Малаяҙ
Малаяҙ (рус. Малояз), элекке исемдәре Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, район үҙәге һәм ауыл Советы үҙәге (1935-1963 һәм 1965 йылдан алып). 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4914 кеше[2]. Ауыл Йүрүҙән буйында урынлашҡан. 16 саҡрым алыҫлыҡта Янғантау шифаханаһы бар. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247853001.
Ауыл | |
Малояз башҡ. Малаяҙ | |
Салауат Юлаев музейы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
[[XVII быуат]] |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34777 |
Почта индексы |
452490 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөгә тиклем: 180 км
- Дыуан районы үҙәге Мәсәғүткә тиклем: 50 км
- Янғантау шифаханаһына тиклем: 16 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына (Кропачёво): 29 км
Малаяҙ ауылы Йүрүҙән йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Шәрҙәле йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа 183 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 29 километрҙа, Кропачёво—Мәсәғүт—Ачит, Малаяҙ—Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай—Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) автомобиль юлында урынлашҡан.
Этимологияһы
үҙгәртергәМалаяҙ ауылының атамаһы малдарҙың үлән утлау урыны йәки «мал аяҙы» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡандыр, тип фаразлап була. Урыҫса яҙылышында Малаяз тип яҙылмаған, бәлки, урыҫ топонимдарында таралған мало элементы йоғонтоһонандыр — Малояз тип яҙыла.
Тарихы
үҙгәртергәХәҙер Салауат ауыл Советына ҡараған Малаяҙ ауылы, риүәйәт буйынса, XVII быуат башында Ғимал күле уйһыулығында урынлашҡан Иҫке Йорт атамаһы менән билдәле булған[3].
Башҡорт энциклопедияһында: «Малаяҙ ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1756 йылда типтәрҙәр менән керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һалынған» тип яҙылған[4].
XIX быуат башынан Яңы Малаяҙ бүлендек ауылы (хәҙерге Черепанов ауылы) булдырылғандан һуң, Иҫке Малаяҙ тип йөрөтөлә башлаған. XIX быуат уртаһынан хәҙерге Малаяҙ атамаһы нығынған.
1795 йылда Малаяҙ ауылында 159 ир-ат йәшәгән.
Әйле ырыуҙары берләшмәһенә ҡараған Ҡаратаулы ырыуының берҙән-бер ауылы — Ҡаратаулы ауылы Малаяҙ ауылы эргәһендә урынлашҡан булған. Тарихи документтарҙа ул 1695-1702 йылдарҙа телгә алынған. 1729 йылда ҡалмыҡ типтәрҙәре Ҡалмаҡлар ауылын булдырған. 1740 йылғы ихтилал материалдарынан бында Күҫәк (Кучаково) ауылы булғанын беләбеҙ, 1780 йылғы картала Ҡалмаҡлар янында Ҡыҙаяҡ (Кизаяк) ауылы булғаны күренә.
1770 йылдың 26 майында П. С. Палластың фәнни экспедицияһы Ҡаратаулы аша үткән[5].}} Паллас шулай уҡ Ҡаратаулы аръяғында Твердышевтың Йүрүҙән һәм Ҡатау заводы пристанында йөк тейәгән судноларҙы ла күргән[6]
XIX быуат башында Генераль межалау үткәреүҙән күпкә алдараҡ Ҡаратаулы һәм Ҡыр-Көҙәй улустары аҫабалары араһында ер биләмәләре буйынса йыш бәхәстәр ҡупҡан. 1701 йылда Себер юлы Ҡаратаулы улусы башҡорто Ҡыҙалҡа Иренев һәм уның иптәштәре Пётр I батшаға Үтенес ҡағыҙы менән мөрәжәғәт иткән.
Артабан, башта ҡаратаулыларға, һуңғараҡ — көҙәйҙәргә биләмәгә эйә булыу ҡағыҙы (владенная грамота) бирелгән. 1805 йылда Ҡаратаулы ауылының ышаныслы вәкиле Ҡотло Йәғәфәров аңлатмаһынан билдәле булыуынса, Ҡаратаулыларҙың биләмәгә Жалованная грамотаһы (бүләк итеү ҡағыҙы) булған[7]. 1803 йылда ерҙәргә генераль ыҙан һалыу үткәргәндән һуң, Ҡаратаулы улусы биләмәләрендә 11404 дисәтинә ер булған: шул иҫәптән 1405 — һөрөнтө ер, бесәнлектәр — 1655, урмандар — 6677, дала — 1145. Уңайһыҙ ерҙәр — 497 дисәтинә. 1816 йылғы VII йәниҫәп буйынса был ерҙәргә 90 ир-ат аҫаба хужа булған. Ошо 90 ир-егеттең барыһы ла Ҡаратаулыла йәшәгән.
Улар 43 йән типтәр һәм 120 йән мишәрҙе керҙәш хоҡуғында ерҙәренә индергән. Керҙәштәр түбәндәге ауылдарға: 1729 йылда ҡалмыҡтар Ҡалмаҡлар ауылына, 1759 йылда типтәр ауылы Нәсибашҡа, 1793 йылда типтәрҙәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре Әбделмән ауылына (хәҙер бөткән Куркино ауылы) нигеҙ һалған.[8]
1795 йылда 24 хужалыҡта 110 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған.
Ҡаратаулыларҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау
үҙгәртергәБиләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1586-1708 | Ҡаратаулы улусы | Өфө өйәҙе | Себер юлы | Рәсәй Империяһы |
1708-1744 | Ҡаратаулы улусы | Өфө провинцияһы | Себер юлы | Рәсәй Империяһы |
1770 | Ҡаратаулы улусы | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Ҡаратаулы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1925 | Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1930-1933 йй. | Иҫке Ҡаратаулы ауыл Советы | Үрге Ҡыйғы - Ҡыйғы районы | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1943 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1960 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1967-1978 | Малаяҙ ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1978 | Салауат ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Салауат ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Малаяҙ ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
үҙгәртергәҠаратаулыла 1816 йылда 38 хужалыҡта 186 кеше йәшәгән. 1834 йылғы VIII йәниҫәп 195 кешене, 1859 йылғы X йәниҫәп 228 кешене күрһәтә.
1865 йылда Малаяҙ ауылындағы 85 йортта 486 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Малаяҙ ауылында мәсет, училище булған.
XIX быуат башында Яңы Ҡаратаулы ауылы барлыҡҡа килгәнлектән, төп ауылды Иҫке Ҡаратаулы тип йөрөтә башлағандар.
1867 йылда, община ер биләмәләрен һаҡлап ҡалдырып, ерҙәрҙе межалағандар. Бары тик 1882—1893 йылдарҙа ғына файҙаланырға яраҡлы ерҙәр йән башына ҡарап бүленгән. Сәсеү әйләнеше ҡатнаш, өс баҫыулы (дөрөҫ сәсеү әйләнеше түгел), аралаш һыҙатлы. Һөрөнтө ерҙәр баҫыуҙарға бүленмәһә лә, арыш уңышын йыйғандан һуң участкаларҙы парға ҡалдырғандар. Ашламалар аҙ ҡулланыла. Ауылда 3 Һуҡҡыс (молотилка) һәм 5 елгәргес була.
Арыш, бойҙай, һоло, борай, арпа, ҡарабойҙай сәсәләр. 1842 йылда Ҡаратаулыла 211 кешегә 58 бот ужым, 285 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән. 3 сирек картуф ултыртылған. XIX быуат аҙағында арыштың 10 ботонан — 150 бот, һолоноң 15 ботонан — 170 бот, бойҙайҙың 15 ботонан — 160 бот уңыш алғандар. Картуф һәм йәшелсә сәселә. Малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 40 хужалыҡҡа 250 йылҡы һәм һыйыр малы, 100 баш ҡуй, 180 кәзә тура килгән. Ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Ҡаратаулылар ерҙәренең бер өлөшөн: 1200 дисәтинәне Нәсибаш керҙәштәренә, Әбделмән крәҫтиәндәренә — 466 һәм Минйәр заводына — 35, шулай уҡ 3 тирмән урынын ҡуртымға биргән. Тимерлектә игенселек һәм малсылыҡ ҡорамалдары эшләнә[9]
Малаяҙ ауылының XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Малаяҙ ауылында 1817 йылда уҡ төҙөлгән мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
1920 йылда, ике ауыл халҡын дөйөм иҫәпкә алғанда, 92 хужалыҡта 491 кеше булғаны күренә. 1925 йылда Яңы Ҡаратаулыла барыһы - 29, ә Иҫке Ҡаратаулыла 47 хужалыҡ булған.
Совет хөкүмәте, «Ер тураһында декрет» ҡабул итеп, һәр крәҫтиәнде ерле итте. 1920 йылдарҙа Салауат районында тәүге коллектив хужалыҡтар ойошторола. 1921 йылда «Һабансы», «Ҡыҙыл Урал» коммуналары барлыҡҡа килгән. 1928-1929 йылдарҙа «Трактор» селхозартеле, «Берҙәш» һәм «Башҡорт» товариществолары берешәр «Фордзон» тракторы алған. Ҡыҫҡа ваҡытлы тракторсылар курсында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа уҡый.
1935 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Союз Башҡарма Комитеты ВЦИК ҡарары менән БашЦИК Президиумы составына 15 ауыл советы индергән яңы район Малаяҙ районы барлыҡҡа килгән. Район үҙәге тәүҙә Малаяҙҙа (хәҙер Татар Малаяҙы) булған.
1936 йылда, бөтөн Малаяҙ ауылы янып бөткәнлектән, район үҙәген Михайловка һәм Ҡаратаулы ауылына күсерәләр. Район исеменә ҡулайлаштырып, яйлап, район үҙәген дә Малаяҙ тип йөрөтөүгә күскәндәр[10].
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында райондың еңеүгә индергән өлөшө
1941 йылдың 22 июнендә Малаяҙҙа һабантуй гөрләгән. Салауат район советы рәйесе Рафиҡов Ғәббәс Ғәбдрафиҡ улы иҫтәлектәренән:
Йүрүҙән ярында музыка уйнай, ярыштар, бәйге башланды. Һуғыш тураһында хәбәрҙе ишеткәс, тынлыҡ урынлашты, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәре йәшләнде. Беҙ, тиҙ арала халыҡты йыйып, митинг ойошторҙоҡ. 10 меңләп кеше булғандыр [11] |
Сығыш яһаусылар фашистик Германияға ҡаршы һуғышырға, илде азат итеү эшендә көсөн йәлләмәйсә эшләргә әҙер булыуҙарын әйтте. Һуғыш башланғандың тәүге көндәренән хәрби клмиссариатҡа фронтҡа үҙҙәре теләп китергә әҙер 200-ҙән артыҡ кеше ғариза тапшыра. Район партия ойошмаһының яртыһынан күбеһе: райком инструкторҙары Х. Мурзин, М.Федотов, район башҡарма комитеты секретары Ю.Сураманов, Малаяҙ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе Р.Ямаев, колхоз рәйестәре һәм башҡа коммунистар фронтҡа китә. Район хәрби частарға 1370 ат, тиҫтәләгән машина һәм трактор бирә. Ҡатын-ҡыҙ тракторсылар алдынғы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Колхоз-совхоздарға предприятиелар, учреждениелар, уҡыусы балалар һәм уҡытыусылар күп ярҙам күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Слауат районы фронтҡа 1 млн 296 мең бот иген тапшырған. Мәскәү өсөн һуғыштарҙа беҙҙең яҡташтар А.Головин, М.Зиннуров, Ш.Шарафетдинов, Х.Солтанов, З.Ғимранов, Ш.Ғәлләмов, М.Усманов, Б.Шаһиев, Н.Усов, А.Кәримов, Ғ.Ханов, Т.Харисов батырлыҡ күрһәтте. 1942 йылдың көҙөндә район халҡы Салауат Юлаев исемендәге истребитель төҙөү өсөн 1 млн 200 мең һум аҡса йыйып биргән. Салауат районынан һуғыш яланына 8500-ҙән артыҡ ир-егет киткән һәм яртыһы тигеләй Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған.
1943 йылда, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Малаяҙ районын Салауат районы тип үҙгәрткәндәр.
- Һуғыштан һуңғы үҫеш
XX быуаттың 1950-се йылдарында Малаяҙ ауылына 1874 йылда нигеҙләнгән Иҫке Михайловка һәм XVIII быуат башынан бирле үҙ аллы үҫешкән Иҫке Ҡаратаулы ҡушылған.
1949—1950 йылдарҙа колхоздар эреләтелә, 18 колхоз барлыҡҡа килгән. Малаяҙ ауылында «Урал» колхозы уңышлы эшләгән. Һуғыш бөлгөнлөгөнән сығыу осоронда МТС-тарҙың әһәмиәте бик ҙур була. 1946—1951 йылдарҙа Арҡауыл МТС-ы 48 комбайн, 61 трактор менән тулыландырыла: ҡеүәтле «НАТИ» тракторҙары килтерелә.
1950 йылдан һабан менән һөрөүҙе туҡтатҡандар. 1954 йылда, иген етештереү күләмен арттырыу маҡсатында, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә салауаттар ҙа ҡушыла. 1960 йылға районда 8 колхоз һәм 2 совхоз булған.
1965 йылда үҙ аллы Салауат районын тергеҙгәндән һуң, уның үҫеше агросәнәғәт комплексы сиктәрендә дауам итә. Игенселек һәм малсылыҡта хеҙмәт итеү менән бер рәттән хеҙмәтсәндәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу комплекслы ойошторола. Район үҙәгендә үҙәк дауахана, сауҙа, төҙөлөш ойошмалары, почта һәм элемтә, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары, идаралыҡ органдары эшләй. Үҙәк дауахана РСФСР Финанс министрлығы аҡсаһына, С. Юлаевҡа 225 йыл тулыу айҡанлы Элемтә министрлығы аҡсаһына район Элемтә йорто төҙөлә. «Востокнефтепроводстрой» тресы управляющийы Социалистик Хеҙмәт Геройы Ә. Х. Һунарсин Район мәҙәниәт йортон төҙөүҙә ярҙам итә. Район хакимиәте бинаһын төҙөү ҙә КПСС Үҙәк Комитеты контроле һәм «Востокнефтепроводстрой» тресы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Кропачёво — Малаяҙ — Мәсәғүт юлына асфальт һалына. Сулпан ауылы эргәһендәге күпер, Йүрүҙән аша Нәсибаш йүнәлешендә ҙур әһәмиәтле күпер төҙөлә. 1968—1975 йылдарҙа «Башкирэнерго» ойошмаһы тырышлығы менән район ауылдарына тулыһынса электроэнергия үткәрелә.
1991 йылда Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы асыла һәм уның тәүге директоры итеп Ғафаров Хатмулла Абдулла улы тәғәйенләнә. Бер бишйыллыҡ эсендә тиҫтәгә яҡын типовой мәктәптәр, күп ҡатлы йорттар төҙөлә. Телефонлаштырыу, радио алғыстар урынлаштырыла, типографияһы, район гәзиттәре редакцияһы эшләй. Салауат районының ижтимағи һәм «Урал» колхозының хужалыҡ үҫешендә Суроваткин А. Т., Байбурин Ғ. И. һәм Әбдрәшитов Ш. А. кеүек шәхси энтузиазм күрһәткән колхоз рәйестәре эшләй[12].
Малаяҙҙа мәғариф үҫеше
үҙгәртергәБольшевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. 1938 йылда Михайловка ете йыллыҡ башланғыс мәктәбе нигеҙендә Ҡаратаулы урта мәктәбе асыла. Салауат (Малаяҙ) районының 28 ауылынан V—VIII кластарҙа уҡыған 258 уҡыусы йыйыла. 1948 йылда ике ҡатлы ағас мәктәп төҙөлә. 1941 йылда мәктәп директоры Платонов И. Ф. 22 сығарылыш уҡыусыһына өлгөргәнлек аттестаты тапшыра. Шуларҙан 17 уҡыусы үҙе теләп фронтҡа киткән, 9 кеше еңеү менән ҡайта. 2008 йылға (70 йыл) 5000 уҡыусы мәктәпте тамамлаған. Уларҙан 60%-ы юғары белемгә эйә булған һәм уңышлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән:
- Вәлиева Р. Т. — татар шағирәһе
- Вәхитов Ш. К. — Башҡорт АССР-ы Юғары Суды рәйесе
- Вәхитов К. Д. — БАССР Хәүефһеҙлек хеҙмәте дәүләт Комитеты рәйесе урынбаҫары
- Шәрипов Ю. К. — БАССР-ҙың Госплан начальнигы
- Ҡолмөхәмәтов Э. В. — Дәүләт Думаһы депутаты
- Зиннуров Г. Н. — Силәбе политехник институтында инженер-электрик һөнәренә эйә була. Крайҙы өйрәнеүсе. Ике китап, «Лаҡлы тарихы», «Яҙмыш һуҡмағы буйлап», документаль әҫәрҙәр авторы
- Чванов М.А — яҙыусы, ғалим, сәйәхәтсе
йөҙләгән атҡаҙанған табип, уҡытыусы, нефтсе, фән докторы һәм башҡа почётлы исемгә лайыҡ булыусылар бар.
Уҡытыусылар:
- Вәлиев Т. Х. — ике тапҡыр Ленин ордены кавалеры
- Бохараева Т. Ф. — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты
- атҡаҙанған уҡытыусылар: Зәйнетдинов А. К., Әйүпов М. М., Мурзин П. Х., Әхмәҙиев Б.Һ., Ғәниева Л. И., Абдуллина Т.Ғ., Исмәғилова Д. Х., Сәйетғәлина Р.Ә., Баймөхәмәтов Ф. Ф.
- 71 уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһының Почётлы мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.
Күрһәткестәр буйынса мәктәп районда беренсе урында тора. Ул район бүлегенең һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының терәк мәктәбе булып һанала. Был ҡаҙаныштар 1992 йылда Башҡортостан Республикаһында тәүге ауыл мәктәп-гимназияһын, ә 1999 йылда Башҡорт гимназияһын асыу мөмкинлеге бирә.
1974 йылда мәктәптең 640 урынлы өс ҡатлы типовой бинаһы сафҡа баҫа. 2001 йылда гимназия эш башлай һәм шул арҡала ике мәктәптә лә уҡытыуҙы бер сменала ойоштороу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. 1985 йылда Малаяҙ ауылының Хәрби дан, 1988 йылда мәктәп тарихы музейҙары асыла. Һәр 10 йыл һайын ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың осрашыуы үтә. 1972—2009 йылдарҙа мәктәп өлгөргәнлек аттестаты менән бергә, «В» категориялы водитель таныҡлығын да тапшыра. Водителдәрҙе әҙерләп сығарыуға «Почёт билдәһе» ордены кавалеры, автоэш уҡытыусыһы Н. Ф. Фазлетдинов нигеҙ һала. Мәктәп уҡыусылары район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурс, олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ. 2007—2009 йылдарҙа мәктәптә кадет кластары булдырыла[13]
Малаяҙ ауылының бөгөнгөһө
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта Малаяҙ ауылында Дыуан ауыл хужалығы күп профилле колледжы филиалы (элекке 113-сө һөнәри-техниу училище бинаһында), Башҡорт гимназияһы, 1-се урта мәктәп, балалар ижады йорто, сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар станцияһы, 2 балалар баҡсаһы, район үҙәк дауаханаһы, балалар китапханаһы, Мәҙәниәт һарайы (5 үҙешмәкәр художество коллективы ойошторолған), Салауат Юлаев музейы, мәсет, сиркәү бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәМалаяҙ ауылында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1000 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 800 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1800 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 3800 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 4800 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 4914 | 2298 | 2616 | 46,8 | 53,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергә- Аграр урамы (рус. Аграрная (улица))
- Яратҡан урамы (рус. Любимая (улица))
- Арғы урам (рус. Дальняя (улица))
- Йәшлек урамы (рус. Молодёжная (улица))* урамы (рус. (улица))
- Дала урамы (рус. Степная (улица))
- Сейә урамы (рус. Вишнёвая (улица))
- Баҡса урамы (рус. Садовая (улица))
- Ауыл урамы (рус. Сельская (улица))
- Фәррүх Харисов урамы (рус. Фаруха Харисова (улица))
- Көнбайыш урамы (рус. Западная (улица))
- С. Милюков урамы (рус. С. Милюкова (улица))
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица))
- Сәскәле урамы (рус. Цветочная (улица))
- Төҙөлөш урамы (рус. Строителная (улица))
- Еңеү урамы (рус. Победы (улица))
- Рәмзилә Хисаметдинова урамы (рус. Рамзили Хисаметдиновой (улица))
- Марс Нафиҡов урамы (рус. Марса Нафикова (улица))
- Совет урамы (рус. Советская (улица))
- Социалистик урамы (рус. Социалистическая (улица))[14]
. Тағы ла 59 урам.
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәЙылғалар:
Шишмәләр:
Тау-ҡаялар:
Мәмерйә: Салауат мәмерйәһе
Ялан-бесәнлектәр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Байрамғолов Баязит Байрамғол улы (1896 — ?) — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
- Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы (БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Ҡаратаулы ауылында 23.02.1925 й. тыуған — 31.7.2004 Өфөлә ерләнгән) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хоҡуҡ белгесе, РСФСРҙың атҡаҙанған юрисы (1982), БАССР Юғары суды рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе (1961—1991).
- Вәхитов Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы (10.01. 1928 й.) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1963—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты рәйесе урынбаҫары, полковник.
- Вәхитов Радик Шакир улы (17.08.1948), инженер-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист, тарихсы. Техник фәндәр кандидаты (1975), доцент. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008). Иҫке Ҡаратаулы (Малаяҙ) ауылынан[15].
- Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (1.01.1978), ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006).
- Ҡолмөхәмәтов Хәйрулла Динмөхәмәт улы (1.09.1904 —) — күренекле крайҙы өйрәнеүсе, Салауат Юлаев исемен башҡорт халҡына танытыусы, тормошон һәм көрәш юлын өйрәнеп, уның шәжәрәһен төҙөүсе; Әйле ҡәбиләһе башҡорттарының шәжәрәһен тергеҙеүсе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хужалыҡ һәм партия эше активисы.
- Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (1.10.1951) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты, «Халыҡтар дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2012—2016 йылдарҙа «Янғантау» санаторийы директоры.
- Мөхәмәтдинов Ирек Радил улы (16.10.1960) — 11.03.2016 й. — Башҡортостан Республикһы Премьер-министры урынбаҫары[16]Н. Э. Бауман ис. Мәскәү юғары техник училищеһын, Мәскәү ҡулланыусылар кооперацияһы университетын тамамлаған. 2011—2016 йй. — «Россельхозбанк» ААЙ-ының Башҡортостан региональ филиалы директоры.
- Мөхәмәтдинов Шамил Радил улы (17.05.1967) — 2016 йылдың 23 июненән Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы[17] (06.2016).
- Чванов Михаил Андреевич (25.07.1944)- Уҡытыусы, төҙөүсе, спелеолог, урыҫ яҙыусыһы, Славян яҙмаһы халыҡ-ара фондының вице-президенты. 1994 й.-Башҡортостан Республикаһының, 2001 й.- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. С. Т. Аксаков ис. Бөтә Рәсәй әҙәбиәт премияһы, Баталист һәм маринист яҙыусылар Халыҡ-ара ассоциацияһының К.Симонов ис. премияһы лауреаты. 2006 й.- Рәсәй Яҙыусылар союзының I дәрәжәле Ҙур әҙәбиәт премияһына лауреаты. 2009 й.- «Өфө ҡалаһының Почётлы гражданины».
- Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1.08.1948), ғалим-педагог һәм психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995)[18].
- Шайдукова Лиана Дим ҡыҙы (1.01.1985), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (2011), доцент (2016), Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының социаль педагогика һәм социаль эш кафедраһы уҡытыусыһы.
- Әминев Тельман Ғәзиз улы (20.01.1936—6.01.2021), ғалим-химик. 1975 йылдан СССР, артабан Рәсәй Фәндәр академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2002), профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы.
- Әминев Юлай Ғәзиз улы (15 август 1937 йыл —2012 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2012). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның улы.
- Зарипов Рәдиф Рәлиф улы (26 август 1983 йыл) — эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
Иҫке Ҡаратаулыла (Малаяҙҙа) тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергәИҫке Ҡаратаулыла (Малаяҙҙа) күпмелер йәшәгән, уҡығандар :
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Сабирьянрва С. Г. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
- Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
- Илишев И.Г и др. Салават Юлаев. Энциклопедия. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004
Малаяҙ ауылы һәм уның кешеләре тураһында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡаратаулы ырыуы
- Салауат ауыл Советы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Малаяҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 513—514 сс.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—120 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
- История образования, становления и развития Салаватского сельского Совета
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ История образования, становления и развития Салаватского сельского Совета
- ↑ Малаяҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. СПб, 1770 и 1786 гг.
- ↑ Паллас П. С. Указ. соч. С. 65
- ↑ РГАДА. Ф.1173. Оп. 1. Д. 1339. Л.6, 16-17, 45, 61-63, 64.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 116—121 с.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) 33, 185 с.
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988, 67 с.}}
- ↑ Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) 84-104 с.
- ↑ Сайт МОБУ СОШ № 1с. Малояз МР Салаватский районРБ
- ↑ Карта д. Шарипово. Улицы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Вәхитов Радик Шакир улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 14 август 2018)
- ↑ Новости пресс-службы Главы БР от 11.03.2016
- ↑ Ҡыйғы районын Шамил Мөхәмәтдинов етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 24 июнь (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2016)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Малаяҙ Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |