Стәрлетамаҡ районы
Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район
Стәрлетамаҡ районы (рус. Стерлитамакский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Районда 20454 кеше йәшәй.
Стәрлетамаҡ районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт |
![]() ![]() |
Административ үҙәк | Стәрлетамаҡ |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 40 325 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Әлшәй районы, Ауырғазы районы, Ғафури районы, Ишембай районы, Мәләүез районы, Стәрлебаш районы һәм Миәкә районы |
Майҙан | 2216 км² |
Рәсми сайт | str-raion.ru |
![]() | |
![]() |
Районда «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең линия-производство идаралығы (ЛПУ) урынлашҡан, ул Төмән өлкәһенән үткәрелгән нефть һәм газ торбаларын хеҙмәтләндерә.
ТранспортҮҙгәртергә
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20.01.1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), райондың почётлы гражданины (1997). Түбәнге Уҫылы ауылынан, сығышы менән Ауырғазы районы Семёнкин ауылынан.
- Болелый Владимир Антонович (22.01.1924), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1992 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Бәләбәй быраулау контораһы директоры һәм Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы начальнигы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Константиноградовка ауылынан[2].
- Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (8.08.1943), ауыл хужалығы ветераны, элекке «Йондоҙ» колхозы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Талас ауылынан[3].
- Каяшев Александр Игнатьевич (20.03.1944—15.05.2014), ғалим-инженер-электрик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Яңы Моҡатай ауылынан[4].
- Крюков Николай Иванович (12.09.1948—2.12.2018), инженер-механик, ғалим, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (2004). 1991—2016 йылдарҙа «ГазСервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2001). Дуҫлыҡ (1999) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры. Любажи ауылынан[5][6].
- Логинов Василий Григорьевич (22.04.1929), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1972—1991 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) һәм СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1974) кавалеры. Николаевка ауылынан[7].
- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (27.08.1947) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010) (Латип ауылынан)[8].
- Тимонин Василий Иванович (23.02.1919—18.05.1999), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1963—1981 йылдарҙа район совхоздары директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Покровка ауылынан[9].
- Явнов Павел Викторович (8.06.1928—3.08.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1967—1988 йылдарҙа Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозы (2004 йылдан Явнов исемендәге хужалыҡ) рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2000). Марьевка ауылынан[10].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)
- ↑ Россыпь драгоценных юбилеев. Стерлитамакская районная газета «Сельские нивы», официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Каяшев Александр Игнатьевич (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Крюков Николай Иванович (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2018)
- ↑ В Башкирии скончался бывший депутат Госсобрания-Курултай Николай Крюков. ИА «Башинформ», 3 декабря 2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Логинов Василий Григорьевич (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 20 август 2017)
- ↑ Энциклопедия Стерлитамакского района: Тимонин Василий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
- ↑ Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Явнов Павел Викторович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
- ↑ 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
- ↑ 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Росстат.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)