Себенле
Себенле (рус. Чебенли) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 290 кеше[4]. Почта индексы — 452106, ОКАТО коды — 80202864001.
Себенле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Себенле ауыл Советы (Әлшәй районы)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Себенле ауыл Советы (Әлшәй районы), Әлшәй районы һәм Бәләбәй өйәҙе |
Халыҡ һаны |
356 кеше (2002)[2], 377 кеше (2009)[2], 290 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452106 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (100 %)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1870 йыл | 628 | ||||
1906 йыл | 1026 | ||||
1917 йыл | 859 | ||||
1920 йыл 26 август | 690 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 331 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 355 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 390 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 356 | ||||
2009 йыл | 377 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 290 | 142 | 148 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәСебенле ауылы — Илекәй-Мең улусы аҫабаларының да, керҙәш башҡорттарҙың да торамаһы. Ул 1791 йылғы документта телгә алына. 1795 йылда 22 йортта 80 ир-ат һәм 60 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1816 йылда — 96, 1834 йылда — 184, 1850 йылда — 259, 1859 йылда 376 ир-ат иҫәпләнә. Керҙәш башҡорттар 1816 йылда — 13, 1834 йылда 40 ир-ат иҫәпләнгән. 1856 йылда керҙәш башҡорттар, «элек ата-бабаларыбыҙ ҡайҙа йәшәгәне беҙгә билдәһеҙ һәм беҙ ысын йәшәү урынында күптәнән йәшәйбеҙ», тип таный.
1870 йылда бында 628, 1917 йылда — 859, 1920 йылда 690 башҡорт булған.
1843 йылда 434 башҡортҡа 64 бот ужым һәм 1648 бот яҙғы иген сәселә. 1917 йылда 168 йорттоң 1007 тиҫтә һөрөнтө ере була, шул иҫәптән 52 хужалыҡтың — 4 дисәтинәгә тиклем, 53-өнөң — 10 дисәтинәгә тиклем, 16 хужалыҡтың — 15 дисәтинәгә тиклем, 17 хужалыҡтың 15-тән ашыу һөрөнтө ере була. 30 хужалыҡтың, ғөмүмән, сәсеүлектәре булмай. Барыһына 418 баш эш малы булған[7].
Матбуғатта
үҙгәртергә- Башҡортостан. Себенлеме, Суби-Меңме? 29.01.2016[8]
- Юлдаш. Шәриповтар — Әлшәй районы Себенле ауылының өлгөлө ғаиләһе
16 марта 2021[9]
- Йәшлек. 28 ғинуар 2021, Әлшәй районының Себенле ауылынан Фәниә Ғәлимова үҙе һуҡҡан ике балаҫын Илдар Ғәбитовҡа тапшыра![10]
- Башҡортостан ҡыҙы. 6 май 2020, Бәхетле тормош сере[11]
Видеофильмдар
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәлимова Ғәлиә Ғәли ҡыҙы (20.06.1949), нәшерсе, 1992—2011 йылдарҙа Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Булат Рафиҡов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты[12].
- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы (15 сентябрь 1906 йыл — 2 ғинуар 1982 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының танкыға ҡаршы орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944[13]).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 426. 2022 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ [2] 2022 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ [3]
- ↑ [4]
- ↑ Гөлназ Ҡотоева. Күҙ нурҙары һеңгән китапҡа… «Башҡортостан ҡыҙы» журналы 2020 йыл 18 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому и сержантскому составу артиллерии Красной Армии» от 9 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 24 февраля (№ 11 (271)). — С. 1
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
- А. 3. АСФАНДИЯРОВ. ИСТОРИЯ СЕЛ И ДЕРЕВЕНЬ БАШКОРТОСТАНА И СОПРЕДЕЛЬНЫХ ТЕРРИТОРИЙ (Тикшерелеү көнө: 18 август 2018)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Себенле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
- Чебенли (Новочебенлы) на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
- Село Чебенли, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |