Вәлиев Зиннәт Вәли улы

Вәлиев Зиннәт Вәли улы (1 май 1902 йыл, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1903 йыл — 16 май 1997 йыл) — әкиәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Вәлиев Зиннәт Вәли улы
Тыуған көнө 1 май 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Әбйәлил районы, СССР
Вафат булған көнө 16 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (95 йәш)

Биографияһы үҙгәртергә

Зиннәт Вәли улы Вәлиев 1902 йылдың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1903 йылдың) 1 майында Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе[2] Туйыш ауылында тыуған.

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй, мулла була. Һүҙ оҫтаһы Вәлиев Зиннәт Вәли улы күп әкиәт, көләмәс белә. 70‑се йылдарҙа Ә. М. Сөләймәнов унан 10‑ға яҡын әҫәр (шул иҫәптән Ерәнсә сәсән тураһында) яҙып ала. Уларҙың бер өлөшө «Башҡорт халыҡ ижады» һәм «Башҡорт халыҡ ижады» (рус телендә) йыйынтыҡтарына ингән.

1997 йылдың 16 майында тыуған ауылында вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. башкирская Википедия — 2005.
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сөләймәнов Ә. М. Тормош-көнкүреш әкиәттәре (жанр үҙенсәлектәре). Өфө, 1990;
  • Сулейманов А. М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.

Һылтанмалар үҙгәртергә