Златоуст өйәҙе
Златоуст өйәҙе — Өфө виләйәтенә (1922 йылдың 14 июленә тиклем), Башҡорт АССР-ына (1922 йылдың 17 авгусына тиклем), Силәбе виләйәтенә (1923 йылдың 31 майына тиклем) ҡараған хакимиәт биләмәһе. 1865 йылда Өфө виләйәте менән берлектә төҙөлгән (Сенат ҡарары, № 42058, 1865 йыл 31 май). 1923 йылдың 31 майында округ итеп үҙгәртелә һәм Урал өлкәһенә инә.
Златоуст өйәҙе
|
Сиктәре
үҙгәртергәӨфө виләйәтенә ҡараған осорҙа төньяҡтан Пермь виләйәте Красноуфим өйәҙе, көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан Ырымбур виләйәте Силәбе өйәҙе, көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан Өфө виләйәтенең Өфө һәм Бөрө өйәҙҙәре менән сиктәш.
Географияһы
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Тарихы
үҙгәртергә1865 йылда Ырымбур виләйәте икегә бүленә һәм Өфө виләйете төҙөлә. Элекке Ырымбур виләйәтенең Өфө һәм Троицк өйәҙҙәре өлөшләтә Златоуст өйәҙенә тапшырыла. Златоуст заводына өйәҙ ҡалаһы дәрәжәһе бирелә. 1919 йылдың 11 октяберендә Златоуст өйәҙенең башлыса башҡорттар йәшәгән 14 улусы Башҡорт автономиялы республикаһына инә. 1922 йылдың 14 июлендә Өфө виләйәте менән берлектә Башҡорт автономиялы республикаһына тулыһынса күсә. 1922 йылдың 17 авгусында Златоуст өйәҙе Силәбе виләйәтенә күсерелә (ВЦИК ҡарары). Өйәҙҙең бер өлөшө Башҡорт АССР-ында ҡала, ә элекке Өфө өйәҙенең 9 улусы: Еҫем, Минйәр, Илек, Ерал, Ҡатаутамаҡ, Сергиевск, Әшә-Балашов, Ҡараул, Ҡатау-Иванов Златоуст өйәҙенә беркетелә. 1923 йылдың 12 нояберендә округ итеп үҙгәртелә һәм Урал өлкәһенә инә.
Идаралыҡ
үҙгәртергә1875 йылда урындағы үҙидаралыҡ урынлаштырыла. Үҙидаралыҡ өйәҙ земство йыйылышы һәм уның башҡарма ойошмаһы — өйәҙ земство идараһы аша атҡарыла. 1918 йылдың апреленен идаралыҡ Златоуст өйәҙе халыҡ комиссарҙары кәңәшмәһенә (советы) күсә. Граждандар һуғышы башланыу һәм өйәҙ биләмәһендә Совет власы тармар итеү сәбәпле 1918 йылдың июненән Ваҡытлы Себер хөкүмәте һәм өйәҙ земствоһы етәкселегендә башҡарыла. 1919 йылдың июлендә өйәҙҙә Совет власы тергеҙелә, Златоуст хәрби-револицион комитет төҙөлә. 1919 йылдың декаберендә Эшсе һәм һалдат депутатары Советы итеп үҙгәртелә.
Биләмә ҡоролошо
үҙгәртергәӨйәҙ улустарға бүленә. 1870 йылда 17 улус, 1913 йылда 30 улус, 1917 йылда 32 улус була.
- 1-се Әйле улусы
- 2-се Әйле улусы
- Балаҡатай улусы
- Дыуан улусы
- Дыуан-Мәсәтле улусы
- Екатерина улусы
- Златоуст улусы
- Ибрай улусы
- Иҫке Балаҡатай
- Йүрүҙән улусы
- Ҡалмаҡул улусы
- Ҡуса улусы
- Ләүзә улусы
- Мең улусы
- Мәсәғүт улусы
- Мәтәле улусы
- Михайловка улусы
- Мырҙалар улусы
- Нәсибаш улусы
- Нөгөш улусы
- Һатҡы улусы
- Һикәяҙ улусы
- Оло Ҡошсо улусы
- Оло Ыҡтамаҡ улусы
- Өлкөндө улусы
- Рудник улусы
- Таҙтүбә улусы
- Түбәнге Ҡыйғы улусы
- Тырнаҡлы улусы
- Үрге Ҡыйғы улусы
- Ямаш улусы
- Яңы Мөслим улусы
- Яңыбай улусы
- Яраҫтау улусы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.VI. Златоустовский уезд. — Самара, 1899. — 901 с.:карт.
- История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов. Уфа: Китап, 2003. — 536 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Златоуст өйәҙе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Златоустовский уезд. Портал «Челябинская область». (урыҫ.)
- Златоустовский уезд. Портал «Златоуст». (урыҫ.)
- Хроника Златоуста 20 века, с 1921—1940 года 2017 йыл 12 ғинуар архивланған. (урыҫ.)
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |