Түбәнге Ғәҙелбай

бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәһендәге тораҡ пункты. 1876 йылда барлыҡҡа килгән. 1960 йылда ауылдар исемлегенән алынған

Түбәнге Ғәҙелбай (Шырмай) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәһендәге тораҡ пункты. 1876 йылда барлыҡҡа килгән. 1960 йылда ауылдар исемлегенән алынған[1].

Түбәнге Ғәҙелбай
Нигеҙләү датаһы 1876
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1960

Географик урыны

үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһы буйында, 1-се Этҡол ауылынан түбәренәк, урынлашҡан була. Ауыл тирәһендә Аҡморон йылғаһы аға. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

Ырымбур губернаһы картаһында тәүге тапҡыр 1876 йылда барлыҡҡа килә. Ғәҙелбай ауылын Кинйәбулат ауылы башҡорттары нигеҙләй. 1812 йылда Батҡаҡлы йылғаһы буйында 19 ғаилә яңы тораҡ пунктын булдыралар. Ауылды нигеҙләгән уҙаман Шырмай Ибраҡов Ҡарағужа ауылынан була. Был ауыл Этҡол һәм Мырҙаҡай ауылдары араһында урынлаша. Ширмайҙың улдары — Әүәл (1746—1820), уның улы Ырыҫбай,Ырыҫбайҙың улдары — Ҡужәхмәт, Әхмәт, Бөркөтбай, Рәхмәт, Басылан, Кейекбай, Юлбарыҫ, Күлбай, Ғәле, Шәйәхмәт; Аҡҡужа (1747—1817), Йәғәфәр (1759—1830), Аҡмырҙа (1778 йылғы), Аҡманбай (1786 йылғы), Баймырҙа (1796—1830), Кинйәғол (1801 йылғы)[2]. Ауылдың икенсе исеме Шырмай. Шырмай Ҡарағужа ауылының утары булараҡ барлыҡҡа килә. Утар һуңғараҡ Шырмай ауылы булып үҫешә. Әлеге ауыл Ғәҙелбай ауылынан айырым ята. Һуңынан Ғәҙелбай ауылы Үрге Ғәҙелбай (Шырмай), ә Шырмай ауылы Түбәнге Ғәҙелбай (Шырмай) тип аталып йөрөйәсәк. 1930-сы йылдар аҙағында Түбәнге Ғәҙелбай ғәмәлдән сыға[2].

Ғәҙелбай ауылы Ғәҙелбай Ейәнғолов (1766 йылғы) исемен йөрөтә. Уның у Дәүләтбай исемле улы булыуы билдәле. Күсеп килеүселәр араһында Юлдыбай Дәүләтҡолов, Байегет һәм Ҡотлогилде Күлмәковтар, Ғәлекәй Сураков, Ишморат һәм Мораҙым Солтанморатовтар, Йортбәк һәм Ҡасҡын Итҡабуловтар була[2].

1834 Түбәнге Ғәҙелбайҙа 142 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы мал аҫырап күн күргән. 1839 йылда Аҡморон, Ҡалмаҡ һәм Һаҡмар буйҙарына 60 йорттан 35 арба йәйләүгә сыға. Әлеге йылда 330 кеше башына 330 йылҡы малы, 259 һыйыр, 112 һарыҡ һәм 41 кәзә тура килгән. Ауыл халҡы 70 дисәтинә ер һөргән, 1843 йылда 24 бот ужым бойҙайы һәм 880 бот ярауай бойҙай сәскән[2].

Совет осоронда

үҙгәртергә

1920 йылда 22 йортта 142 кеше йәшәгән, 1940 йылда бөтәһе 31 кеше[1], ә 1960 йыл башына ауылдар исемлегенән алына.

1928 йылда 12 хужалыҡ «Туғай» ауыл хужалығы артеленә берләшә, уның рәйесе теп Шәрифулла Ҡасҡынов тәғәйенләнә[1]. 1930 йылда эргә-тирәләге ауылда кешеләре «Кубань» колхозын ойошторалар. 1932 йылда леге колхоз тарҡатыла. Үрге һәм Түбәнге Ғәҙелбай ауылдары «Кубань» колхозында ҡала, уның үҙәге Үрге Ғәҙелбай була, ә Түбәнге Ҡәҙелбай колхозға бригада булараҡ инә. 1940 йылда колхоз тәүге йөк автомашинаһын һатып ала. 1946 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы «Кубань» колхозы СССР-ҙа социалистик ярыш буйынса еңеүсе итеп таныла. Ул ваҡытта колхоз рәйесе булып 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Ғәлиәхмәт Сәйфуллин эшләй[1].

Колхоз рәйестәре Ш. Әҙеһәмов, И. Ишморатов, Ш. Шырмаев, Ғ. Сәйфуллин.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Бикташ Мамбаев — 1812 йылғы Ватан һуығышында ҡатнашыусы, Сена йылғана тиклем барып еткән[2].
  • Ғәлиәхмәт Сәйфуллин — Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
  • Агишев Иҙел Миһран улы (1928—?) — башҡорт телсеһе, лексиколог.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Генеалогия и архивы. Гадельбаево (Ширмаево)

Һылтанмалар

үҙгәртергә