһында (автоматика һәм телемеханика ҡулланмаларын сығарыусы тәжрибә заводы, мамыҡ-ҡауырһын әйберҙәре һәм тегеү фабрикалары), Түбәнге Троицкиҙа (Башҡортостан буҫтау комбинаты), Собханғолда (консерва заводы), Ҡандрала (Туймазы быраулау эштәре идаралығы, иген ҡабул итеү предприятиеһы, ҡатнаш мал аҙығы заводы) урынлашҡан. Ауыл хужалығы предприятиеларынан — Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, Ҡандра мөгөҙлө эре мал үрсетеү һәм һимертеү совхозы, Туймазы тоҡомсолоҡ совхозы, ҡошсолоҡ инкубатор станцияһы, «Башнефть» АНК-һының ярҙамсы хужалыҡтарыры: «1 Май», «Нарыштау» һәм «Төҙөүсе» совхоздарыздары эшләй.

Район баҫыусылыҡта — игенселек, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереү, малсылыҡта һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслаша. Район территорияһы буйлап Ульяновск—Шишмә тимер юлы, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлы үтә.

Районда 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 54 клуб учреждениеһы, ауыл участка дауаханаһы бар. Ҡандракүлдең тирә-яғында Октябрьский, Туймазы ҡалаһы предприятиеларының ял итеү базалары, профилакторийҙары урынлашҡан. Татар һәм урыҫ телдәрендә «Туймазы хәбәрләре» — «Туймазинский вестник» гәзите сыға.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 февраль 2016. 21 февраль 2016 тикшерелгән.
  2. 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
  4. 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  5. 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  6. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  8. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
  12. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 март 2013. 5 март 2013 тикшерелгән.
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (Тикшерелгән 18 сентябрь 2017)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (Тикшерелгән 24 сентябрь 2018)
  15. Ветер истории по-прежнему в его парусах. Газета «Вечерняя Уфа». Официальный сайт. 2013, 28 мая (рус.) (Тикшерелгән 2 май 2018)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы (Тикшерелгән 4 май 2018)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы (Тикшерелгән 13 май 2019)
  18. 18,000 18,001 18,002 18,003 18,004 18,005 18,006 18,007 18,008 18,009 18,010 18,011 18,012 18,013 18,014 18,015 18,016 18,017 18,018 18,019 18,020 18,021 18,022 18,023 18,024 18,025 18,026 18,027 18,028 18,029 18,030 18,031 18,032 18,033 18,034 18,035 18,036 18,037 18,038 18,039 18,040 18,041 18,042 18,043 18,044 18,045 18,046 18,047 18,048 18,049 18,050 18,051 18,052 18,053 18,054 18,055 18,056 18,057 18,058 18,059 18,060 18,061 18,062 18,063 18,064 18,065 18,066 18,067 18,068 18,069 18,070 18,071 18,072 18,073 18,074 18,075 18,076 18,077 18,078 18,079 18,080 18,081 18,082 18,083 18,084 18,085 18,086 18,087 18,088 18,089 18,090 18,091 18,092 18,093 18,094 18,095 18,096 18,097 18,098 18,099 18,100 18,101 18,102 18,103 18,104 18,105 18,106 18,107 18,108 18,109 18,110 18,111 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә