Эт
Ретривер тоҡомло эт | ||||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Canis lupus familiaris | ||||||||||||||||
|
Эт (лат. Canis lupus familiaris) — йорт хайуаны. Зоологик рәттә эт һымаҡтар ғаиләһе йыртҡыстар отрядындағы һөтимәр плацентар хайуан. Хәҙерге ваҡытта тышҡы ҡиәфәте һәм характеры менән айырылған бик күп эт тоҡомдары бар. Мәҫәлән, мунда (холка) бейеклеге бер нисә сантимерҙан (чихуахуа) бер метрға (ирланд бүре эте, дог) булыуы мөмкин, төҫө һары, һоро, аҡтан ҡараға тиклем.
Эттәр кешеләргә ҡарата социаль мөнәсәбәте, уйын яратыуы, өйрәнеүгә һәләте булыуы менән билдәле. Махсус рәүештә түбәндәге төрҙәре сығарылған. Эттәр төрҙәренең исемдәре урыҫ телендә бирелгән
- һунар өсөн (мәҫәлән, харьер, фоксхаунд, лайка);
- эттәр алышы өсөн (мәҫәлән, тоса-ину);
- йөк ташыу, егеү өсөн (мәҫәлән, хаски);
- һуҡыр кешеләрҙе оҙатып йөрөү өсөн (мәҫәлән, ретривер, лабрадор-ретривер);
- көтөүсе эттәр (мәҫәлән, шелти);
- ҡотҡарыусы (мәҫәлән, сенбернар, ньюфаундленд);
- һәм декоратив тоҡомдар (мәҫәлән, болонка, пудель).
Эттәр фәнни маҡсатта файҙаланыла, улар ҡатнашлығында биологик һәм биотехник эксперименттар ҡуйыла (мәҫәлән, Белка менән Стрелка).
Барлыҡҡа килеүе һәм уның ҡулға эйәләштерелеүе
үҙгәртергәЙорт этенең килеп сығышы тураһында фәндә ике төрлө ҡараш йәшәп килә. Ҡайһы бер ғалимдар эттәр полифилетик төркөм тип иҫәпләй (бер нисә ата-бабанан сыҡҡан), икенселәре эттәрҙең барыһы ла бер ата-бабанан сыҡҡан тигән фекерҙә (монофилетик теория).[1]
Эттәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында бөгөнгө көндә бик күп гипотезалар бар, иң ышаныслыһы — уларҙың бүреләрҙән һәм шакалдарҙан барлыҡҡа килеүе. Эолог Конрад Лоренц ошо фекер яҡлы.
Эттәрҙең бүреләрҙән барлыҡҡа килеүен бер нисә сағыштырыу анализы һығымталары, уларҙың хромосомдары, үҙен тотоштары, молекуляр-генетик анализдар күрһәтә.
Ҡулға эйәләштереүҙең башланғыс осоро
үҙгәртергәЭт- ң тәүге булып ҡулға эйәләштерелгән йорт хайуаны. Ғалимдар эт Боронғо донъяла (Европа) Үрге палеолит дәүерендә ҡулға эйәләштрелгән ти ; әммә әлегә тиклем ғалимдар уны кешеләр тәүләп ҡайҙа, ҡасан һәм ни сәбәп арҡаһында эйәләштерә башлағаны тураһында бер фекергә килмәгән[2] Археологтарҙың ҡаяға төшөргән һүрәттәре һәм асыштары ғалимдарға ниндәйҙер һығымталар һәм фараздар яһарға мөмкинлек бирә. Волга-Ока бассейнында эт бөтә мезолит буйы, археологтар фекеренсә, берҙән-бер йорт хайуаны булған. Мезолит осоронда эттәр ҙурлығы һәм ҡеүәтле яңаҡтары менән айырылып торған. Һөйәктәрҙе бүлгеләнгән, тимәк урындағы халыҡ эт ашаған. Тире һәм һөйәк (энә эшләү өсөн) ҡулланылған. Был осор этенең төп роле — һунарҙа ярҙамсы.
Эйәләштереү барышы
үҙгәртергәБүреләрҙе ҡулға эйәләштерә башлау төрлөсә барған. Ҡайһы ваҡыт кеше үҙ теләге буйынса бүрене ҡулға эйәләштереү менән шөғөлләнә башлай , ә ҡайһы ваҡыт бүре үҙе тәүтормош кешеһе йәшәгән ерҙә яңы экологик һыйыныр мөхит таба, йәғни ул «үҙе эйәләшә». Моғайын, иң беренсе ҡулға эйәләшкән хайуандар ниндәйҙер кешегә тиҙ өйрәнеүсән булғандыр. Бындай хайуандарҙың беренсе төркөмө ныҡ үрсей һәм генетик дрейф процестарына дусар булғандыр. Ҡайһы бер ғалимдар фаразлауынса, был башланғыс популяция донъяға эттәрҙең бик күп төрөн биргәндер [3]. Был фараз мтДНК (mtDNA) тикшеренеүҙәре нигеҙендә яһала, был эттәрҙең митохондриаль ата-бабаларының аҙ булыуын асыҡлай. Тимәк эттәрҙең килеп сығыуында аҙ ғына һанлы хайуандар ҡатнашҡан.
Эттәрҙең холҡо һәм психологияһы
үҙгәртергәЭттең психикаһы — кеше янындағы эволюция һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа яһалма һайлап алыу һөҙөмтәһе. Эттәр кешенең тауышынан һәм йөҙөнән яҡшы аңлай һәм уның ниәтен билдәләй ала. [4]. Эттәр — кешенең ҡайҙа ҡарағанын күҙәтә алған һәм уның менән аралашҡанда быны ҡуллана алған берҙән-бер хайуань. [5].
Һәр бер эт үҙенсәлекле сифаттарға эйә[6]. Эттең характеры тәбиғи ынтылыштарға ла — темпераментҡа, агрессивлыҡҡа, ынтылышҡа, тоҡом үҙенсәлектәренә, тәрбиәгә бәйле. Эт характерына йоғонто яһаусы төп нәҫел факторҙарының береһе — темперамент. Кэмпбелл тесты эттең темпераментын билдәләү өсөн киң ҡулланыла.
Эттең характеры тәбиғи сифаттарға— темперамент, агрессия, зирәклек, тоҡом үҙенсәлектәренә һәм тәрбиәгә бәйле. Эттең холҡона йоғонто яһаусы төп нәҫел факторҙарының береһе — темперамент. Эттәрҙең темпераментын билдәләү өсөн Кэмпбелл тесын ҡулланырға була.
Эттәрҙең нәҫелдән килгән һәләттәре һәм ҡылыҡтары тоҡомдоң үҙсәнлеген билдәләй. Мәҫәлән, һунар эттәре йыртҡыстарҙы төрлөсә эҙәрлекләй: терьерҙар ваҡ хайуандарға өҫтөнлөк бирә, canis canem (гончие) хайуандарҙы еҫ буйынса эҙәрлекләй, тазылар бик шәп саба.
Эттәрҙең аҡылы
үҙгәртергәАҡыл эшмәкәрлеген тикшереү тестарын үткәндә эттәр тик маймылдар, дельфиндар һәм ҡайһы бер варан кеүек ҡоштарҙан ғына артта ҡалыша. Эттәр, мәҫәлән, когнитив мәсьәләрҙе сисә ала. улар объекттың хәрәкәт итеү йүнәлешен алдан һиҙә (экстраполяция) һәм фигураларҙың ҙурлығын билдәләй ала.
Эттәрҙең аҡыл үҫеше уның нәҫелдән килгән һәм шәхси үҙенсәлектәренә, тәрбиәгә бәйле. Улар ғүмер барышындатупланған тәжриә, өйрәтеү, кеше менән тығыҙ аралашыуға бәйле була.
Эттәр бер нисә һүҙҙең мәғәнәһен аңлай. Психологтар Эллистон Рейд менән Джон Пиллей (АҠШ-тағы Спартанберг ҡалаһындағы колледж) Чейсер ҡушаматлы этте ( бордер-колли) 1000 объектты атамаһы буйынса табырға өйрәткәндәр. Эт әйберҙәрҙе функцияһы һәм формаһы [7] буйынса классификациялай ала, был өс йәшлек бала аҡылына тиң. Тикшеренеү программаһы авторы Адам Милокси былай ти:
«Беҙҙең тәжрибә эттәр кеше телмәрен аңлай ала икәнен күрһәтте, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар үҙҙәре һөйләшә алмай»
Эттәрҙең когнитив һәләттәре төрлө фекерләү комплексынан тора. Стэнли Корен[en], PhD, Британия Колумбияһы университеты профессоры эттәрҙә өс төр фекерләүҙе асыҡлай алған: адаптив (яраҡлашыу), инстинктив и эшкә кәрәкле. Ошо өс төр эттәрҙең «дөйөм интеллектын» тәшкил итә. Тәүге интеллекттың ике төрө хайуандың шәхси үҙенсәлеген күрһәтә һәм эттәрҙең интеллектын билдәләүсе тестар аша билдәләнә (IQ тест), эшкә кәрәкле аҡылы нәҫелдән килә. Адаптив (яраҡлашыу) фекерләү эттәргә хәлде баһаларға, анализларға һәм өйрәнергә ярҙам итә [8].
Эт тоҡомдары
үҙгәртергә«Тоҡом» зоотехния ғына түгел, мәҙәниәт һәм тарихҡа бәйле төшөнсә. Хәҙерге заманда тышҡы ҡиәфәте, төҫө һәм холҡо менән бер-береһенән ныҡ айырлып торған тоҡомдар бар.
2013 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, МКФ эттәрҙең 339 тоҡомон таный, улар 10 төркөмгә бңленә. Был классификация Европала һәм Рәсәйҙә ҡулланыла[9]:
- Көтөүсе эттәре;
- Һаҡсы эттәр;
- Терьерҙар;
- Таксалар;
- Лайка, шпиц һәм башҡа ябай эттәр;
- Ҡан еҫе буйынса бара торған һунар эттәре (гончие);
- Ҡорбанын күргәс, ҡатып ҡала торған (легавые]]);
- Ҡорбанды барып ала, эйәһенә килтереүсе һәм һыуҙа эшләй торған (Спаниель, ретривер);
- Комнатно-декоративные собаки өйҙә йәшәй торған декоратив эттәр һәм компаньон эттәр;
- Бурҙайҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Происхождение домашних собак . ЗооКлуб. — Источник: А. Д. Поярков, Сборник «О собаке». Дата обращения: 14 апрель 2011.
- ↑ Барабаш-Никифоров И. И., Формозов А. Н. Териология. — М.: Высшая школа, 1963. — 396 с. — С. 376—377.
- ↑ Origins of the dog: domestication and early history // The Domestic Dog: Its Evolution, Behaviour and Interactions with People / James Serpell. — Cambridge: Cambridge Univ. Press, 1997. — P. 2—19. — ISBN 0-521-41529-2..
- ↑ Человек собаке друг? Этология.ру (25 ноябрь 2004). Дата обращения: 16 июнь 2011.
- ↑ Dog intelligence science National geographic channel
- ↑ DOG BEHAVIORAL GENETICS
- ↑ http://www.cogs.indiana.edu/spackled/2011readings/Pilley_Border%20collie%20verbal%20referents_2010.pdf 2011 йыл 10 март архивланған.
- ↑ The Intelligence of Dogs — The LIST "
- ↑ Гусев В. Г., Гусева Е. С. Кинология. Пособие для экспертов и владельцев племенных собак. — М.: ООО «Аквариум Принт», 2008. — С. 50—51. — 232 с. — ISBN 978-5-9934-0043-3.