Италия
| |||||
Гимн: Италия гимны | |||||
Нигеҙ һалынған | 17 март 1861 | ||||
Рәсми телдәр | Итальян теле[1] | ||||
Баш ҡала | Рим | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Рим, Милан | ||||
Идара итеү формаһы | Республика | ||||
Президент Премьер-министр |
Серджо Маттарелла Джузеппе Конте | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
69 урын 301 230 км² 2,4 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2007 ISTAT) • Тығыҙлыҡ |
22 урын 60 млн. 196 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2005) • Кеше башына |
9 урын 1 900 млр. $ 28 300 $ | ||||
Валюта | Евро | ||||
Интернет-домен | .it | ||||
Телефон коды | +39 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
Ита́лия (итал. Italia [iˈtaːlja]), рәсми исеме Ита́лия Республикаһы (итал. Repubblica Italiana) — Көньяҡ Европала урынлашҡан дәүләт.
Төньяҡ-көнбайышта Франция, төньяҡта Швейцария һәм Австрия , һәм төньяҡ-көнсығышта Словения менән сиктәш. Шулай уҡ эсендә Ватикан һәм Сан-Марино тигән анклав дәүләттәр урынлашҡан.
Италия Аппенин, Балкан ярымутрауҙарын, Сардиния һәм Сицилия утрауҙарын, Падан тигеҙлеге, Альп тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен берләштерә.
Административ төзөлошө
үҙгәртергәИталияның баш ҡалаһы — Рим. Ил 20 өлкәгә бүленгән — Валле-д’Аоста, Ломбардия, Трентино-Альто Адидже, Фриули-Венеция Джулия, Пьемонт, Лигурия, Венето, Тоскана, Умбрия, Эмилия-Романья, Марке, Абруццо, Лацио, Молизе, Базиликата, Кампания, Калабрия, Апулья, Сардиния һәм Сицилия, (шуларның бишеһе — Сицилия, Сардиния, Трентино-Альто-Адидже, Валле-д’Аоста һәм Фриули-Венеция Джулия — айырым статусҡа эйә). Өлкәләр 110 административ-территориаль берәмек — провинцияға бүленә. Провинциялар коммуналарға бүленә, коммуналар иҫәбе 8101. Автономиялеы өлкәләрҙең үҙ парламенты — өлкә шуралары һәм хөкүмәттәре бар.
Өлкә | Баш ҡала | Майҙан (км²) | Халыҡ һаны |
---|---|---|---|
Абруццо | Л’Акуила | 10 794 | 1 324 000 |
Апулия | Бари | 19 362 | 4 076 000 |
Базиликата | Потенца | 9992 | 591 000 |
Валле-д’Аоста | Аоста | 3263 | 126 000 |
Венето | Венеция | 18 391 | 4 832 000 |
Калабрия | Катандзаро | 15 080 | 2 007 000 |
Кампания | Неаполь | 13 595 | 5 811 000 |
Лацио | Рим | 17 207 | 5 561 000 |
Лигурия | Генуя | 5421 | 1 610 000 |
Ломбардия | Милан | 23 861 | 9 642 000 |
Марке | Анкона | 9694 | 1 553 000 |
Молизе | Кампобассо | 4438 | 320 000 |
Пьемонт | Турин | 25 399 | 4 401 000 |
Сардиния | Кальяри | 24 090 | 1 666 000 |
Сицилия | Палермо | 25 708 | 5 030 000 |
Тоскана | Флоренция | 22 997 | 3 677 000 |
Трентино — Альто-Адидже | Тренто | 13 607 | 1 007 000 |
Умбрия | Перуджа | 8456 | 884 000 |
Фриули-Венеция-Джулия | Триест | 7855 | 1 222 000 |
Эмилия-Романья | Болонья | 22 124 | 4 276 000 |
Италия — донъялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе. Илдең бөтә территорияһын тауҙар биләй. Илдең төньяҡ өлөшөн бөтә Европала һәм Италиялағы иң ҙур тау системаһы − Альп тауҙары алып тора. Тау түбәләре бейеклеге уртаса 5 мең метр. Монблан тауы — 4807 м. Ил Европа — Азия сейсмик бүлкәтендә урынлашҡан, шуға күрә ер тетрәүҙәр һәм вулкан урғылыуҙар йыш була. Иң билдәле вулкан — Везувий. Сицилия утрауында Этна вулканы бар.
Географияһы
үҙгәртергәИталияла уйһыулыҡтар тар һыҙат булып яр буйлап урынлашҡан. Иң ҙур уйһыулыҡ По йылғаһы буйлап урынлашҡан Подан тигеҙлеге. Был тигеҙлектә емеш һәм виноград баҡсалары, шәкәр һәм иген культуралары үҫтерелә.
Италия файҙалы ҡаҙылмаларға ярлы. Илдә терегөмөш һәм көкөрт рудалары табыла, ҙур булмаған полиметалл рудалары ятҡылыҡтары бар. Илдә төҙөлөш материалдары мәрмәр, гранит, вулкан туфтары күпләп табыла.
Климаты
үҙгәртергәИлдең төньяҡтан бейек тауҙар ышыҡлап тороуы, йылы һәм туңмай торған диңгеҙҙең йоғонтоһо уның климатын билдәләй. Көньяҡҡа табаныраҡ климат йылыраҡ. Падан тигеҙлегендә уртаса йылы, йәйе эҫе, ҡышы һалҡын һәм томанлы. Илдә Урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Йәй оҙаҡҡа һуҙылған эҫе, ҡыш дымлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы 0°С -тан юғары. Ҡышын ямғырҙар йыш яуа. Һирәк кенә ҡар яуа. Альп тауҙарында яуым-төшөм күп, 3000 миллиметрға етә. Яуым-төшөмдө дымлы көнбайыш елдәре алып килә. Тау түбәләре мәңгелек ҡар менән ҡапланған. Климат тау итәгенән тау түбәһенә тиклем уртаса йылынан һалҡынға тиклем үҙгәрә.
Иң оҙон һәм таулы йылға — По. Был таулы йылға бик күп миҡдарҙа ултырма тоҡом алып килә һәм Адриатик диңгеҙгә ҡойған урында дельта яһай. Тибр — Апенин ярымутрауындағы иң ҙур йылға. Илдең баш ҡалаһы Рим шунда урынлашҡан. Илдә боҙлоҡ барлыҡҡа килтергән ҙур күлдәр күп. Ул күл буйҙарында донъя әһәмиәтендәге курорттар урынлашҡан.
Халҡы
үҙгәртергәТөп халҡы — итальяндар, уларҙың теле роман төркөмөнә ҡарай. Халыҡ һаны буйынса Италия Европала Германиянан ғына ҡалыша. Ҡалалар күп булған төньяҡта һәм Неаполь тирәһендә халыҡ тығыҙ урынлашҡан. Тауҙарҙа халыҡ сағыштырмаса һирәк. Халыҡтың байтағы күрше Швейцария һәм Германияла йәшәй һәм эшләй.
Сәнәғәт
үҙгәртергәИлдә файҙалы ҡаҙылмалар күп булмағанлыҡтан, завод-фабрикалар ситтән килтерелгә сеймалды ҡулланалар. Илдә төрлө машиналар, автомобильдәр эшләп сығаралар. Автомобильдәр эшләү буйынса Италия донъяла алдынғы илдәр рәтендә. Нефтте химия тауарҙарына — пластмассаларға, лак, буяуҙарға, синтетик сүстәргә эшкәртеүсе заводтар күп. Бөтә нефть сит илдән, башлыса Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан һәм Төньяҡ Африканан килтерелә.
Аул хужалығы
үҙгәртергәЭҫе йәй һәм йылы дымлы ҡыш төрлө ҡультуралар үҫтерергә уңайлы. Бөртөклө күльтуралар йылына ике уңыш бирә. Йәйҙең ҡоро булыуы күп урындарҙа һуғарыуҙы талап итә. Бойҙай — бөртөклө төп культура. Итальяндарҙың ғәҙәттәге ризығы бойҙай ононан яһалған макарон. Уның бер нисә төрө бар. Йәшелсә, дөгө културалары ҙур майҙанды алып тора. Илдә алма, груша, персик, әфлисун, һары сәй, инжир үҫтерелә. Сицилияла әфлисун, мандарин, лимон, виноград, зәйтүн емеше плантациялары бар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә• В. А. Коринская, И. В. Душина, В. А. Щенев, «Материктар һәм океандар географияһы» дәреслеге © «Дрофа», 2002
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Италия» | |
Италия Викиһүҙлектә | |
Италия Викикитапханала | |
Италия Викимилектә | |
Италия Викияңылыҡтарҙа | |
Италия Викигид |
- Официальный сайт туризма Итальянской Республики (инг.)
- Статистика Италии (итал.)
Аңлатмалар
үҙгәртергә- ↑ немец теле һәм ладино теле Көньяҡ Тирольдә, словен теле Триест-Горицияла һәм француз теле Валле д’Аостала.