Иҫке Ҡандра (рус. Старые Кандры) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 308 кеше булаған[1]. Ҡандра ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251827001.

Ауыл
Иҫке Ҡандра
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°32′38″ с. ш. 54°03′04″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 827 005

ОКТМО коды

80 651 427 121

ГКГН номеры

0520105

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ҡандра (Рәсәй)
Иҫке Ҡандра
Иҫке Ҡандра
Иҫке Ҡандра (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ҡандра

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Баҫылып сыҡҡан сығанаҡтар буйынса Ҡандра исеме менән 1716 йылдан билдәле. Ҡыр-Ҡаңлы (Ҡаңлы) улусы башҡорто Балтас Аблаев «Яһаҡ түләүе өсөн ҡытлыҡ» арҡаһында үҙенең аҫаба ерҙәренә татар Сырым Каринды индерә (уның еренең сиктәре: Сәрмәсән йылғаһынан алып Мәтәү йылғаһы буйлап Куан-Сакет йылғаһының үрге ағымына тиклем, унан Өҫән йылғаһы буйлап түбәнгә Нөгөшкә, уның үренә тиклем, Иҙәш йылғаһына, Баҡырсы урманына, Төрөш һырты буйлап һәм Сәрмәсән Ветляной кисеүенә тиклем). XVIII быуат аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1795 йылда 27 йортта 173 кеше, 1865 йылда 73 йортта — 397 кеше, 1895 йылда 108 йортта — 791 кеше, 1920 йылда 170 йортта — 834 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[2].

2008 йылға тиклем ауыл Иҫке Ҡандра ауыл советы составында була[3].

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 834
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 759
1959 йыл 15 ғинуар 603
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 326
2002 йыл 9 октябрь 330
2010 йыл 14 октябрь 308 149 159 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр татарҙар (69 %), башҡорттар (27 %)[5].

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Нөгөш йылғаһы (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡандра-Ҡотой): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 5 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 265. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
  4. Иҫке Ҡандра // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. Скончался экс-глава Благовещенского района Башкирии Тагир Бадыкшанов. ИА «Башинформ», 29 июня 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2023)