Башнефть

нефть компанияһы
(Өфө нефть эшкәртеү заводы битенән йүнәлтелде)

«Башнефть» — Рәсәй нефть компанияһы, асыҡ акционер йәмғиәте. Баш офисы Өфөлә урынлашҡан. «Башнефть» 2014 йылға тиклем «Система» асыҡ акционер йәмғиәте составында ине. Башҡортостанда һалымды иң күп түләүсе ойошма[3]. 21.06.2015 сығарылған Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Башнефть компанияһының акцияларының 25.7 проценты Башҡортостан Республикаһы милкетенә бирелде.[1](недоступная ссылка)

«АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Листинг на бирже

Ҡалып:MOEX
Ҡалып:MOEX

Нигеҙләнгән

1946

Уранлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан: Өфө (де-юре);
Мәскәү (де-факто),
125047, 1-се Тверская-Ямская урамы, 5-се йорт [1].

Төп фигуралар

Текслер Алексей Леонидович (директорҙар советы рәйесе), Корсик Александр Леонидович (президент)

Тармаҡ

нефть эшкәртеү, нефть етештереү, нефтехимия, нефть продуктары һатыу

Әйләнеш

517,5 млрд һум (2013 йыл,)[2]

Операцион килем

249,2 млрд һум (2013 йыл, РСБУ)

Килем

69,1 млрд һум (2013 йыл, РСБУ)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

25 мең кеше

Материнская компания

Система АФК-һы

Аудитор

(2011 йыл)

Сайт

www.bashneft.ru

 Башнефть Викимилектә
Башнефттең станок-качалкаһы

2016 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев «Башнефть» йәмғиәтенең 50,075 процент акцияларынан торған "дәүләт пакеты"н 329,7 миллиард һумға «Роснефть» йәмғиәтенә һатыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы[4].

Ырымбур өлкәһе, Татарстан, Удмуртия, Ненец һәм Ханты-Манси округтар территорияларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һәм башҡа киң продукция ассортиментын етештерә. Продукцияһы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәcәйҙен башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

Ойошма ЦСКА футбол клубы спонсоры булды.

  • 1935 йыл — «Востокнефть» тресын (1931 йылда нигеҙләнгән) бүлеү һөҙөмтәһендә «Башнефть» тресы булараҡ нигеҙ һалына
  • 1940 йыл — «Башнефтекомбинат»
  • 1945 йыл — «Башнефтехимкомбинат» нигеҙендә барлыҡҡа килә.

Берекмәгә «Ишимбайнефть» (иң беренсе), «Туймазынефть», «Башнефтеразведка», «Башнефтестрой», Ишембай машиналар төҙөү заводы, «Красный пролетарий» заводы, «Башнефтепроект» һәм «Баштехснабнефть» ингән.

  • 1954 йылда нефть етештереү буйынса СССР-ҙа беренсе урынға сыға.
  • 1975 йыл — «Башнефть» производство берекмәһе
  • 1995 йыл — Асыҡ акционерҙар йәмғиәте
  • 2014 Рәсәй канундары үҙгәреү менән Асыҡ (урыҫса публик) акционер йәмғиәтен итеп үҙгәртелә.

«Башнефть» составына «БашНИПИнефть», «Аксаковнефть», «Арланнефть», «Ишимбайнефть», «Краснохолмскнефть», «Октябрьскнефть», «Туймазанефть», «Уфанефть», «Чекмагушнефть», «Южарланнефть» НГДУ лары, Ишембай быраулау эштәре идаралығы, Өфө быраулау эштәре идаралығы, Туймазы быраулау эштәре идаралығы, Бөрө геологик эҙләнеүҙәр контораһы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Туймазы газ эшкәртеү заводы, Шкапов газ эшкәртеү заводы, Ҡуғанаҡ керамик кирбес заводы, Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводы һ. б. инә).

  • 2000 йылға ҡарата «Башнефть» тарафынан 250 нән ашыу нефть ятҡылығы һәм газ ятҡылығы асылған, 37 мең скважина бырауланған, 1,5 млрд т нефть, 70 млрд м³ газ сығарылған; 4072,3 мең м² торлаҡ, 80 балалар баҡсаһы, 11 шифахана-профилактика учреждениеһы, 13 ял базаһы һәм 20 нән ашыу соц. мәҙәни тәғәйенләнешле объект төҙөлгән.
  • 2010 йылда компания, лицензияға 18,476 млрд һум аҡса биреп «Роман Требс исемендәге нефть-газ ятҡылығы» һәм «Анатолий Титов исемендәге нефть-газ ятҡылығын эшкәртеүсе» тигән конкурста еңеп сыға.
  • 2011 йылда «Башнефть» «РуссНефть» йәмғиәтенән «Оренбургнефтепродукт» йәмғиәтен һатып ала. «Оренбургнефтепродукт» Ырымбур өлкәһенең иң эре нефть продукттар hатусыһы, 93 АЗС һәм 16 нефть базаһын берләштерә[5].
  • 24.05.2013 Өфөлә «Башнефть» йәмғиәтенең филиалы булған «Башнефть — Новойл» компанияһында көкөрт кислотаһы ҡатнашлығында алкиллаштырыу һәм ҡулланылған көкөрт кислотаһын регенерациялау ҡулайламалары комплексы файҙаланыуға тапшырылды[6].

Компания тармаҡта тәүгеләрҙән булып ҡатламға һыу ҡыуҙырыу менән ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, ҡатлам баҫымын тотоу өсөн промыслала файҙаланылған һыуҙы ҡыуҙырыу, скважиналар селтәре тығыҙлығын ҡулайлаштырыу, горизонталь скважиналар төҙөү, ҡеүәтле станок-качалкалар, үҙәктән ҡыуыусы, электр ярҙамында батырылыусы насостар ҡуйыу, скважиналарҙы турбо- һәм электробурҙар м н быраулауҙы киң ҡулланыу, бәләкәй диаметрлы скважиналар ҡаҙыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ, нефть һәм газ йыйыуҙың бер торбалы системаһын файҙаланыу, быялаланған һәм футерланған насос-компрессор торбаларҙы ҡулланыу, тоҙ һәм парафин ҡатламдарын бөтөрөү технологияларын үҙләштерә.

Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) ордендары менән бүләкләнгән.

«Башнефть» менән Казбек Сәғит улы Баймөхәмәтов, С. И. Кувыкин, Г. П. Ованесов, Б. Ф. Сандурский, Е. В. Столяров, А. А. Трофимчук, Мортаза Рәхимов һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге бәйле.

Бизнес ҡоролошо

үҙгәртергә

Сайт буйынса[7]:

Әҙләү һәм етештереү Нефтехимия Логистика
«Башнефть-Добыча» ЯСЙ «Уфанефтехим» ААЙ «Башкирнефтепродукт» ААЙ
"Башнефть-Полюс"ЯСЙ «Өфө нефть эшкәртеү заводы» ААЙ «Оренбургнефтепродукт» ААЙ
«Башминерал» ЯСЙ «Новойл» ААЙ «Башнефть-Регион» ЯСЙ
«Зирган» ЯСЙ «Уфаоргсинтез» ААЙ «Башнефть-Удмуртия» ЯСЙ
«Геонефть» ЯСЙ «Башнефть-Транс» ЯСЙ
«БашНИПИнефть» ЯСЙ
«Башнефть-Бурение» ЯСЙ

«Башнефть» ҡарамағында «Башкирия» (элекке Башҡортостан) ҡунаҡханаһы.

Нефть эшкәртеү

үҙгәртергә
2010 2011 2012 2012, %
Бензин 4,74 4,92 4,78 25 %
Дизтопливо 7,67 7,41 7,23 38 %
Мазут 2,65 2,61 2,86 15 %
Вакуумлы газойль 1,70 1,89 1,62 9 %
башҡа 2,68 2,35 2,41 13 %
Дөйөм 19,43 19,18 18,91 100 %

Бензин сығарыу, (үткән йылға үҫеш)

2010 2011 2012
Евро-3 - 73,0 % 20,5 %
Евро-4 19,6 % 12,8 % 54,4 %
Евро-5 0,0 % 0,0 % 20,7 %

Башнефть составында булған ойошмалар

үҙгәртергә
  • Аксаковнефть
  • Арланнефть
  • Ишембайнефть нефть һәм газ сығарыу идаралығы
  • Краснохолмскнефть
  • Ишембай машиналар төҙөү заводы
  • «Башнефтепроект» институты

Перспектива

үҙгәртергә

2011 йылдын апрелдән компания авиакеросин етештерә. «Башнефть» керосинды Кольцово, Большое Савино, Ульяновск, Өфө аэропорттарына һата.

«Башнефть» 2012 йылдын июндә Иракта 12-се блокта нефть етештереү тураһында контрактҡа ҡул ҡуйҙы[8].

2010 йылдан «Башнефть» ЦСКА футбол клубының генераль спосноры[9].

Экология

үҙгәртергә

Өфөнөн нефть предприятиялары эштә ҡулланған 30 % һыуҙы Ағиҙелғә ташлай.

2013 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һауаның таҙалығын һаҡлау өлкәһендәге килешеүгә ҡул ҡуйылды.[10]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Контакттар
  2. Финам.ru - Чистая прибыль "Башнефти" за 2013 год по РСБУ выросла на 53% - до 69,1 млрд рублей - Новости компаний
  3. Башҡортостанда һалымды иң күп түләүсе ойошма 2016 йыл 9 март архивланған.
  4. Дмитрий Медведев подписал распоряжение о продаже «Башнефти».   мәғлүмәт агентлығы, 2016, 10 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2016)
  5. Анна Перетолчина. «Русснефть» сдала бензин // Ведомости, № 59 (2825), 05 апреля 2011
  6. http://www.presidentrb.ru/bash/press_serv/novosti/55015.html(недоступная ссылка) Өфөлә «Башнефть — Новойл» компанияһында яңы комплекс файҙаланыуға тапшырылды
  7. Структура бизнеса ОАО АНК «Башнефть» 2011 йыл 11 август архивланған. // Официальный сайт компании
  8. Коммерсантъ Башкортостан. Уфа
  9. «Башнефть» стала генспонсором ЦСКА // gazeta.ru
  10. «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һауаның таҙалығын һаҡлау өлкәһендәге килешеүгә ҡул ҡуйылды 2016 йыл 8 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә