5 ғинуар
көнө
5 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 5-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 360 көн ҡала (кәбисә йылында 361).
5 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бойскауттар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1769: Джеймс Уатт үҙенең пар машинаһына патент ала.
- 1918: Бөтә Рәсәй Ойоштороусылар йыйылышының беренсе ултырышы була, уның эшендә 410 делегат ҡатнаша.
- 1919: Өфөләге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ойошторола.
- 1920: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы эшләй башлай.
- 1946: Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры тәүге труппаһы ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлиулла Мортазин-Иманский (1885—10.07.1938), дәүләт һәм театр эшмәкәре, педагог. 1919—1937 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының Тамаша предприятиелары идаралығы начальнигы; БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса комитеттың начальник урынбаҫары һәм начальнигы; 1926—1937 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1928 йылға тиклем театр бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) артисы.
- Белов Василий Михайлович (1925—15.04.1993), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. 1941—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы) районы Подлуб ауылында эшләй. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Стрижкова Раиса Семёновна (1930—26.04.2002), тележурналист. 1954 йылдан Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты мөхәррире, 1959—1962 һәм 1964—1988 йылдарҙа — баш мөхәррире. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Исхаҡова Рива Афзал ҡыҙы (1940—21.02.2021), театр актёры, 1973—1995 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылынан.
- Ҡорбанғәлиев Әғләм Ғибәҙулла улы (1940—24.01.2017), педагог. 1993—2013 йылдарҙа Бөрө ҡалаһы 3-сө урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
- Копейчик Александр Сергеевич (1945), һынаусы-лётчик. 1969 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһы осоусыһы, һынаусы-лётчигы, 1972—1992 йылдарҙа һынаусы-осоусылар отряды командиры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы-лётчигы (1998). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы ҡалаһынан.
- Ғәлимшин Рәмил Хаматнур улы (1950), табип, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының элекке анестезиолог-реаниматологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ниғмәтуллина Римма Зәйнулла ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1981—2004 йылдарҙа Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайының Башҡорт халыҡ театры режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кряжева Валентина Ивановна (1936—6.05.2015), педагог. 1964–2003 йылдарҙа Салауат ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәкимов Флүс Мәғсүм улы (1941), инженер-электрик. 1965—2009 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең слесарь-электромонтажсыһы, инженер конструкторы, 2007 йылдан – электромонтёр; 1995 йылдан Башҡортостан троллейбус заводының инженер-технологы, 2000 йылдан төп инженер-конструктор. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Болтнев Андрей Николаевич (1946—12.05.1995), театр актёры. 1973 йылдан Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡалалары драма театрҙары, 1985 йылдан — Владимир Маяковский исемендәге Мәскәү театры артисы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- Хәмзин Рәүил Хәмит улы (1946), энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, шәхси эшҡыуар. 1985—1987 һәм 1998—2006 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең Ишембай электр селтәрҙәре начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2002).
- Нур Дауытов (1956), композитор, йәмәғәтсе. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль етәксеһе, 1987 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, бер үк ваҡытта 2000–2006 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостандың Музыкаль йәмғиәт идараһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Рәсәй Федерацияһының (2007) атҡаҙанған сәнғәт әшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990), Фәтих Кәрим исемендәге (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2014) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Таһир Кәримов (1912—21.07.1978), композитор. 1957—1972 йылдарҙа хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире. 1950 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972) һәм атҡаҙанған артисы (1953). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957).
- Йыһаншин Фәнил Нурдәүләт улы (1937—12.12.2013), нефть сығарыу тармағы алдынғыһы. 1962 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының слесарь-төҙәтеүсеһе һәм водителе; 1974—1995 йылдарҙа нефть сәнәғәтенең башҡа предприятиелары водителе. «Почёт Билдәһе» ордены каваалеры (1971).
- Әбделминев Ким Ғимаҙи улы (1947), ғалим-химик-технолог. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1982 йылдан лаборатория мөдире, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1999 йылдан — уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003).
- Сухов Флорид Әбүдәр улы (1952—20.03.2000), нефть тармағы алдынғыһы. 1973 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр ҡорамалдары һәм электр тәьминәте цехы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан.
- Андреев Виталий Михайлович (1957), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995 йылдан Мишкә район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2007—2015 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Гончаренко Татьяна Дмитриевна (1957—7.11.2016), китапханасы. 1976 йылдан Салауат үҙәк ҡала китапханаһы китапханасыһы, уҡыу залы мөдире, 1981—2013 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Хафизов Айрат Рим улы (1957), ғалим-инженер. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан тау-нефть факультеты деканы; 2016—2020 йылдарҙа нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989), Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2013).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Аляев Иван Павлович (1918—21.03.2000), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, инженер-полковник (1961). Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1940).
- Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы (1923—23.03.1998), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), тарих фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973). Ике I дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) ордендары кавалеры.
- Лебедьков Иван Александрович (1938), спортсы, тренер. 1972—2011 йылдарҙа Салауат ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто тренеры. Спорт акробатикаһы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1997), СССР-ҙың спорт мастеры (1962), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), Салауат ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһынан.
- Ғәйнуллин Венер Кәлимулла улы (1943), спортсы, тренер, йәмәғәт эшмәкәре. 1986—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының грек-рим көрәше буйынса йыйылма командаһы тренеры. 1986—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Грек-рим көрәше федерацияһы президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Арыҫлан ауылынан.
- Ҡасҡынова Мәрйәм Усман ҡыҙы (1943), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1959—1997 йылдарҙа Баймаҡ районының «Алға» колхозы һауынсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Баймиева Йәмиғә Шәрифулла ҡыҙы (1948), Тәтешле районы Түбәнге Балтас мәктәбе ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Янгубаев Яныбай Янгубаевич (1948), Мишкә район мәҙәниәт йортоноң «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбленең элекке художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡарға ауылынан.
- Бикбаев Наил Бәйтулла улы (1968), юғары категориялы табип. 1994 йылдан Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы стоматология поликлиникаһының балалар теш табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән ошо рәйондың Сермән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Насыров Ғиниәт Ғәлиәкбәр улы (1929—11.06.1980), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1941—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Карл Маркс исемендәге колхоздың звено етәксеһе, 1958—1961 йылдарҙа рәйес урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Ғәлиуллин Илдус Һаҙый улы (1934—30.05.2009), кинооператор, кинорежиссёр, йәмәғәт эшмәкәре. 1986 йылдан СССР-ҙың Кинематографсылар союзы ағзаһы. 1990—2003 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының кинооператоры. 1996—2001 йылдарҙа Башҡортостан Кинематографсылар союзы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографисы (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Арса районы Орнашбаш ауылынан.
- Сәүиә Сираева (1934), театр актёры. 1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы. Нуриман районының почётлы гражданы.
- Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (1944—18.03.2020), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).
- Гуров Валерий Николаевич (1949), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1998). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001). К. Д. Ушинский миҙалы кавалеры (2015).
- Йосопова Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы (1949), педагог, журналист, йәмәғәтсе. 1978—1999 йылдарҙа Архангел районы Абҙан урта мәктәбе директоры, 2003—2009 йылдарҙа «Инйәр» район гәзите мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Архангел районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Көмәрле ауылынан.
- Абукаев-Эмгак (Абукаев Вячеслав Александрович; 1959—29.05.2008), яҙыусы һәм тәржемәсе. Башҡорт әҙиптәре әҫәрҙәрен мари теленә тәржемә итеүсе. Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2006) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999. Мари комсомолының Олык Ипай исемендәге премияһы (1990), шулай уҡ Яныш Ялкайн исемендәге премия (1998) һәм Марий Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге Дәүләт премияһы (2007) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Туҡтар ауылынан.
- Диярова Зиниә Әнүәр ҡыҙы (1959), педагог, Шаран районы Шаран ауылы 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).
- Шакирйәнов Әнүәр Хафиз улы (1959), ғалим-агроном. 1982 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан — Шишмә үҫемлекселек селекцияһы үҙәге етәксеһе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011). Сабир Ҡунаҡбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Лайыш районының Кесе Йылға ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1876: Конрад Аденауэр, Германияның беренсе федераль канцлеры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1848: Шварц Александр Николаевич, 1908—1910 йылдарҙа Рәсәй империяһы мәғариф министры.
- 1945: Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы (1940).