Ҡушый (ауыл)
Ҡушый — Башҡортостандағы Әбйәлил районы Дәүләт ауыл советына ҡараған ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 374 кеше булған[1]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201822003.
Ауыл | |
Ҡушый Ҡушый | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
324 | ↗399 | ↘374 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (98 %) тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 374 | 176 | 198 | 47,1 | 52,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәҠушый ауылы (Ҡуянсыҡ) 1816—1820 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда бында 21 йортта 121, 1859 йылда 140, 1920 йылда 323 кеше йәшәгән. Ауылға беренсе булып старшина Ҡушый Ғәбиҙуллин (1761—1820) нигеҙ һалған. Уның Ғәлиәкбәр исемле улы булған. Ҡушыйҙың ҡустылары Аҡйетәр менән Ҡустығол да ошо ауылға килеп төпләнгән.
Ауылдың икенсе исеме Ҡуянсыҡ уның Исхаҡ менән Буранғол ауылдары менән бәйләнеш булыуына ишаралай. Көһәмешевтарҙың һәм Иҫәрғоловтарҙың өс-дүрт ғаиләһенең Исхаҡ ауылына күсеүе ошо хаҡта һөйләй.
Ауылда 1812 йыл геройы, ике көмөш миҙал кавалеры Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин йәшәгән. Уның ағаһы Яҡуп 1805—1807 йылдарҙа Франция менән Рәсәй һәм Польша ерендәге алыштарҙа ҡатнаша.
Халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауыл халҡы Ҡағы, Мәйгәште, Ҡырҡтытау яғында йәйләгән. 40-сы йылдарҙа халыҡтың 100 аты, 50 һыйыры, 100 һарығы, 70 кәзәһе, 30 дисәтина һөрөнтө ере була[5].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы (15.04.1924—15.07.2011), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы дивизионының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.
- Әҡсәнов Фәнил Әүхәҙи улы (4.11.1957), юрист. 1983 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, 2004 йылдан Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы начальнигы; 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының хоҡуҡ экспертизаһы һәм административ органдар бүлегенең баш кәңәшсеһе, бүлек етәксеһе урынбаҫары, бүлек етәксеһе; 2012—2016 йылдарҙа Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Нефтекама ҡалаһындағы бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010).
Урамдары
үҙгәртергә- Еңеүҙең 70 йыллығы (урамы (рус. 70 лет Победы (улица))
- Вәлиәхмәт Сөләймәнов (урамы (рус. Валиахмета Сулейманова (улица))
- Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин (урамы (рус. Кунаккужи Асылгужина (улица))
- Урман урамы (рус. Лесная (улица))
- Йәштәр (урамы (рус. Молодежная (улица))
- Юл буйы (урамы (рус. Придорожная (улица))
- Сәнәғәт (урамы (рус. Производственная (улица))
- Дала (урам (рус. Степная (улица))
- Таһир Ғабдуллин (урамы (рус. Тагира Габдуллина (улица))
- Таһир Кусимов(урамы (рус. Тагира Кусимова (улица))
- Мәктәп (урамы (рус. Школьная (улица))
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица))[6]
Ауыл — матбуғатта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 39-40 2022 йыл 19 март архивланған.
- ↑ Улицы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡушый (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2022)
- Кушеево на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |