30 ғинуар
көнө
30 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 30-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 335 көн ҡала (кәбисә йылында 336).
30 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй:Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу көнө.
- Әзербайжан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һиндостан: Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Прядко Виктор Лукич (1925—11.03.1999), партия хеҙмәткәре. 1952—1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Красное Знамя» колхозының партия ойошмаһы секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1975). Сығышы менән ошо райондың Яңы Краснояр ауылынан.
- Матукова Мария Байрамовна (1945), хеҙмәт ветераны. 1990—2006 йылдарҙа Марий Эл Республикаһының Тимофей Евсеев исемендәге Милли музейы директоры. Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 1995) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Рабак ауылынан.
- Артюшков Игорь Викторович (1950), ғалим-тел белгесе. 1974 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1996, 1999—2000 йылдарҙа һәм 2007 йылдан урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927—1999), башҡорт тел белгесе, антропонимист. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Иванова Валентина Якимовна (1947), химик. БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы ().
- Федеряев Александр Алексеевич (1962), театр һәм кино актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2014), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рәхимова Рәйсә Тәхи ҡыҙы (1948), Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы балалар баҡсаһының элекке мөдире, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Корженевский Арнольд Геннадьевич (1939), ғалим-тау инженеры‑геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996), Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтенең (2001) атҡаҙанған хеҙмәткәре, «Татнефть» предприятиеһының почётлы нефтсеһе (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Таутөмән ауылынан.
- Хәзипов Рим Хәлит улы (1939), ғалим-инженер‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы (1954), ғалим-этнолог, юрист. Философия фәндәре кандидаты (2011). Хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1882: Франклин Рузвельт, АҠШ-тың 32-се президенты.
- 1895: Кирилл Орловский, СССР дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизан хәрәкәте етәксеһе, Советтар Союзы Геройы (1943), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
- 1900: Исаак Дунаевский, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1950).
- 1925: Дуглас Карл Энгельбарт, АҠШ-тың компьютер белгесе, компьютер төрткөһөн (компьютерная мышь) уйлап табыусы.
- 1940: Леонид Полежаев, СССР-ҙың хужалыҡ һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 1990—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе етәксеһе.
- 1945: Жуматай Жакыпбаев, Ҡаҙағстан шағиры.
- 1946: Джон Бёрд, Британия эшҡыуары һәм менеджеры, «The Big Issue» урам гәзитен ойоштороусы, уның етәксеһе һәм баш мөхәррире.
- 1955: Айҙар Фәйзрахманов, опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Татарстандың халыҡ (1997) артисы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1990: Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1993: Мәзитов Ғәли Әхмәт улы, осоусы, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).