25 сентябрь
көнө
25 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 268-се көнө (кәбисә йылында 269-сы). Йыл һуңына тиклем 97 көн ҡала.
25 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Мозамбик: Ҡораллы көстәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1632: Яҡутск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1993: Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Өҫән-Ивановка ауылында Марина Цветаева музейы асыла.
- 2000: Башҡортостандың «Юлдаш» радиоһы эш башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Плаксин Игорь Николаевич (1900—15.03.1967), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1937), профессор (1934). СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1932—1934 һәм 1938—1941 йылдарҙа А. А. Скочинский исемендәге Тау эше институты (Мәскәү өлкәһе) директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1944—1967 йылдарҙа файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу бүлеге мөдире һәм 1947—1955 йылдарҙа директор урынбаҫары; Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951, 1952). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Степанов Александр Николаевич (1910—10.05.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар полкының уҡсылар взводы командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Демобилизациянан һуң Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим тимер юл станцияһында вокзал начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (1915—12.07.2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы, гвардия рядовойы, ауыл хужалығы эшмәкәре. 1945 йылдан Асҡын районының «Төлгөҙ» сәнәғәт артеле рәйесе, 1949—1969 йылдарҙа «Сулпан» һәм «Дуҫлыҡ» колхоздары хеҙмәткәре. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ғәлиев Миҙхәт Ғәббәс улы (1925—10.02.2002), йырсы, 1955—1996 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Суфийәров Феликс Хәбип улы (1945—2019), нефть сәнәғәте алдынғыһы. Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре, ІІ һәм ІІІ дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры; Төмән ҡалаһы, Төмән өлкәһе һәм Ханты-Мансы автономиялы округының почётлы гражданы.
- Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы (1950), педагогик хеҙмәт ветераны, шағир, 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Флүзә Мырҙабаева (1950), журналист, шағир. 1980 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, 1999 йылдан бүлек мөдире. 2007—2008 йылдарҙа «Панорама Башкортостана» журналының бүлек мөдире. 1996 йылдан Журналистар, 1999 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Шәһит Хоҙайбирҙин (2000) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (2001) исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Зәйнуллина Әлфиә Рәшит ҡыҙы (1955), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—1982 йылдарҙа Әлшәй районы Мәндән урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары; 1988—2015 йылдарҙа район хакимиәте мәғариф бүлегенең баш инспекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Арыҫланов Әмир Солтан улы (1926—23.02.1987), рәссам. 1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986).
- Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (1951), хәрби хеҙмәткәр, мәҙәниәт эшмәкәре. 2000—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейы генераль директоры. Отставкалағы подполковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
- Рәмил Ғәйзуллин (1961), музыкант. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иҫәнғолова Рәфилә Ғәббәс ҡыҙы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, Ҡалтасы район үҙәк дауаханаһының элекке табип-психиатры. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Рәмис Дәүләтбаев (1962), башҡорт радио һәм телевидение журналисы, 2000—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе. Рәсәй телевидениеһы академигы (2010). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абдулла Солтанов (1928), үҙешмәкәр йырсы, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
- Үтәкәев Азат Нәзир улы (1953), табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Нефтекама ҡалаһы башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).
- Рәхимов Таһир Тимерхан улы (1953), башҡорт һәм Рәсәй театр һәм кино актёры. 1993 йылдан Мәскәүҙең «П. Фоменко оҫтаханаһы» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), «Чайка» театр премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимханов Кенәз Ғәле улы (1909–13.10.1991), ғалим-инженер-механик. 1946—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960–1971 йылдарҙа — материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире, 1969—1973 йылдарҙа — авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр кандидаты (1951). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.
- Роберт Ғәзизов (1939), СССР (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостан Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Ишемова Ғилминур Фәтхулла ҡыҙы (1939), хеҙмәт алдынғыһы. 1957–1994 йылдарҙа Хәйбулла районының «Аҡъяр» һәм «Быҙаулыҡ» совхоздары һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Саттаров Рафаил Исмәғил улы (.1944), хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығының элекке баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1765: Михаил Огинский, Польша композиторы, сәйәси эшмәкәр (полонез «Прощание с Родиной» — «Огинский полонезы» исеме менән билдәле).
- 1771: Николай Раевский, Рәсәй империяһы генералы, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы.
- 1906: Дмитрий Шостакович, СССР композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1954), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- 1920: Сергей Бондарчук, кино һәм театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1952), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1932: Анатолий Соловьяненко, опера йырсыһы, СССР һәм Украинаның опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975), Украина Геройы (2008).
- 1938: Лидия Федосеева-Шукшина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1950: Шамил Тимербулатов, композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013) («Ҡайҙа һеҙ, йәшлек йылдарым?» (Роберт Миңнуллин һүҙҙәре), «Мин бит ҡара ҡарлуғас» (Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәре).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1849: Иоганн Штраус, Австрия композиторы.
- 1970: Эрих Ремарк, Германия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.