23 ғинуар
көнө
23 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 23-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 342 көн ҡала (кәбисә йылында 343).
23 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
«Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы
- 1918: III Бөтә Рәсәй эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советтары съезы асыла.
- 1938: Башҡорт АССР-ының Архитекторҙар союзы ойошторола.
- 1998: «Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шляпкин Иосиф Тимофеевич (1925—7.12.2014), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. III дәрәжә Дан (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылынан.
- Китманов Роальд Викторович (1930—5.05.2007), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). 1962 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геология разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988—1999 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙан.
- Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1987 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылға тиклем финанс һәм иҡтисади анализ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005—2011 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының һәм 1992—1997 йылдарҙа Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1984), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (1997).
- Бәҙретдинов Ғүмәр Ғосман улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1976—2004 йылдарҙа Мәсетле районы Әжекәй ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Егуткин Наум Лазаревич (1950), ғалим-физик-химик. 1972 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 2013 йылдан — Өфөләге «Петон» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (1916—12.06.1994), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1936–1974 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры (1968 йылдан — Сибай башҡорт драма театры) актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
- Соколова Лилиана Гәрәй ҡыҙы (1931—9.08.2014), журналист. 1959—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының совет төҙөлөшө редакцияһы мөхәррире, бер үк ваҡытта Бөтә Союз радиоһының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Киров ҡалаһынан. Башҡортостандан беренсе Олимпия чемпионы Игорь Соколовтың әсәһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (1952—18.09.2002), театр актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (1908—29.06.1980), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.
- Андреева Әлфиә Васильевна (1958), ғалим-ветеринар, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, биология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лерман Исай Абрамович (1884—13.02.1954), ғалим-фармаколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1934 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире, 1946—1948 йылдарҙа — деканы. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1940). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Житомир өлкәһе Бердичев ҡалаһынан.
- Майстренко Евгений Николаевич (1949—25.08.2020), ауыл хужалығы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1990—2015 йылдарҙа Өфө районының «Алексеевский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәсәйҙаң Почёт, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Өфө районының почётлы гражданы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Атауллин Ринат Юмор улы (1959), рәссам, 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010), Әбйәлил районы хакимиәтенең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (1998).
- Сыртланова Эльза Рәйеф ҡыҙы (1969), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм медицина тармағы эшмәкәре. 2015—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1600: Александр Кейринкс, Бельгияның барокко дәүере рәссамы.
- 1785: Карл Адольф Агард, Швеция ботанигы.
- 1820: Александр Серов, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1862: Давид Гильберт, Германия математигы.
- 1870: Уильям Джордж Морган, АҠШ-тың физкультура уҡытыусыһы, волейболды уйлап сығарыусы.
- 1897: Ева Симонайтите, Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы.
- 1915: Артур Льюис, Бөйөк Британия иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1979).
- 1918: Гертруда Элайон, Америка биохимигы һәм фармакологы.
- 1935: Георгий Голицын, СССР һәм Рәсәй геофизигы, академик.