Сибай
Сибай — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге.
Сибай | |
Сибай[1] | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1840 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Сибай[1] |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Сибай ҡалаһы ҡала округы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Сибай ҡалаһы ҡала округы[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 56 514 кеше (2021)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 360 метр |
Туғандаш ҡала | Сорғот[4] һәм Екатеринбург |
Майҙан | 154 км² |
Почта индексы | 453830–453849 |
Рәсми сайт | sibay.bashkortostan.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1925 |
Урындағы телефон коды | 34775 |
Сибай Викимилектә |
Физик-географик характеристика
үҙгәртергәӨфө ҡалаһынан — 521 км, Силәбе ҡалаһынан — 362 км, Ырымбурҙан — 385 км, Екатеринбургтан — 600 км, Магнитогорсктан — 122 км, Гайҙан — 186, Орск ҡалаһынан 227 км алыҫлыҡта ята.
Ҡала рельефы тигеҙ һәм убалы-түбәле, абсолют билдәләр диңгеҙ кимәленән 335—383 м юғары урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа иң ситке нөктәләр араһы — 9 км, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 12 км тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәСибай Башҡортостандың иң йәш ҡалалары араһында булһа ла, эргә-тирәлә табылған ҡомартҡылар борон-борондан бында кеше йәшәүен иҫбатлай. Хәҙерге Сибай ҡалаһы һәм яҡындағы Баймаҡ районы ерҙәрендә электән бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Ҡала 8—9 быуаттарҙа телгә алынған бөрйән башҡорттарының аҫаба ерҙәренә ингән. Башҡорт шәжәрәләрендә яҙылғанса, Һаҡмар һәм Төйәләҫ йылғалары бассейнында Турахан күсмә тормош көткән (Артабан ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында йәшәгән. Турахан кәшәнәһе 14-15 бб. төҙөлгән, хәҙерге Шишмә районында урынлашҡан).
Сибай ҡалаһы тарихында ҙур урынды Сибай (Иҫке Сибай) ауылы тотоп тора. Уның тарихы 18 б. 70-се—80-се йылдарынан башлана. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ейәне Ш. У. Сибаев властар һәм халыҡ яғынан яҡшы характеристика алған, сәсән һәм «Сибай» йырының авторы булған.
Сибай ҡалаһы XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлау менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала статусы ала.
Ҡалала 61 597 кеше йәшәй, Төйәләҫ ауылы менән бергә 62 471 кеше иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр 2005 йылдың 1 ғинуарына тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында (Төйәләҫ менән бергә) 60 144 кеше иҫәпкә алынған. Шуларҙың 48,7 — % башҡорттар, 38,7 % — урыҫтар, 8,9 % татарҙар тәшкил итә.
Сибай аша Магнитогорск — Ира федераль автомобиль юлы һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сермән республика әһәмиәтендәге автомобиль юлы үтә.
- Климаты
Асыҡ һәм тигеҙ рельеф сәбәпле, йыл буйы ел тиҙлеге юғары: 5—7 м/сек, күбеһенсә көнбайыштан иҫә. Ҡалала континенталь климат, йәй уртаса йылы, ҡайһы саҡта эҫе, ҡоро, ҡыш һалҡын була. Йылдың уртаса яуым-төшөм кимәле — 300 мм, дымлы атлантик һауаһын Урал тауҙары туҡтата.
NASA мәғлүмәттәре буйынса Сибайҙа уртаса тәүлек һауа температураһы[5] | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноябрь | Декабрь | Йыл |
−13,0 °C | −13,0 °C | −8,0 °C | 3,0 °C | 14,0 °C | 20,0 °C | 21,0 °C | 19,0 °C | 12,0 °C | 3,6 °C | −6,0 °C | −12,0 °C | 3,0 °C |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1939[6] | 1959[7] | 1967[6] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 1992[6] | 1996[6] | 1998[6] |
2400 | ↗28 822 | ↗37 000 | ↗37 656 | ↗40 294 | ↗47 257 | ↗48 400 | ↗53 900 | ↗55 400 |
2000[6] | 2001[6] | 2002[11] | 2003[6] | 2005[6] | 2006[6] | 2007[6] | 2008[6] | 2009[12] |
↗57 900 | ↗58 900 | ↗59 082 | ↗59 100 | ↗61 600 | ↗62 900 | ↗64 300 | ↗65 200 | ↗67 224 |
2010[13] | 2011[6] | 2012[14] | 2013[15] | 2014[16] | 2015[17] | |||
↘62 763 | ↗62 800 | ↗62 911 | ↘62 669 | ↘62 562 | ↘62 356 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 269 Рәсәй Федерацияһының 1112[18] ҡалаһы араһында [19] 375-се урында була.
- Милли составы
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 53 %, урыҫтар — 35,6 %, татарҙар — 8,3 %, башҡа милләт вәкилдәре — 3,1 %[20].
Мәғариф
үҙгәртергәҠаланың төп уҡыу йорттары:
- Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты
- Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы
- Сибай политехник колледжы
- Сибай дәүләт педагогия колледжы
- Сибай дәүләт медицина колледжы
- Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы
- Сибай сәнғәт колледжы
- Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы
- 24-се һөнәри лицейы
- Сибай гимназия-интернаты
- Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе
Сибайҙа 14 дөйөм, 12 мәктәпкәсә, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 2 ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.
Мәҙәниәт
үҙгәртергә- Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры
- Сибай «Сулпан» балалар театры
- Сибай дәүләт филармонияһы
- Сибай тарих-тирә—яҡты өйрәнеү музейы
- Балалар сәнғәт мәктәптәре
- Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
- Йәштәр мәҙәни — ял үҙәге
- Халыҡ ижады үҙәге
Спорт
үҙгәртергә- «Ирәндек» боҙ һарайы
- «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексы
- «Шахтостроитель» футбол клубы
- «Горняк» хоккей клубы
- «РОСТО» Сибай парашют клубы
- «Шоңҡар» кикбоксинг клубы
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Светлана Арғынбаева — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
- Афзалова Римма Шәрифйән ҡыҙы — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһында күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире.
- Байназаров Азамат Хажмөхәмәт улы — хеҙмәт ветераны, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Березина Валентина Кузьминична — төҙөүсе, хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ғәбитов Миҙхәт Исмәғил улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
- Ғүмәров Рафиҡ Абдрахман улы (1933- 2003)- 1980-се йылдарҙа КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1-се секретары,СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы, "Почет билдәһе" ордены кавалеры, Бәләбәй ҡалаһы Советы башҡарма комитеты рәйесе (1965-1980).Подполковник.
- Елисеева Мария Тимофеевна — уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
- Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы — 1992—1999 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәте башлығы, техник фәндәр кандидаты, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Кодакова Наталья Васильевна — хеҙмәт ветераны, Хеҙмәт даны музейы һәм «Фронтташ әхирәттәр» клубы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Советтар Союзы Геройы Федор Беловҡа арналған китаптар авторы.
- Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы — Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Мотаев Исхаҡ Сәләх улы — «Яңы Сибай» ятҡылығын асыусы.
- Любушкин Виктор Васильевич (23.10.1913—1.02.1983), совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1961 йылдарҙа КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1‑се секретары. Башҡорт АССР-ының III—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1956), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), ике Почёт Билдәһе (1961, 1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Айҙарәле ҡасабаһынан[21].
- Муллаҡаева Нурия Камалетдин ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Мәүлетҡолов Эмиль Хәсән улы — Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, ҡала Советы депутаты.
- Руденко Олег Анатольевич (15.09.1959), хужалыҡ эшмәкәре. 2006-2010 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры[22].
- Рәсүлев Әбүбәкир Насырйән улы — төҙөүсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Сарбаев Рәил Сәлих улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, С. Юлаев орден кавалеры, 2000—2005 йылдарҙа Сибай ҡала хакимиәте башлығы.
- Cуворова Анна Сергеевна — флотатор, хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған металлургы.
- Таһиров Мәнир Сәфей улы — уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
- Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы — педагогик хеҙмәт ветераны, ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһы Тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһының почетлы белгесе, «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү темаһына китаптар авторы.
- Филиппова Мария Федоровна — кондитер, хеҙмәт ветераны, Совет сауҙаһы отличнигы.
- Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы — 1972—1997 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы директоры, хеҙмәт ветераны, «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, CCCР-ҙың, РСФСР-ҙың, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Хәсәнов Сәфиулла Ғайса улы — 1960—2006 йылдарҙа Сибай АТП-һында эшләй, хеҙмәт юлын шоферҙан башлап, етәксегәсә барып етә. Хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
- Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы — театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Ғәҙелша шарлауығы
- Сибай карьеры
- Ирәндек һырты
Архитектура
үҙгәртергә- С. Юлаев һәйкәле
- Ф. И. Белов һәйкәле
- А. Матросов һәйкәле
- «Мәңгелек ут» мемориалы
- Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәйкәле
- В. И. Ленин һәйкәле
- Зәки Вәлиди Туған һәйкәле
Телевидение
үҙгәртергәРадиостанциялар
үҙгәртергә- 70,28 FM — Ашҡаҙар радиоһы
- 102,1 FM — Ҡояш радиоһы
- 102,7 FM — Юлдаш радиоһы
- 104,5 FM — Юл радиоһы
- 106,3 FM — Спутник 107 ФМ
Транспорт
үҙгәртергәМагнитогорск-Сибай (Көньяҡ Урал т. юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 110 км). Әбйәлил һәм Баймаҡ р ндары аша үтә. 1954 й. төҙөлгән.
Гәзит
үҙгәртергә- «Сибайский рабочий» гәзите
- Атайсал гәзите 2011 йыл 3 сентябрь архивланған.
- «Зауралинфо» гәзите 2014 йыл 9 февраль архивланған.
- «Метро Сибай» мәғлүмәти аҙналыҡ гәзит 2012 йыл 19 декабрь архивланған.
- «Кому что?» реклама гәзите
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ http://admsurgut.ru/rubric/120/Partnery-Surguta
- ↑ NASA. База данных RETScreen
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 Народная энциклопедия «Мой город». Сибай . Дата обращения: 9 октябрь 2013. Архивировано 9 октябрь 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Республике Башкортостан(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Любушкин Виктор Васильевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
- ↑ Руденко Олег Анатольевич. Биографическая справка (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.