21 апрель
көнө
21 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 111-се (кәбисә йылында 112-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 254 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
- Бразилия: милли батыр Тирадентес көнө.
- Италия: Рим ҡалаһы нигеҙләнгән көн.
- Кения: Ағас ултыртыу көнө.
- Пакистан: илдең рухи юлбашсыһы Мөхәммәт Икбал көнө.
- Рәсәй: Баш бухгалтер көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 2000: Рәсәйҙең Дәүләт думаһы ядро һынауҙарын тулыһынса туҡтатыу тураһындағы килешеүҙе ратификациялай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иҙрис Ғәзиев (1960), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡортостан Республикаһының (1993) һәм Татарстан Республикаһының (2002) халыҡ артисы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1990), шулай уҡ халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика ижади конкурстары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2000).
- Молчанов Сергей Александрович (1960), дәүләт эшмәкәре. 2003—2013 йылдарҙа Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы, 2013—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районындағы ҡала тибындағы Приют ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бәширов Мәсғүт Зәйнетдин улы (1908—16.04.1978), композитор, педагог, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967).
- Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (1908—7.12.1992), ғалим-тарихсы, СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1951). РСФСР-ҙың 2‑се һәм 5‑се, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 5‑се һәм 6‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1555: Лодовико Карраччи, Италия рәссамы.
- 1735: Иван Кулибин, Рәсәй империяһының үҙ алдына уҡыған механигы, уйлап табыусы.
- 1830: Джеймс Старли, Британияның велосипед уйлап сығарыусыһы.
- 1864: Макс Вебер, Германия социологы, философ һәм тарихсы, хәҙерге социологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1910: Юрий Лысенко, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист.
- 1915: Энтони Куинн, АҠШ актёры, ике «Оскар» кинопремияһы эйәһе.
- 1930: Сильвана Мангано (1930), Италия актрисаһы.
- 1935: Александр Муратов, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист.
- 1955: Крис Кельми, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор, «Рок-ателье» төркөмөн ойоштороусы.
- 1980: Венсан Лекавалье (1980), Канаданың профессиональ хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1910: Марк Твен, АҠШ яҙыусыһы.
- 2015: Сергей Михалёв, СССР хоккейсыһы, тренер, СССР-ҙың спорт мастеры (1974).