Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы

Журналист, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)

Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы[1] (1 май 1963 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)[2].

Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 1 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Ишмырҙа, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Нияз Зәбихулла улы Алсынбаев 1963 йылдың 1 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих-инглиз теле факультетын тамамлай. 1986 йылдан алып 1989 йылға тиклем Баймаҡ районы мәктәптәрендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1989—1991 йлдарҙа БАССР-ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙары Дәүләт комитеты корреспонденты булып хеҙмәт итә. 1992—1997 йылдарҙа — Әбйәлил районының «Осҡон» корреспонденты. 1997 йылдан алып «Башкортостан» Дәүләт теле-радио компанияһында башта — сәнәғәт бүлеге корреспонденты, Урал аръяғы собкоры[3], һуңынан бүлек мөдире, радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы урынбаҫары булып эшләй[2].

2004 йылдан алып года «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти канал менән етәкселек итә. Шулай уҡ «Майҙан», «Даира» йәмәғәт-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. «Шәхси фекер», «Шәжәрә» программаларының авторы һәм алып барыусыһы. 1990-сы йылдарҙан әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрҙе. 2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (теле-радио компаниялары араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). «Алпамыша — бер риүәйәт эҙҙәре артынан» документаль фильмы авторы һәм режиссеры (2013)[2].

Төп әҫәрҙәре[2]:

  • Серле мосафир. Өфө,2008;
  • Эйәрҙә ҡалған егет. Өфө,2009;
  • Изге бүре балалары. Өфө,2013;
  • Йәйге селлә. Өфө,2014.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Әлибаев З.Дәүер һулышын тойоп.//Ағиҙел.-2010.4-се һан. 156—157 биттәр;
  • Күзбәков Ф. Йәштәр тауышы..//Ағиҙел.-2010. 5-се һан. 153 бит;
  • Баймакская энциклопедия. Уфа,2013.- 61 бит;
  • Писатели земли башкирской. Уфа,2015.- 34-35 бит.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә