12 февраль
көнө
12 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 43-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 322 көн ҡала (кәбисә йылында 323).
12 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 февраль Викимилектә |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Никах агентлыҡтары көнө.
- Кино көнө.
- Фән һәм гуманизм көнө (икенсе атамаһы Дарвин көнө).
- БМО: Һалдат балалар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Аэрофлот көнө (февралдең икенсе йәешәмбеһе).
- Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт именлеге полицияһы көнө.
- Лицензия-рөхсәт системаһы подразделениелары көнө.
- 881 йыл: Карл III Йыуан Рим папаһы Иоанн VIII ҡулынан Көнбайыш императоры тажын ала.
- 1049 йыл: Бруно фон Эгисхайм-Дагсбург 152-се Рим папаһы итеп һайлана, «Лев IX» исемен ҡабул итә.
- 1111 йыл: Рим папаһы Пасхалий II Изге Рим империяһы императоры Генрих V таж кейҙереүҙән баш тарта, ә Генрих V уны ҡулға ала һәм Римдән алып китә.
тулы исемлек
- 1429 йыл: Йөҙ йыллыҡ һуғыш: Орлеанды ҡамау осоронда инглиздәр француздарҙы Руврэ ауылы янындағы алышта еңә.
- Вокулёр ҡалаһы капитаны Робер де Бодрикурға Шампань һәм Лотарингия сигендәге Домреми ауылынан 17 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт итә һәм тап ул Орлеандан ҡамауҙы аласағын белдерә. Жанна д’Арк тарихы башлана.
- 1461 йыл: Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы: Сент-Олбанс янында икенсе һуғыш. Ланкастерҙар ғәскәре граф Уорик етәкселек иткән Йорктар ғәскәрен еңә һәм Уориктың тотҡоно булған король Генрих VI азат ителә.
- 1502 йыл: Кастилиянан христиан динен ҡабул итмәгән маврҙар ҡыуыла.
- 1541 йыл: Испан конкистадоры һәм Чилиҙың тәүге губернаторы Педро де Вальдивия Сантьяго де Чили ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1554 йыл: Джейн Грей, «туғыҙ көнлөк королева», хакимлыҡты хоҡуҡһыҙ алыуҙа ғәйепләнә һәм ире менән Лондонда язалап үлтерелә.
- 1593 йыл: Имдин һуғышы: Квон Юл етәкселек иткән өс мең корея һалдаты Хэнджу ҡәлғәһе өсөн алышта 30 мең меңлек япон ғәскәрен ҡыйрата.
- 1606 йыл: Диңгеҙсе Педро Фернандес де Кирос Аману утрауын аса.
- 1771: Густав III Швецияның, готтарҙың һәм ведтарҙың короле була.
- 1810: Наполеон Бонапарт яңы енәйәт кодексын раҫлай, ул 1994 йылға тиклем ғәмәлдә була.
- 1818: Чили бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1833: Рәсәй империяһы закондары йыйынтығы баҫылып сыға.
- 1855: Мичиган штаты университетына нигеҙ һалына.
- 1864: Мәскәү зоопаркы асыла.
- 1874: Гавай милли йыйылышының күпселек тауышы менән Гавай утрауҙары короллегенең тәхетенә Калакауа һайлана.
- 1880: Александр II ҡарары менән «Дәүләт тәртибен һәм йәмғиәт тыныслығын һаҡлау буйынса Юғары ойоштороу комиссияһы» булдырыла.
- 1884: Нью-Йорк кәнсә тауарҙары һатыусыһы Л. Е. Уотерман авторучка өсөн капилляр системаға патент ала.
- 1891: Итальян астрономы Элиа Миллосевич Рим колледжы обсерваторияһында төп һыҙат астероиды "Жозефина"ны аса.
- 1899: Испания Германияға Каролин утрауҙарын, Мариан утрауҙарының төньяҡ өлөшөн һәм Палауҙы һата.
- 1908: Нью-Йоркта Ер шары тирәләй тәүге автоуҙыш башлана.
- 1908:Тео Хемскерк Нидерланд премьер-министры була.
- Англияла балаларға тәмәке тартырға рөхсәт иткән кешеләргә штраф тураһында закон ҡабул ителә.
- 1909: Ҡара тәнлеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы маҡсаты итеп ҡуйған АҠШ-тың эре йәмәғәт ойошмаһы «Төҫлө тәнле халыҡтың үҫешенә булышлыҡ милли ассоциацияһы» булдырыла.
- 1912: Ҡытайҙа Цин династияһы тәхеттән баш тарта.
- 1914: Иван Логгинович Горемыкин Рәсәй империяһының министрҙар советы рәйесе вазифаһында граф Владимир Николаевич Коковцовты алмаштыра.
- 1925: Ҡазах АССР-ы составында Ҡараҡалпаҡ автономиялы өлкәһе (хәҙерге Үзбәкстандың Ҡараҡалпаҡ Республикаһы) ойошторола.
- 1930: «Йәншишмә» (элекке «Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») гәзите сыға башлай.
- 1931: Рим Папаһы Пий IX тантаналы рәүештә Ватикан радиоһын аса, уның латин телендәге телмәре бөтә донъяға тапшырыла.
- 1938: Австрияның аншлюсы: Австрияның канцлеры Курт Шушниг Берхтесгаденға Гитлер резиденцияһына саҡыртып алына һәм кисекмәҫтән баҫып инеү янауы аҫтында илде ғәмәлдә Германияның провинцияһына әйләндергән өс пункттан торған ультиматумға ҡул ҡуйырға мәжбүр була.
- 1941: Ауырыуҙарҙы дауалау өсөн пенициллин тәү тапҡыр уңышлы ҡулланыла.
- 1942: Дәүләт оборона комитеты ҡарары менән 76 миллиметрлы ЗИС-3 дивизия тубы ҡоралланыуға алына. Ул Икенсе донъя һуғышының иң киң ҡулланылған тубы була.
- 1943: 37-се һәм 18-се армиялар Төньяҡ Кавказ фронтының 46-сы армияһының бер өлөшө менән берлектә һәм партизандар ярҙамында Краснодар һәм Шахта ҡалаларын азат итә.
- 1944: Ленинград-Новгород операцияһы: Ленинград фронтының 67-се армияһы Волхов фронты ғәскәрҙәре һәм партизандар менән берлектә Луга ҡалаһын азат итә.
- 1945: Перу Германияға һуғыш иғлан итә.
- 1945: Көнбайыш Карпат операцияһы: 4-се Украин фронтының 1-се гвардия һәм 38-се армиялары дошмандың көслө ҡаршылыҡ үҙәге булған Бельско-Бяла ҡалаһын ала.
- 1945: Ахилл ван Аккер Бельгияның премьер-министры була.
- 1946: Гитлерға ҡаршы коалиция Төньяҡ Ирландияның Лисахалли һәм Шотландияның Лох-Риэн тәрән гавандәрендә улъяға төшкән немец һыу аҫты кәмәләрен юҡ итеү буйынса «Дэдлайт» операцияһын тамамлай. Әсиргә бирелгән 154 субмаринаның 121-е юҡ ителә, ҡалған 33 кәмәне коалиция үҙ-ара бүлешеп ала.
- 1947: Сихотэ-Алинь метеориты төшә (Сихотэ-Алинь тауҙарында).
- 1950: Бөйөк Британияның Девон графлығындағы Торки курорт ҡалаһында 23 Европа теле- һәм радиокомпанияһы Европа тапшырыуҙар берлеген булдыра. Ул йыл да үткәрелеүсе Евровидение йыр бәйгеһенең, Евровидение балалар йыр бәйгеһенең һәм Евровидение бейеү бәйгеһенең ойоштороусыһы булып тора.
- 1955: СССР Министрҙар Советының ҡитға-ара баллистик ракетаға тәжрибә үткәреү һәм Ерҙең яһалма юлдаштарын осороу буйынса полигон — СССР Оборона министрлығының 5-се фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә полигонын төҙөү тураһында 292—181-се ҡарары ҡабул ителә. Төҙөлөш урыны итеп Ҡаҙағстан һайлана. 1961 йылдан был полигон Байҡоңыр космодромы булараҡ билдәле. Төҙөлөш директоры итеп генерал А. И. Нестеренко тәғәйенләнә.
- 1958: Ҡытайҙа, Оло һикереш сәйәсәте сиктәрендә, ауыл хужалығы ҡоротҡостары менән киң көрәш йәйелдерелә. Кампанияның ниәте «дүрт ҡоротҡосто» — ҡомаҡтар, серәкәйҙәр, себендәр һәм турғайҙарҙы юҡ итеү була. Турғайҙарға ҡаршы көрәш бигерәк тә киң күренеш ала.
- 1961: СССР-ҙа Сулпан планетаһы тарафына «Венера-1» автоматик планета-ара станцияһы осорола. Ул Сулпан янынан яҡын осоп үткән тәүге йыһан аппараты була.
- 1973: «Марс-5» аппараты Марс орбитаһына уңышлы сыға.
- 1979: Тәүге совет океанографик юлдашы «Космос 1076» осорола.
- 1992: Монголия Конституцияһы үҙ көсөнә инә.
- 1994: Лиллехаммерҙа XVII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 2010: Ванкуверҙа XXI Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәғит Рәмиев (1880—17.03.1926), уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. 1922—1926 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Игенселек хаыҡ комиссариатының нәшриәт бүлеге мөдире.
- Корочкин Пётр Георгиевич (1920—28.12.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, артиллерия полкының дивизион командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Токарев Михаил Андреевич (1940), ғалим-тау инженеры. 1966 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылдан тау-нефть факультеты деканы, 1987—2002 йылдарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Михляева Лариса Аркадьевна (1945—8.01.2020), журналистика ветераны. 1964 йылдан Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының «Путь Октября» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1984—2007 йылдарҙа — баҫманың мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһе Клин ҡалаһынан.
- Смышляева Валентина Григорьевна (1945), хеҙмәт ветераны. 1965—1999 йылдарҙа хәҙерге «Газпром нефтехим Салауат» берекмәһе лаборанты, үҙәк лаборатория контролёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Роза Аҡкучукова (1950—8.02.2021), йырсы. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы, 1999 йылдан — баш администраторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Шолом Владимир Юрьевич (1955), ғалим-инженер механик. 2010 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының Триботехника һәм майлау ғилми-тикшеренеү институты директоры. Техник фәндәр докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2009).
- Сыров Игорь Анатольевич (1965), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1992 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — филиал директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫсары. Филология фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Томаров Василий Александрович (1921—5.01.2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, подполковник (1955). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Кулагина Антонина Алексеевна (1926—28.10.2010, ғалим-табип, медицина тарихсыһы. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан санитария‑гигиена факультетының һәм дауалау факультетының киске бүлеге деканы, 1974 йылдан — Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының ойоштороу‑методик бүлеге етәксеһе, 1988 йылдан — Республика һаулыҡ үҙәгендә, 1990—1994 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Медицина фәндәре кандидаты (1967). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Кострома өлкәһенең Головино ауылынан.
тулы исемлек
- Григорьев Захар Иванович (1936—27.05.2013), балетмейстер. Чебоксар ҡалаһының «Нарспи» халыҡ йыр һәм бейеү ансамблен ойоштороусы һәм 1968 йылдан уның художество етәксеһе, 1993—2001 йылдарҙа Сыуаш дәүләт университетының культурология кафедраһы мөдире, доцент. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Васильевка ауылынан.
- Павлычев Валентин Николаевич (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1996 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1996—2000 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш технологы. Химия фәндәре кандидаты (1978), доцент (1986). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1986), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1980). СССР-ҙың дәүләт премияһы (1983) һәм СССР МИнистрҙар Советы премияһы (1976) лауреаты. Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1976).
- Шитова Светлана Николаевна (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-этнограф. 1958—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
- Давыдов Виталий Викторович (1941), спорт ветераны, ДОСААФ–тың Өфө радиоклубы тәрбиәләнеүсеһе. Радиоспорт буйынса РСФСР-ҙың 1971—1975 йылдарҙағы йыйылма командаһы ағзаһы һәм СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979). Радиоэлемтә буйынса ҡыҫҡа тулҡындарҙа ситтән тороп ярышыуҙа донъя (1974), Европа (1972), СССР һәм РСФСР (1973) чемпионы; Австралияла, АҠШ-та, ГФР-ҙа (бөтәһе лә — 1972), Колумбияла (1973—1974) халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе. Азия рекордсыһы (1971—1974). Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
- Верещагин Александр Сергеевич (1961), ғалим-тарихсы. 1985 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан тарих һәм культурология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Грачёвка ауылынан.
- Радик Вәлмөхәмәтов (1966), йырсы. 2003 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, 2005 йылдан — «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе, 2007 йылдан «Эстрада легендалары» ретро-төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), күп кенә халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы (1912—16.06.2001), финансы-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1953 йыылдарҙа Стәрлетамаҡ өлкә Советы бшҡарма комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974).
- Хөсәйен Ҡунаҡбай (1912—15.02.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, батальон замполиты, кесе лейтенант. Шағир һәм журналист, тәржемәсе. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Хәмиҙуллина Фатима Хәмиҙулла ҡыҙы (1917—24.09.1989), китапханасы. 1945—1973 йылдарҙа Дүртөйлө район үҙәк китапханаһы мөдире. Ленин ордены кавалеры (1967). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
тулы исемлек
- Салманов Григорий Иванович (1922—3.04.1993), хәрби эшмәкәр. Армия генералы (1979). Бөйөк Ватан һуғышында, Чехословакиялағы ҡораллы бәрелештә (1968) һәм Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә (1984—1986) ҡатнашыусы. 1986—1989 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһы начальнигы. СССР-ҙың һигеҙенсе—унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, 3-сө дәрәжә Суворов, 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Хәйретдинов Ирфад Шәрәфетдин улы (1927—16.01.1997), нефтсе. 1957—1989 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Сүлте ауылынан.
- Булатов Фаил Әмирхан улы (1932), нефтсе. 1962—1989 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, диспетчер хеҙмәте технологы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡото ауылынан.
- Рәми Ғарипов (1932—20.02.1977), шағир һәм тәржемәсе, журналист. 1967—1972 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988).
- Йәнекәев Рафаэль Сәлихйән улы (1932—16.08.2007), селекционер. 1957 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1965 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1974—1977 һәм 1984—1998 йылдарҙа лаборатория мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан.
- Карунас Нэлла Ғәли ҡыҙы (1942), табип. 1970—2019 йылдарҙа Иглин үҙәк район дауаханаһы невропатологы һәм нарколог-психиатры, 1974—1996 йылдарҙа баш табиптың поликлиника эштәре буйынса урынбаҫары, күп йылдар профсоюз ойошмаһы етәксеһе. Юғары категориялағы табип (1979). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
- Сажнева Раиса Адольфовна (1942), педагог. Күмертау ҡалаһы 9-сы мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хөснөтдинов Рауил Исмәғил улы (1947), ғалим-химик-органик. 1972 йылдан Органик химия институты хеҙмәткәре, 1983 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1992 йылдан – Нефтехимия һәм катализ институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, бер үк ваҡытта лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1989), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәйҙең Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2003) һәм Башҡортостан комсомолы премияһы (1979) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Ҡораласыҡ ауылынан.
- Шаһабетдинов Филарет Һаҙый улы (ижади псевдонимы Филарет Шага; 1947), рәссам, график, педагог. 1974 йылдан Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы, 1998 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2014).
- Ямуров Наил Рәхим улы (1952), ғалим-инженер-механик. 1985 йылдан Өфө аэропортының баш инженеры; 1989—1991 йыдарҙа Өфөләге «Инженер» предприятиеһы начальнигының төҙөлөш һәм тәьминәт буйынса урынбаҫары; 1992 йылдан «Азат-2» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, 1998 йылдан — генераль директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (2002), техник фәндәр докторы (2001), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Ҡомлокүл ауылынан.
- Сөләймәнова Наилә Әхмәт ҡыҙы (1962), китапханасы. 1989 йылдан Баймаҡ районы Байыш ауылы китапханасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Псәнчин Айбулат Вәли улы (1967), ғалим-географ. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университетының физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2011 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге «Почёт Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, 2012 йылдан — директор урынбаҫары, 2015 йылдың декабренән — директор вазифаһын башҡарыусы, 2016—2021 йылдарҙа директоры. География фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Тел белгесе Вәли Псәнчиндың улы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сотников Иван Владимирович (1908—21.02.1988), Башҡортостанда йәшәп ижад иткән рус совет яҙыусыһы, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы полковник. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (13.09. һәм 26.11.1944), 3-сө дәрәжә Кутузов, 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), ике 1-се (1944, 1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Хәсәнов Абдрахман Фазрахман улы (1913—?), педагог, урындағы башҡарма, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1929 йылдан Миәкә районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, 1943 йылдан — мәғариф бүлеге мөдире һәм район советы башҡарма комитеты секретары; 1945 йылдан Хәйбулла район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1949—1951 йылдарҙа ВКП(б)-ның Хәйбулла, 1953 йылдан — КПСС-тың Йомағужа район комитетының беренсе секретары; 1961 йылдан Ресторан, кафе һәм буфеттар республика тресы директорының кадрҙар буйынса урынбаҫары, Кинопрокаттың Башҡортостан контораһы идарасыһы урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының Баязит ауылынан.
- Дәүләтов Абдулхәй Абрар улы (1923—19.02.1965), уҡытыусы, ауыл хужалығы, дәүләт һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Әбйәлил район советы башҡарма комитеты финанс бүлегенең һалым инспекторы; 1953 йылдан Хәлил ауыл советы, 1954 йылдан Сталин исемендәге, 1958—1965 йылдарҙа Киров исемендәге колхоз рәйесе. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Хәлил ауылынан.
- Сәмерханов Әмирхан Мирҡадам улы (1938), педагог, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәре. 1975 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советының бүлек мөдире, 1982 йылдан — секретары, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының рәйес урынбаҫары, 1994 йылдан — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Үрәҙмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Зәкиров Нурлығаян Фәйзулғаян улы (1943), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ҡариҙел районы Салауат исемендәге колхоздың элекке водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Кәримов Ғәфүр Ғариф улы (1953), малсылыҡ хеҙмәткәре. 1975 йылдан Баймаҡ районындағы «Баймаҡ» фәнни-етештереү берекмәһе бригадиры, техник-осеменаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән ошо райондың Ишей ауылынан.
- Наумов Александр Васильевич (1953), геолог. «Таргин-бурение» йәмғиәтенең элекке баш геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы.
- Никулина Зоя Ефимовна (1953), педагог. Балаҡатай районы мәғариф бүлегенең элекке методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Йәнекәева Венера Әдғәм ҡыҙы (1958), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан Башҡорт АССР-ының Социаль хеҙмәтләндереү министрлығы инспекторы, өлкән инспекторы; 1978 йылдан Өфө ҡалаһы райондары социаль хеҙмәтләндереү бүлектәренең яуаплы хеҙмәткәре, 1994 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Секретариатының һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008), РСФСР-ҙың социаль хеҙмәтләндереү отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Әлмәт ауылынан.
- Симонова Любовь Николаевна (1958), иҡтисадсы. 1980 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы иҡтисадсыһы, 1982 йылдан — район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары — район план комиссияһы рәйесе; 1987—2011 йылдарҙа республика Финанс министрлығының Хәйбулла районындағы территориаль финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан.
- Аҙнабаева Раүиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы (1963), малсы. Көйөргәҙе районы Салауат исемендәге колхоздың элекке быҙау ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Аҡһары ауылынан.
- Хәсәнова Раушания Рафаил ҡыҙы (1973), педагог. 2004 йылдан Балтас районы балалар сәнғәт мәктәбенең хореография уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Төмән өлкәһенән.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (1884—18.04.1920), драматург, мәғариф хеҙмәткәре.
- Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы (1904—1976), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы.
тулы исемлек
- Сударчиков Алексей Тихонович (1919—20.05.1996), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозының 2-се бүлексәһе механигы, 1951 йылдан — идарасыһы, 1965—1993 йылдарҙа — механизаторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Анновка ауылынан.
- Подденежный Григорий Максимович (1924—18.10.2000), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, разведка взводы, аҙаҡтан бронемашина командиры. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Никольское ауылынан (хәҙер бөткән).
- Хәйбуллин Миңлеғәлим Хисам улы (1929—2022), агроном. 1976—1989 йылдарҙа Ишембай районының «Коммунизм» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1988). Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән ошо райондың Әхмәр ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1809: Чарльз Дарвин, Бөйөк Британия сәйәхәтсеһе, тәбиғәтте өйрәнеүсе.
- 1809: Авраам Линкольн, АҠШ-тың 16-сы президенты.
- 1941: Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы, Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаевтың ҡатыны.