Физиология
Физиология (бор. грек. φύσις — тәбиғәт һәм λόγος — һүҙ) — йәнле тәбиғәттең тереклек процестарын өйрәнеүсе фән.
Физиология | |
Модель элементы | Клод Бернар[d] һәм физиология человека[d] |
---|---|
Физиология Викимилектә |
Физиология фәненең бурыстары
үҙгәртергә- Тереклектең ҡәҙимге (нормала) һәм патология ваҡытындағы хәлен тикшерә.
- Биологик системаларҙағы һәр төҙөлөш кимәленең эшмәкәрлеге һәм көйләнеү законлылыҡтарын (ҡанундарын) асыҡлай.
- Тереклек процестарының ҡәҙимге (норма) сиктәрен һәм унан тайпылыу, ауырыу билдәләрен (ҡара. патофизиология) аныҡлай[1][2]
- Физиология комплекслы фән: тәбиғәт фәне булараҡ, организмдың дөйөм эшмәкәрлеген, шулай уҡ, айырым ағзаларының, күҙәнәктәренең, күҙәнәк структураларының эшмәкәрлеген (шәхси физиология) өйрәнә.
- Организмдың һәм тирә-яҡ мөхит[2] менән бәйләнешен, уның эшмәкәрлек законлылыҡтарын (ҡанундарын) һәм көйләнеү механизмдарын асырға ынтыла.
- Физиология йәнле тәбиғәттең төп сифатын — уның дөйөм организм кимәлендә , шулай уҡ айырым өлөштәрендә тереклек эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе үҙенсәлектәрен һәм функцияларын өйрәнә.
Тереклек эшмәкәрлеге төшөнсәһенең нигеҙендә матдәләр, энергия һәм мәғлүмәт (информация) алмашыныу процесы тураһында белем ята. Тереклек эшмәкәрлеге файҙалы һәм кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшеүгә һәм организмды мөхит шарттарына[2] ҡулайлашыуға йүнәлтелә.
Физиология үҫемлектәр физиологияһы һәм кеше һәм хайуандар[2] физиологияһы дисциплиналарына айырып өйрәнелә.
Физиология анатомия һәм гистология менән бергә медицинаның теоретик нигеҙен тәшкил итә.
- Улар ярҙамында табиптар пациенттар тураһында факттарҙы берләштереп, дөйөм организмы торошон баһалай, эшкә һәләтлеген асыҡлай.
- Функциональ тайпылыуҙар кимәленә, йәғни дәрәжәһе, йәғни физиологик функцияларҙың нормалар тайпылыу характерына һәм дәүмәленә ҡарап сирленең хәлен асыҡлай.
- Организмды ҡәҙимге (һау) хәленә кире ҡайтарырға тырыша. Бының өсөн уның шәхси этник, енси, йәш үҙенсәлектәрен, шулай уҡ, йәшәү мөхитенең экологик һәм социаль шарттарын[2][стиле] иҫәпкә ала.
- Организм функцияларын тергеҙеү (коррекциялау) өсөн мөхиттең тәбиғи-климатик һәм сәнәғәт шарттарына ғына түгел, ә антропоген бысраныуы характерына ла— атмосфералағы, һыуҙағы, аҙыҡ-түлектәге[2] зыянлы матдәләрҙең микдары һәм зарар килтереү дәрәжәһе лә иҫәпкә алына.
Кеше физиологияһының ҡыҫҡаса тарихы
үҙгәртергәФизиология өлкәһендәге тәүге эштәр боронғо донъяға уҡ барып тоташа.
Медицинаның атаһы тип иҫәпләнгән Гиппократ (беҙҙең эраға тиклем 460—377 йй..) кеше организмын шыйыҡ мөхит менән шәхестең психик булмышы (склад) берҙәмлеге итеп ҡарай. Кешенең мөхит менән бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм был бәйләнештең төп формаһы булып хәрәкәт тора тип һанай.
Бындай ҡарашы уның ауырыуҙы комплекслы дауалау алымдарын билдәләй ҙә.
Шул уҡ принцип боронғо Ҡытай, Һиндостан, Европа һәм Яҡын Көнсығыш табиптары өсөн дә хас булған алымдар булып тора.
Әммә XVIII быуатҡа тиклем физиология анатомия һәм медицина өлөшө булараҡ ҡына үҫешә .
1628 йылда табип Уильям Гарвей аксиома урынына йөрөгән, тере кешенең артерияларында һауа тултырылған тигән ҡарашты кире ҡаға. Тере организмдарҙағы йөрәк һәм ҡан әйләнеше эшмәкәрлеген дөрөҫ итеп һүрәтләп бирә. Шулай итеп, хәҙерге фәнни эксперименталь физиологияға нигеҙ һалына[3].
Физиология йүнәлештәр
үҙгәртергәФизиология бер -береһенә бәйләнгән бер нисә дисциплиналарҙы үҙ эсенә ала:
- Молекуляр физиология организмдың тереклек асылын һәм эшмәкәрлеген молекуляр кимәлдә өйрәнә.
- Күҙәнәк физиология айырым күҙәнәктәрҙең тереклек эшмәкәрлеген өйрәнә һәм молекуляр физиология менән бергә төп дисциплина булып торалар. Сөнки, бөтә тереклек процестары бары күҙәнәк эсендә генә, молекуляр кимәлдә тормошҡа аша.
- Микроорганизмдар физиологияһы микробтартарҙың эшмәкәрлеге физиологияһын өйрәнә .
- Үҫемлектәр физиологияһы анатомияһы менән тығыҙ бәйләнгән һәм үҫемлектәр донъяһының симбионттары менән берлектә тереклек үҙенсәлектәрен өйрәнә.
- Бәшмәктәр физиологияһы бәшмәктәрҙең тереклеген өйрәнә..
- Кеше һәм хайуандарҙың физиологияһы, анатомияһы һәм гистологияһы медицинаның нигеҙе булып тора (ҡара. Нормаль физиология, Патологик физиология).
Һәр дисциплинаға хас үҙенсәлектәре һәм айырмалары булыу сәбәпле, улар эсендә айырым тармаҡтар барлыҡҡа килгән:
- фотосинтез физиологияһы,
- хемосинтез физиологияһы,
- аш һеңдереү физиологияһы,
- хеҙмәт физиологияһы,
- ҡан әйләнеше физиологияһы йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген өйрәнә,
- электрофизиология — нерв һәм мускулдар эшмәкәрлегендәге электромагнит күренештәрҙе тикшерә.
- Нейрофизиология нервы системаһын өйрәнә. Юғары нервы эшмәкәрлегефизиологияһы юғары психик функцияларҙы физиологик ысулдар менән өйрәнә.
Физиологтар ойошмалары
үҙгәртергә- Институт физиологии им. И. П. Павлова РАН (Россия, Санкт-Петербург). 1925 йылда нигеҙләнгән.
- Институт физиологии растений им. К. А. Тимирязева РАН. 1890 йылда кабинет булараҡ нигеҙләнгән институт итеп үҙгәртелгән. 1934 йылда Мәскәүгә күсерелгән.
- Сибирский институт физиологии и биохимии растений СО РАН (Россия, Иркутск). 1961 йылда нигеҙләнгән.
- Институт эволюционной физиологии и биохимии им. И. М. Сеченова (Россия, Санкт-Петербург). 1956 йылда нигеҙләнгән.
- Научно-исследовательский институт нормальной физиологии им. П. К. Анохина РАМН (Россия, Москва). 1974 йылда нигеҙләнгән.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Кеше физиологияһы / под ред. м. в. Покровский, Коротько г. ф.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- [ Физиология] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Физиология 2007 йыл 9 февраль архивланған., — материалы РАН.
- Физиология человека 2014 йыл 6 март архивланған., — познавательный ресурс.