Грек-рим көрәше (классик көрәш, француз көрәше, грек-рим стилендәге спорт көрәше) — бергә-бер ҡаршы тороп көрәшеүҙең европа төрө. Был көрәш ҡағиҙәһе буйынса спортсы, билдәле техник хәрәкәттәр (ысулдар) арсеналын ҡулланып, ярышташын тигеҙлеген юғалтыуға килтерергә һәм уны арҡаһына әйләндереп, салҡан йығып һалырға тейеш. Грек-рим көрәшендә, иркен көрәштән айырмалы рәүештә, аяҡтар менән техник хәрәкәттәр яһау (ярышташтың тәнен эләктереү, уға аяҡ салыу, уны кинәт тартыу һәм аяҡтарын ҡулдар менән эләктереү) тыйыла. Классик көрәш Боронғо Грецияла һәм артабан Рим империяһында барлыҡҡа килгән , ә хәҙерге заман грек-рим көрәше төрө XIX быуаттың беренсе яртыһында Францияла формалашҡан.

Грек-рим көрәше
Рәсем
Спорт төрө борьба[d]
Етәксе орган Объединённый мир борьбы[d]
Ил Боронғо Греция
Пиктограмма
 Грек-рим көрәше Викимилектә

1896 йылдан башлап грек-рим көрәше Олимпия уйындары программаһына индерелә, 1898 йылда Европа чемпионаттары, ә 1904 йылдан донъя чемпионаттары үткәрелә. Халыҡ-ара көрәш федерацияһында — ФИЛА (FILA; 1912 йылда нигеҙләнгән) — 120 ил (1997) ағза булып тора.

Халыҡ-ара көрәш федерацияһы грек-рим стилендәге алыштың ХХ быуаттағы[1] иң бөйөк көрәшсеһе тип Рәсәй спортсыһы, 3 тапҡыр Олимпия чемпионы, 9 тапҡыр донъя чемпионы, 12 тапҡыр Европа чемпионы, 13 тапҡыр СССР һәм Рәсәй чемпионы Александр Карелинды иҫәпләй.

Ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Грек-рим көрәше — был ике спортсының ҡапма-ҡаршы тороп көрәшеүе. Техник яҡтан көрәш билдән юғары өлөштә төрлө ысулдар менән алып барыла. Алыштың төп маҡсаты — ярышташты келәмгә арҡаһы менән салҡан ятҡырып ҡыҫыу (туше́). Көрәшсе, шулай уҡ 1-се йәки 2-се периодта 8 баллы өҫтөнлөк йыйһа, еңеүсе тип табыла, һәм уларҙың алышы тамамланды тип иҫәпләнә. Әгәр иҫәп бер тигеҙ булһа, көрәшсенең кеме әүҙемерәк икәнлеген билдәләү өсөн, судья өҫтәлмә ваҡыт бирә һәм әүҙемерәк көрәшкән алышсыны һайлай. Алыш өсәр минуттан торған, араларында 30 секунд оҙонлоғондағы тәнәфесле ике период буйына алып барыла. Алыш ярышташты 5 балл килтергән ырғытып ташлау арҡаһында еңеү менән тамамланырға ла мөмкин. Көрәшсе ярышташын һәр бер ырғытып ташлау йә булмаһа уны ныҡлап эләктереп тотоп хәрәкәт яһатмау ысулын ҡулланғанда билдәле һанда мәрәйҙәр йыя. Келәмдәге рефери мәрәйҙәр һанын иҫәпләй, ләкин ярыштың баш судьяһы (йәки келәм рәйесе) рефери биргән мәрәйҙәр һаны менән ризалашырға тейеш. Уның ризалығы менән генә ярышташтарға мәрәй өҫтәлә. Көрәшсенең ярышташы ҡағиҙәләрҙе боҙһа(мәҫәлән алыш ваҡытында пассивлыҡ күрһәтһә, көрәштән баш тартһа, ситкә тайпылһа), уға ҡаршы спортсыға мәрәйҙәр бирелә. Алыш ваҡыты — өсәр минутлыҡ ике период. Әгәр еңеүсене билдәләй алмаһалар, йәрәбә ярҙамында көрәшселәрҙең береһенә һөжүм(атака) яһарға рөхсәт бирелә. Әгәр һөжүм уңышлы килеп сыҡһа, һөжүм итеүсе еңеүсе тип иҫәпләнә, әгәр уңышһыҙ булһа, һөжүмдән һаҡланыусы еңеүсе тип иҫәпләнә.

Көрәшкә тәнде майлап сығыу рөхсәт ителмәй, сөнки майлау тәнде шыуғаҡлата, көрәшсенең тырнаҡтары ҡыҫҡа алынырға һәм үҙе янында ҡулъяулығы булырға тейеш. Судья менән бәхәскә инеү шулай уҡ тыйыла һәм көрәшсегә еңелеү менән янай. Спортсылар бер-береһе менән һөйләшергә хаҡһыҙ, һәм уларға судья рөхсәтенән тыш келәмдән сығып китергә ярамай.

Көрәш алып барыу техникаһы

үҙгәртергә

Классик көрәштә спортсының тороуы бейек, уртаса, түбән, ярышташына ҡарата уң яҡлы, һул яҡлы һәм фронталь(ҡапма-ҡаршы) булырға мөмкин. Көрәшсенең ҡайһы бото көслөрәк, шуныһы алға сығып торорға тейеш. Бейек һәм уртаса тороу көрәшсегә манёврҙар һәм һөжүм яһау өсөн уңайлы, ә түбәне — ярышташының һөжүменән һаҡланыу өсөн уңайлы.

Көрәшсенең аяҡтары «алышта ҡатнашмаһалар ҙа», уларҙың көсө һәм тиҙлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Ярышташын күтәреп алып ырғытҡанда көрәшсенең әҙерәк бөкләнгән тубыҡтары алышташының ауырлығын һәм уның ҡаршылашыуын еңер өсөн турая.

Спортсының келәмдә күсеп йөрөүе йылдам, ләкин тотороҡло булырға тейеш, һәм башта алға бер аяғы ҡуйыла, артабан уның янына икенсеһе тартып алына, аяҡтарҙы ҡауыштырырға тәҡдим ителмәй, сөнки бының тотороҡлолоҡто юғалтыуға килтереүе бар.

Ирекле стиль көрәшселәренән айырмалы рәүештә, грек-рим стилендәге көрәшселәргә эләктереү, аяҡ салыу, шулай уҡ ярышташының аяҡтарына һөжүм яһау ысулдары тыйыла, шулай уҡ быуындарға ҡарата техник ысулдар ҡулланыу, ауырттырыу алымдарын файҙаланыу, ярышташының муйынын (5 секундтан ары) ике ҡуллап эләктереү ҡәтғи тыйыла… Көрәшселәр ярышташын алып ырғытыу өсөн тәндәренең бары тик билгә тиклемге өҫкө өлөшөн генә файҙалана ала, шулай уҡ бер-береһенә яҡын дистанцияла ғына көрәшергә тейеш. Бындай стилдә көрәшкәндә ярышташтарынан өҫтөнлөккә бары тик көс ҡуллана белгән спортсылар ғына эйә.

Классик көрәштә алыш баҫҡан көйө йә булмаһа келәмдә ятҡан көйө партерҙа алып барыла. Баҫып көрәшеүҙең төп мәғәнәһе — ярышташының тотороҡлолоғон юғалттырып, уны партерға һалыу. Бының өсөн төрлө ырғытыуҙар («әйләндергес», бөгөү, үҙеңә табан бороу) һәм йығыу, мәҫәлән, ярышташты элмәккә алыу (муйынын һәм яурындарын эләктереү) һәм көс менән келәмгә ҡыҫыу; алышташтың ҡулы аҫтына «сумыу», уның арҡаһына сығыу, тәнен ике ҡул менән эләктереп, артҡа табан бөгөлөп, «күпергә» әйләнеп, үҙең аша ырғытыу. Ырғытыуҙарҙың үҙенсәлеге булып һөжүм итеүсенең ярышташы йығылған сағын файҙалана белеү тора, сөнки был саҡта ырғытыуҙың амплитудаһы ныҡ арта. Партерҙа көрәшкәндә ярышташты келәмгә салҡан әйләндереп, уны ҡалаҡ һөйәктәре менән келәмгә бер нисә секунд буйы ҡыҫып тороу кәрәк. Бының өсөн төрлө тәгәрәтеүҙәр: үҙең аша тәгәрәтеү, ситкә тәгәрәтеү, ә «күпер» яһаған ярышташты ҡалаҡ һөйәгенә һалыу (туше) өсөн «дожим, йәғни ҡыҫып тороу» ҡулланыла.

Классик көрәштә, дзюдо һәм самбонан айырмалы рәүештә, тән эләктерелә, ә бының өсөн бик ҙур физик көс талап ителә. Кейемде, ҡолаҡты, танауҙы, бармаҡтарҙы, енси органдарҙы тотоу тыйыла Ҡул суҡтарын, терһәк өҫтөн, яурындарҙы, муйынды һәм билгә тиклем тәнде тоторға рөхсәт ителә.

Һығылмалылыҡ һәм көс

үҙгәртергә

Классик көрәш — һығылмалылыҡ һәм көс тандемы (ике яғы) Көрәш спецификаһының айырым урыны булып тренировкалар-күнегеүҙәрҙә атлеттың «мост йәғни күпер» тора. Уны эшләгәндә атлеттың аяҡтары, маңғайы һәм бик һирәк кенә эйәге келәмгә тейеп тора, ә арҡаһы дуға рәүешендә бөгөлә. Һығылмалылыҡты үҫтереү өсөн акробатик күнегеүҙәрҙең айырым йыйылмаһын өйрәнергә кәрәк, шуларҙан, мәҫәлән: тәкмәс атыу, тәгәрмәс яһау, рондат, ҡулдарҙа баҫып тороу, бөгөлгән арҡа менән тороу, йүгереп менеү, «күпер» эшләргә өйрәнеү. Ныҡ һәм эластик быуындарһыҙ, ҡан тамырҙарһыҙ һәм лимфа системаһынан башҡа көрәшсе еңеүгә өлгәшә алмай, шунлыҡтан ул бик ентекләп йығылыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау техникаһын үҙләштерергә, үҙендә барлыҡҡа килтерергә тейеш. Тын алыу системаһы һәм дөйөм түҙемлелек-сыҙамлылыҡ йүгереү һәм төрлө хәрәкәтле уйындар, бигерәк тә регби уйындары менән булышҡанда үҫешә. Ысулдарҙы ҡулланырға көрәшселәр манекенда (йәки толопта) һәм партнёр менән эшләгәндә өйрәнә. Төрлө уҡыу күнекмәләре яһағанда көрәшсенең техникаһы һәм махсус сыҙамлылығы үҫешә. Көрәш техникаһын өйрәнгәндә сыҙамллылыҡты нығытыу төп урында тора.

Көстө төрлө спорт снарядтарында (перекладина, брусья) нығыталар, шулай уҡ төрлө ауырлыҡтар күтәреү ярҙамында, (сүкәйеү, тәнде ҡатырып тотоп тартылыу, штанга күтәреү (ятып, баҫып), пауэрлифтинг/бодибилдинг/ауыр атлетика менән шөғөлләнеү, ерҙән ҡулдар ярҙамында тәнде күтәреү, муйын өсөн төрлө көс күнегеүҙәре, жгут менән күнегеүҙәр эшләү көрәшсегә тәҡдим ителә. Гимнастика стенкаһы янында жгут менән булышыу, янбашты төрлө яҡҡа борғолау ҙа тәҡдим ителгән күнегеүҙәр булып тора.

Көрәшсе кейемдәре

үҙгәртергә

Көрәшсенең махсус кейемдәренә һыу ингәндә кейә торған ҡыҫҡа трусик, трико, носкиҙар, йомшаҡ көрәшсе кедыҙары («борцовки»), ҡулъяулыҡ инә. Ҡулъяулыҡ ҡан менән тирҙе һөртөү өсөн ҡулланыла, хәҙер төрлө тампондар ҡулланылғанлыҡтан, ул бары тик йола атрибуты ғына булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә