Стәрлебаш районы
Стәрлебаш районы (рус. Стерлибашевский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Стәрлебаш ауылы.
Стәрлебаш районы рус. Стерлибашевский район | |
---|---|
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 16 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Стәрлебаш ауылы |
Хакимиәт башлығы | Рахманғолов Рөстәм Камил улы |
Халыҡ һаны | 20454 кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | 12.8 |
Майҙаны | 1608,75 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
Автомобиль коды | 02, 102 |
Этимологияһы
үҙгәртергә1930 йылда кантон системаһын район системаһына күскән саҡта райондарҙың исеме район үҙәгенән алынған. Стәрлебаш районының атамаһы район үҙәге Стәрлебаш ауылына бәйле. Стәрлебаш ауылы үҙ сиратында Стәрле йылғаһынан алынған.
Географик урыны
үҙгәртергәХалыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (26.02.1926—6.10.1996), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1973—1985 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Иҫке Ҡалҡаш ауылынан.
- Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1.04.1954), баянсы. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баянсыһы, 1994 йылғаса — музыкаль бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты (Ульяновск, 1974). Иҫке Ҡалҡаш ауылынан[20].
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19.03.1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). Стәрлебаш ауылынан[21].
- Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14.09.1928—25.05.2004), хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1972). Йәлембәт ауылынан.
- Рәхимов Таһир Тимерхан улы (25.09.1953), театр һәм кино актёры. 1993 йылдан Мәскәүҙең «П. Фоменко оҫтаханаһы» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), «Чайка» театр премияһы лауреаты (2004). Стәрлебаш ауылынан[22].
- Туҡаев Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы (14.01.1862—1932 йыл), ахун, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II һәм III саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, башҡорт. Стәрлебаш ауылынан.
- Мерәсев Рәхим Зәки улы (14.1.1940 ), БДУ-ның роман һәм герман филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы. Әмир ауылынан
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 март 2019)
- ↑ Рәхимов Таһир Тимерхан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 сентябрь 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Стәрлебаш районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.