Синтез-Каучук
«Синтез-Каучук» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — синтетик каучуктарҙың пропиленоксидлы, цис-изопренлы, эпихлоргидринлы һ. б. маркаларын етештереп сығарыу буйынса бер нисә производствоны берләштергән нефть химияһы сәнәғәтенең эре предприятиеһы.
Синтез-Каучук | |
Файл:Синтез-каучук.png | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл |
12 апрель 1960 |
Элекке исеме |
Башҡорт АССР-ының 40-йыллығы исемндәге Стәрлетамаҡ «Синтетик каучук» заводы (1960—29.06.1992 й.[1]), «Каучук» ЯАЙ |
Урынлашыуы | |
Төп фигуралар |
(Генераль директор) Жаворонков Д.А. |
Тармаҡ |
химия сәнәғәте |
Продукция |
синтетик каучуктар |
Төшөм |
▲ (2011 йыл, МСФО) |
Табыш |
▲ 124 000 000 (2010 йыл, МСФО)[2] |
Эшселәр һаны |
3500 |
Сайт |
«Синтез-Каучук» ААЙ — шиндар, төрлө ассортиментлы резина-техник изделиелар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек тауарҙары, медицина, көнкүреш ҡулланыу әйберҙәре етештергәндә ҡулланылған дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле полиизопренлы неодимовый каучук эшләп сығарған, Рәсәйҙә һәм БДБ-ла берҙән-бер предприятие.
Тарихы
үҙгәртергәКомбинаттың тарихы Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң оҙаҡламай Стәрлетамаҡта синтетик каучук етештереү буйынса завод төҙөүҙән башлана. Предприятиеның тыуған көнө тип 1960 йылдың 12 апреле иҫәпләнә, был көндә синтетик каучуктың беренсе рулоны алынған һәм К-5, К-12, К-16 дегидрирование катализаторҙары сығарыла башлаған.
1963 йылда завод киңәйә, изопрен һәм СКИ-3 изопренлы каучук тәжрибә-сәнәғәт етештереү производствоһы барлыҡҡа килә. 3 йылдан һуң ул үҙ аллы предприятие— тәжрибә-сәнәғәт нефть химияһы заводы булып айырылып сыға.
1990 йылдарҙа предприятие акционерлаштырыла, эшкә һәләтлелеген һаҡлап алып ҡала ала һәм тыуған ил каучугын етештереүҙә һәм сығарыуҙа лидер булып ҡала (1993 йылдарҙа Рәсәйҙә етештерелгәндең өстән бер өлөшө самаһы), шулай уҡ продукцияһын экспортҡа сығара.
2009 йылда яңы, экологик яҡтан таҙа бутадиен-стироллы каучукты сәнәғәт етештереүгә тотона (Рәсәйҙә бындай продукция сығарған икенсе предприятие була)[3].
2008 йылда Рәсәй синтетик каучук баҙарында предприятиеның өлөшө 29 процент тәшкил итә, тышҡы баҙарҙа — 16 %.
2011 йылдың 25 мартында компания «ТАУ» компаниялар төркөмөнә инә.
2011 йылдың авгусынан компания менән идара итеү «ТАУ НефтеХим» идара итеүсе Компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырыла.
Предприятие наградалары
үҙгәртергә«Синтез-Каучук» ААЙ продукцияның сифаты өсөн бер нисә федераль һәм төбәк премиялар һәм дипломдар лауреаты булып тора, шул иҫәптән
- Сифат өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты премияһына дәғүә итеүгә конкурс — 2 урын (2009)[4], 1-се урын (2010)[5]
- «Иң яҡшы Башҡортостан тауарҙары» Республика конкурсында, «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһы — лауреат (2007—2009, 2011)[6][7][8][9]. 2010 йыл программаһында асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры И. Ю. Шаһимырҙанова «Сифат буйынса иң яҡшы менеджер» конкурсында беренсе урынға лайыҡ була[10].
- «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Программаһы Бөтә Рәсәй конкурсы, «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһы- дипломант (2007—2009, 2011)[11][12][13]
- «Бөтә Рәсәй Маркаһы — XXI быуат сифат билдәһе»[14]
- «Рәсәй Сифаты», 2012[15]
- 2015 йылда сәнәғәт сауҙа Министрлығы «Синтез-Каучук»ты сәнәғәт һәм сауҙа тармаҡтарына ҙур йоғонто яһаусы ойошмалар исемлегенә индерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Организационно-правовая форма изменена согласно решению Государственного комитета Республики Башкортостан по управлению государственным имуществом № 14 от 29.06.1992 г.
- ↑ из газеты Коммерсант
- ↑ История ОАО «Синтез-Каучук»
- ↑ Премия Президента Республики Башкортостан в области качества продукции (товаров, услуг) за 2009 год
- ↑ Подписан указ о вручении премии Президента Республики Башкортостан в области качества продукции (товаров, услуг) за 2010 год
- ↑ Лучшие товары Башкортостана 2007
- ↑ Лучшие товары Башкортостана 2008
- ↑ Лучшие товары Башкортостана 2009
- ↑ Лучшие товары Башкортостана 2011
- ↑ Лучшие товары Башкортостана 2010
- ↑ Итоги конкурса 100 лучших товаров России 2007
- ↑ Итоги конкурса 100 лучших товаров России 2009
- ↑ Итоги конкурса 100 лучших товаров России 2011
- ↑ Всероссийская марка(недоступная ссылка)
- ↑ http://www.roskachestvo.ru/diplomant/by_years/2012.htm 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1] 2017 йыл 10 сентябрь архивланған.
- «ТАУ» компаниялар төркөмө сайты