Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды
Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды — арбитраж судтар системаһының суд органы, Башҡортостан Республикаһы территорияһында суд власын ғәмәлгә ашыра.
Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды | |
Төр | |
---|---|
Суд инстанцияһы |
беренсе инстанция суды |
Юрисдикция | |
Ялыу биреү органы |
Урал округының Арбитраж суды[1] Ун һигеҙенсе арбитраж аппеляция суды[2] |
Ойошторолған |
1992 |
Эш башҡарыу |
урыҫ |
Составы |
РФ Президенты судьялар тәғәйенләй[3] |
Хеҙмәт итеү ваҡыты |
70 йәш[4] |
Етәкселәр | |
Председатель |
Арсёнов Игорь Геннадьевич |
Вазифаға ингән |
02.01.2015 |
Ултырыштар залы | |
Урынлашҡан |
Өфө |
Адресы |
Өфө, Октябрь революция урамы, 63 А |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергә1922 йылда Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағында хужалыҡ бәхәстәрен хәл итеү өсөн арбитраж комиссияһы ойошторола.
1935 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1931 йылда) комиссия ваҡытында Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт арбитражы тип үҙгәртелә.
1992 йылдың 16 июнендә Башҡортостан Республикаһының Юғары Советының 12-се сессияһында Башҡортостан Республикаһы Юғары арбитраж суды ойошторола[5].
2001 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды. Башҡортостан Республикаһы предприятиелары араһындағы мөлкәт, коммерция бәхәстәрен хәл итеү судтың бурысы булып тора. 2004 йылға Башҡортостан Республикаһы Арбитраж судында һәр судьяға төшкән уртаса айлыҡ көсөргәнеш 96 эштән торған (Рәсәй Федерацияһы буйынса — айына 55 эш)[6].
Рәйестәре
үҙгәртергә- Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (1921—)
- Толстой Н.А. (1931—)
- Стаймов Федор Васильевич (1936—1943)
- Ғизәтуллин Ниғәмәтйән Хәлиулла улы (1943—1969)
- Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (1969—1971)
- Рәхмәтуллин Карам Рәхмәтулла улы (1971—1975)
- Шәмсетдинов Әсғәт Әхмәт улы (1975—1986)
- Дәүләтшин Әмир Ниғмәт улы (1986—1987)
- Шәйхетдинов Вил Харис улы (1987—2000)
- Сафин Фәнил Мәсғүт улы (2000—2008)
- Арсёнов Игорь Геннадьевич (2008 йылдан алып)
Урынлашҡан ере
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Арбитраж суды Өфө ҡалаһында түбәндәге адрестарға ҡараған ике корпусты биләй:
- Октябрь революцияһы урамы, 63А
- Салауат Юлаев проспекты, 7-се йорт.
Вәкәләттәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының Юғары суды компетенцияһына ингән эштәрҙән башҡа, Рәсәй Федерацияһында арбитраж судтарға буйһонған беренсе инстанциялағы бөтә эштәрҙе ҡарай;
- Юридик шәхес булып торған ойошмалар, юридик шәхес ойоштормайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған һәм закон менән ҡаралған тәртиптә индивидуаль эшҡыуар статусына эйә булған граждандар ҡатнашлығындағы, шулай уҡ РФ Арбитраж-процессуаль кодексы һәм башҡа федераль закондар менән ҡаралған осраҡтарҙа Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы субъекттары, муниципаль берәмектәр, дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, башҡа органдар, вазифалы кешеләр, юридик шәхес статусына эйә булмаған берәмектәр һәм шәхси эшҡыуар статусына эйә булмаған граждандар ҡатнашлығындағы иҡтисади бәхәстәрҙе һәм башҡа эштәрҙе ҡарай.
- Яңы шарттар асыҡланғанда, үҙе ҡабул иткән һәм закон көсөнә ингән суд акттарын ҡайтанан ҡарай.
Составы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Арбитраж суды түбәндәге составта эшләй:
- арбитраж суды президиумы;
- граждан һәм башҡа хоҡуҡ мөнәсәбәттәренән тыуған иҡтисади бәхәстәрҙе ҡарау буйынса суд коллегияһы;
- административ хоҡуҡ мөнәсәбәттәренән тыуған иҡтисади бәхәстәрҙе ҡарау буйынса суд коллегияһы.
Етәкселеге
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы Арбитраж Суды Рәйесе — Арсёнов И. Г.
- Башҡортостан Республикаһы Арбитраж Суды Рәйесе урынбаҫары. Граждан һәм башҡа хоҡуҡ мөнәсәбәттәренән тыуған иҡтисади бәхәстәрҙе ҡарау буйынса суд коллегияһы рәйесе — Архиереев Н. В.
- Башҡортостан Республикаһы Арбитраж Суды Рәйесе урынбаҫары. Административ хоҡуҡ мөнәсәбәттәренән тыуған иҡтисади бәхәстәрҙе ҡарау буйынса суд коллегияһы рәйесе — Хәйҙәров И. М.
Шау-шыулы эштәр
үҙгәртергә«Башнефть» эше — «Роснефть» дәүләт корпорацияһы менән Рәсәйҙең «Система» АФК-һы шәхси компанияһы араһындағы корпоратив конфликт. Хәҙерге Рәсәйҙә бизнес өлкәһендә иң ҡатмарлы суд процестарының береһе.
2017 йылдың 15 майында Башҡортостан Арбитраж суды картотекаһында «Роснефть» менән «Башнефть»тән «Система» АФК-һына ҡарата 106,6 миллиард һумлыҡ дәғүә алыныуы һәм суд башҡарыуына тапшырылыуы, алдан тыңлауҙың 6 июнгә тәғәйенләнеүе, судья итеп Ирина Нурисламова тәғәйенләнеүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә[7][8].
Башҡортостан Арбитраж судында дәғүәне асылы буйынса беренсе ҡарау 2017 йылдың 27 июнендә үтә, ул «Система» АФК-һының Росимуществоны өсөнсө яҡ итеп ҡушыу ниәтен кире ҡаға һәм сираттағы ултырышты 12 июлгә тәғәйенләй[9]. Шул уҡ ваҡытта суд АФК-нан «Башнефть»тең үҙгәртеп ҡоролоуынан зыян күрелмәүен һәм ыңғай иҡтисади һөҙөмтә булыуын иҫбатлауҙы талап итә, быны «Система»ның юристары үҙҙәренең протесында Юғары суд аңлатмаһы һәм суд ғәмәлиәте (улар буйынса, «дәғүә биреүселәр өҫтөндә яуап биреүсенең күҙалланған ғәйебе барлығын „иҫбат итеү йөгө“ ята») менән ярашмай тип билдәләй[10]. Бынан тыш, судья 250 миллиард һумдан ашыулыҡ мөлкәткә арест һала. РФ суд ғәмәлиәтендә бындай сараларҙың аналогы булғаны юҡ.
«Система» АФК-һы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, Нурисламова, закондарҙы боҙоп, «Роснефть» һәм «Башнефть»тең «ҡоро һүҙҙән» торған фараздарына нигеҙләнеп, самаһы булмаған тәьмин итеү саралары билдәләй, суд ғәмәлиәтендә бындайҙың аналогы юҡ («Система» АФК-һының 250 миллирад һумдан ашыу торған мөлкәтенә арест һалына). «Система» АФК-һы билдәләүенсә, суд уның активтарының дәғүәләге талаптан 6,5 тапҡырға күберәк булыуын иҫәпкә алмаған. Шулай уҡ 2 ай буйы суд тикшереүе барышында корпорация мөлкәтен кәметеү буйынса бер нимә лә эшләмәгән.
Нурисламова, үҙенең дәғүә биреүселәр яғын алыуын, ә яуап биреүселәрҙең дәлилдәре уны ҡыҙыҡһындырмауын хәбәр итеп, тәьмин итеү сараһын кире алыу мәсьәләһенә «формаль» ҡараған. Артабан судья 2 аҙна буйы «Система» АФК-һының тәьмин итеү сараһын ҡабул итеү тураһындағы билдәләмәгә ялыуын апелляция инстанцияһы судына ебәрмәгән, ә Юғары Арбитраж суд Пленумының 2014 йыл 25 декабрь сыҡҡан «Арбитраж судтарҙа эш башҡарыу буйынса инструкцияны раҫлау тураһында»ғы 100-сө Ҡарарының 25.9-сы пунктына ярашлы, бындай ялыуҙар судҡа тапшырылғандан һуң өс көн эсендә ебәрелергә тейеш (РФ Арбитраж-процессуаль кодексының 257-се статьяһының 2-се киҫәге).
Шулай уҡ Нурисламова АФК-ға «Башнефть»тең зыян күреүҙәре булмағанлығын иҫбатлауҙы йөкмәтә, ниндәй ҙә булһа юлламаларҙы ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарта; арбитраж процестың төп принциптарын һәм Юғары судтың туранан-тура күрһәтмәләрен боҙа, сөнки "Башнефть"кә инергә теләгән акционерҙарҙы өсөнсө яҡ сифатында эштә ҡатнаштырыуҙан баш тарта, улар араһынан рус телен белмәгән бер вәкилгә залда ултырған тәржемәсе аша сығыш яһау мөмкинлеген бирмәй[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ п.9 ч.2 ст.24 ФКЗ «Об арбитражных судах РФ» N 1-ФКЗ
- ↑ п.9 ч.2 ст.33.1 ФКЗ «Об арбитражных судах РФ»
- ↑ ч.2 ст.8 ФКЗ «Об арбитражных судах РФ»
- ↑ ч.1 ст.11 Закона РФ «О статусе судей»
- ↑ Организация, компетенция и порядок деятельности арбитражного суда республики определяется Конституцией Башкортостана, Законом «О Высшем арбитражном суде Республики Башкортостан», Арбитражным процессуальным кодексом Республики Башкортостан, другими законодательными актами Башкортостана.
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot(недоступная ссылка)
- ↑ Предварительное заседание суда по иску «Роснефти» к АФК «Система» назначено на 6 июня — Ведомости
- ↑ «Система» не признала обвинения «Роснефти»
- ↑ Разбирательство по иску «Роснефти» к «Системе» продолжится 12 июля — Ведомости
- ↑ Суд: АФК «Система» обязана доказать отсутствие убытков от реорганизации «Башнефти» — Ведомости
- ↑ «Система» объяснила, почему добивается отвода судьи в рамках иска «Роснефти» — Право.ру
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы. Изд. Башҡорт энциклопедияһы. Өфөлә. 2013. ISBN 978-5-88-185-143-9
- Журнала «Ватандаш» («Ватандаш»). Өфөлә. 2005. Мәҡәлә «башҡортостан республикаһы арбитраж суды».
- Шайхутдинов В. Х. Арбитражный суд. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 123. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Арбитражного суда Республики Башкортостан
- Сафин Ф. Статья «Арбитражный суд Республики Башкортостан»(недоступная ссылка)
- Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка) (рус.)