Төп менюны асырға

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы  2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторолған белем биреү учреждениеһы. 

Йөкмәткеһе

Тарихи белешмәҮҙгәртергә

  • РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советы (СНК) 1940 йылдың 22 июнендәге  463-сө ҡарары менән 1940 йылдың 1 сентябренән 17 яңы уҡытыусылыҡ институты асырға хәл итә. Был институттарҙың 15-е элекке педагогия училищелары базаһында асыла. Был педагогия училищелары исемлегенә Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһы ла инә. Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы 1940 йылдың 6 июлендәге 717-се ҡарар менән Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһын ике йыллыҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты тип үҙәгәртеү тураһында ҡарар сығара. Уның ике бүлеге була:  физика-математика һәм филология. Думаев Сәләх Ғизетдин улы институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә, ул был вазифала, фронтта булғанын, яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан ваҡыттарын да индереп, теүәл 9 йыл эшләй. 
  • 1954 йылда СССР Министрҙар Советының 1954 йылдың 18 июлендәге 6579-Р бойороғо һәм РСФСР Министрҙар Советының 1954 йылдың 26 июлендәге 954-се ҡарары нигеҙендә педагогия институты ойошторола.
  • 2004 йылда академия статусы бирелә.[1]
  • РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралдә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.[2]

СДПА ректорҙары[3] һәм директорҙарыҮҙгәртергә

Структураһы (институттары һәм факультеттары)Үҙгәртергә

  • Башҡорт филологияһы факультеты
  • Филология факультеты 
    • рус теле кафедраһы (мөдире И. А. Сыров)
    • лингвистика һәм журналистика кафедраһы (мөдире Л. Г. Инчина)
    • герман телдәре кафедраһы (мөдире Г. Р. Булгакова)
    • татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы (мөдире И.С. Мансуров)
    • рус әҙәбиәте кафедраһы (мөдире И. Е. Карпухин)
    • әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Л. В. Басманова)
  • Тарих факультеты 
    • дөйөм тарих кафедраһы (мөдире С.В.Сиротин)
    • Ватан тарихы һәм тарих уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Д.П.Самородов)
  • Педагогика һәм психология институты 
  • Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты 
  • Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
  • Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты
    • Технология кафедраһы
    • Дөйөм техник дисциплиналар һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы

СпециальностарҮҙгәртергә

  • Технология һәм эшҡыуарлыҡ
  • Ҡулланма математика һәм информатика
  • Мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм идара итеү
  • Математика һәм Информатика
  • Биология
  • Мәктәпкәсә педагогика һәм психология
  • Педагогика һәм психология
  • Рус теле һәм әҙәбиәте (специалитет)
  • Журналистика (специалитет)
  • Сит тел (специалитет)
  • Рус теле һәм әҙәбиәте Туған (татар, сыуаш) теле һәм әҙәбиәте өҫтәмә специальносы менән (специалитет)
  • Филология белеме (бакалавриат)
  • Информатика
  • Тарих
  • Культурология
  • Ойоштороу менеджменты
  • Персоналға идара итеү

ТамамлаусыларҮҙгәртергә

Карпухин Иван Егорович (5.02.1936) — шағир, яҙыусы, фольклорсы ғалим. Филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре  (2006).

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы — башҡорт шағирәһе.

Танһыҡҡужина Тамара Михайловна - Рәсәй шашкасыһы.

Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы —журналист, дәүләт эшмәкәре.

Макурин Алексей Васильевич —спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры  (1994).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. История СГПА им.
  2. Текст приказа на сайте Министерства образования РФ // МОН РФ. 9 февраля 2012 год
  3. Гибадуллина Л.Г. Стерлитамакская государственная педагогическая академия: исторический очерк. Уфа, 2005.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә