Футбол
Футбо́л (ингл. foot — аяҡ, ball — туп) — спорт командалы уйын төрө, төп маҡсаты — ҡаршы яҡ ҡапҡаһына ҡулдан башҡа аяҡ һәм башҡа тән ағзалары ярҙамында мөмкин тиклем күп туп индереү. Хәҙерге ваҡытта донъяла иң популяр һәм киң билдәле спорт төрө[1][2][3].
Һөжүм итеүсе уйынсы (№ 10) тупҡа тибергә әҙерләнә. | |
Идара итеүсе ойошма | ФИФА |
---|---|
Башҡа исемдәре | Соккер (Төньяҡ Америкала) |
Тәүге уйын | 19 быуат уртаһы, Англия |
Характеристика | |
Ҡағылыш | Эйе |
Команда уйынсылары | бер яҡта 11 уйынсы |
Зат айырыу | бар, ярыштар айырым үтә |
Категориялау | Команда уйыны, Туп уйыны |
Ҡорал-ҡорамал | Футбол тубы |
Осрашыу урыны | Футбол яланы |
Олимпик уйындарҙа | Эйе, 1936 йылғы Олимпия уйындарынан башлап |
Паралимпик уйындарҙа | Юҡ |
Ил йәки регион | Бар донъяла |
Уйындың исемдәре
үҙгәртергәДонъя футбол федерацияһы һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты халыҡ-ара уйынды рәсми рәүештә «футбол» тип атай. Уйындың инглиз телендәге тулы исеме «association football» («Ассоциация ҡағиҙәләре буйынса футбол») 1863 йылда, инглиз Футбол ассоциацияһы барлыҡҡа килгәс, уйынды башҡа футбол төрҙәренән (регби («rugby football»), «Регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол»)[4]. Һүҙе 1892 йылдан ҡуллана[5]. Ваҡыт үтеү менән оҙон исем ҡыҫҡартылған.
«Соккер» термины Англияла 1880 йылдарҙа барлыҡҡа килгән («association» һүҙенән «-soc-» өлөшөнә «-er» суффиксы өҫтәлгән). Бөгөнгө көндә «соккер» исемен бер нисә инглиз телле дәүләттә генә ҡулланалар[6][7]. Мәҫәлән, Австралияла һәм Яңы Зеландияла электән футбол тип регбиҙы атайҙар. Ирландияла «футбол» терминын гэль футболына ҡарата ҡулланалар. Көньяҡ Африка Республикаһында иһә «соккер»исеме киң таралған. АҠШ һәм Канадала «соккер» термины осрай, сөнки футбол тип америка һәм канада футболын атайҙар. Англияла «соккер» исемен иҫкергән тип һанайҙар.
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәФутбол тарихы
үҙгәртергәХәҙерге футболға оҡшаш уйындар күп халыҡтарҙа булған, ләкин беренсе яҙма ҡағиҙәләр 1848 йылда барлыҡҡа килгән. Футболдың тыуған йылы булып 1863 йыл һанала (футбол Ассоциацияһы барлыҡҡа килеп, ҡағиҙәләр төҙөлгән)[8]. Футбол элек-электән билдәле. Мысыр, Германия, Ҡытайҙа футболға оҡшаш уйындар булған. Уларҙың иң уңышлыһын итальяндар уйлап сығарып, гарпастум тип йөрөткәндәр. Заманса футбол барлыҡҡа килеү менән гарпастум онотолған. Инглиздәр футболды уйлап сығарғас, бар донъяға тарата башлағандар. Ул ваҡытта чемпионатта күп инглиз командалары ҡатнашҡан.
Уйын ҡағиҙәләре
үҙгәртергәАйырым футбол уйыны матч тип атала һәм 45 минутлыҡ ике таймдан тора. Беренсе һәм икенсе таймдар араһындағы тәнәфес 15 минут һуҙыла, командалар ял итә, тәнәфес бөткәс, ҡапҡалар менән алмашалар[9].
Уйын үлән йәки синтетик япмалы яланда үтә. Унда 7—11 уйынсы булған ике команда ҡатнаша. Бер уйынсы ҡапҡала тора һәм штраф майҙаны эсендә ҡул менән уйнай ала, уның төп маҡсаты — ҡапҡаға тупты үткәрмәү. Һәр футболсының урыны һәм бурыстары бар. Һаҡлаусылар күбеһенсә яландың үҙ яртыһында була һәм ҡаршы команда уйынсыларына ҡаршы тора. Ярымһаҡсылар уйын яланының уртаһында була, һаҡсыларға йәки һөжүм итеүселәргә ярҙам итә. Һөжүм итеүселәр күбеһенсә ҡаршы яҡта уйнай, уларҙың төп бурысы — ҡаршы яҡ ҡапҡаһына туп индереү.
Уйындың төп маҡсаты — ҡаршы команда ҡапҡаһына күберәк гол индереп, үҙ ҡапҡаңды яҡлап ҡалыу. Матчта ҡаршы ҡапҡаға иң күп туп индергән команда еңеүсе була.
Әгәр ҙә командалар ике тайм эсендә бер иш гол индерһәләр, бер яҡ та еңмәй йәки еңеүсе билдәләнгән матч регламенты буйынса баһалана. Был осраҡта өҫтәлмә ваҡыт — 15-шәр минутлыҡ ике тайм бирелә. Төп һәм өҫтәлмә ваҡыт араһында тәнәфес бирелә. Өҫтәлмә таймдар араһындағы ваҡыт урындарҙы алмаштырыу өсөн генә була. Элгәре беренсе гол индергән («алтын гол» ҡағиҙәһе) йәки өҫтәлмә таймдарҙың ҡайһыһында булһа ла еңгән («көмөш гол» ҡағиҙәһе) команда еңеүсе булып һаналғайны. Хәҙерге ваҡытта өҫтәлмә ваҡыт йә бөтөнләй уйналмай, йә тулыһынса уйнала (2 тайм 15-шәр минут). Әгәр ҙә өҫтәмә ваҡыт эсендә еңеүсене билдәләп булмай икән, матч һуңынан пенальти серияһы үткәрелә: ҡаршы команда ҡапҡаһына 11 м аранан бишәр туп тибелә. Пенальтиҙан һуң гол иҫәбе бер иш икән, еңеүсе билдәләнгәнсе тағы бер пар пенальти уйнала[10].
Футбол донъяла
үҙгәртергәДонъя футбол федерацияһы (ФИФА) мәғлүмәттәре буйынса, 2001 йылда Ер шарында 250 миллион кеше футбол уйнаған. Уларҙың 20 миллиондан ашыуы — ҡатын-ҡыҙҙар. 1,5 миллион тирәһе команда теркәлгән һәм 300 000 профессиональ клуб бар.
Илдәр буйынса алғанда, беренсе урында АҠШ (18 миллион, уларҙың 40 % — ҡатын-ҡыҙҙар), унан һуң Индонезия (10 миллион), Мексика (7,4 миллион), Ҡытай (7,2 миллион), Бразилия (7 миллион), Германия (6,2 миллион), Бангладеш (5,2 миллион), Италия (4 миллион), Рәсәй (3,8 миллион) бар. Әммә футболсыларҙың һаны сифатҡа бәйле түгел. Футбол буйынса донъя чемпионаттарын күбеһенсә Европа һәм Көньяҡ Америка йыйылма командалары еңә, ә Уругвайҙа (ике тапҡыр Донъя футбол федерацияһы кубогын еңеүсе), Рәсәйҙә теркәлгән футболсыларға ҡарағанда, дөйөм халыҡ һаны әҙерәк.
Тактика
үҙгәртергәФутбол — команда уйыны булғас, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бергә еренә еткереп уйнай алыу кеүек сифаттар беренсе урында тора. Уйынсыларҙың тактик төҙөлөшө мөһим. Заман футболында 4 һаҡлаусы, 4 ярымһаҡлаусы, 2 һөжүм итеүсе (4-4-2) менән уйын схемаһы таралған. Әммә схемалар һаны күп. Квалификацияларына ҡарап, уйынсылар үҙенекенән башҡа урындарҙа ла уйнай алалар.
Футбол структуралары
үҙгәртергәОйошмалар
үҙгәртергәФутболдың таралыуын күҙәтеү, идара итеү өсөн яуап биргән бер нисә ойошма бар. Төп ойошма булып Донъя футбол федерацияһы (ФИФА) һанала. Ул Швейцарияның Цюрих ҡалаһында урынлашҡан. Ул донъя ярыштарын ойоштора, мәҫәлән, донъя чемпионатын. Унан һуң континенталь ойошмалар һәм илдәр, өлкәләр, ҡалалар ойошмалары, һ.б. бара. Һәр береһенең футболды таратыу һәм популяр итеү, клубтарҙың эшмәкәрлеген тикшереү буйынса үҙ бурыстары бар.
Клубтар
үҙгәртергәФутбол клубы — футбол төҙөлөшөнөң төп өлөшө. Ул уйынсыларҙы, эшләүселәрҙе, ойошмаларҙы берләштерә. Асылында үҙ инфраструктураһы, хеҙмәтләндереүсе эшселәре булған ойошмаға ингән футболсылар командаһы.
Ярыштар
үҙгәртергәЯрыштар — уйындың мөһим өлөшө. Уйындарҙы федерация ойоштора, һәр бер турнирҙың үҙ регламенты була. Ярыштар эске һәм халыҡ-ара төрҙәренә бүленә. Халыҡ-ара ярыштар, үҙ сиратында, клуб һәм милли йыйылма командалар араһында үтә.
Иң билдәле ярыштар:
ФИФА үткәргәндәре:
- Милли йыйылма командалар араһында
- Донъя чемпионаты
- Конфедерациялар кубогы
- Олимпия уйындары
- Клубтар араһында
Европа футбол ассоциациялары берләшмәһе (УЕФА) үткәргәндәре:
- Милли йыйылма командалары араһында
- Европа чемпионаты
- Клубтар араһында
Көньяҡ Америка футбол конфедерацияһы (КОНМЕБОЛ):
- Милли йыйылма командалар араһында
- Клубтар араһында
Футбол төрҙәре
үҙгәртергәФутболдың күп төрҙәре бар: футзал (AMF) һәм футзал (ФИФА) — мини-футбол (залда махсус түшәм өҫтөндә уйнала), йорт футболы (төрлө түшәмдә төрлө уйынсылар һаны менән уйнала), пляж футболы (ҡомда уйнала), «йылға футболы» (тубыҡҡа тиклем һыуҙа уйнала, йыл һайын Англияның Бёртон ҡалаһында үтә), «һаҙ футболы» (һаҙлыҡта уйнала), һ.б.
Шулай уҡ виртуаль һәм өҫтәл футболы (спорт уйыны), ҡағыҙҙағы футбол (логик уйын) бар.
Матч килешеү
үҙгәртергәКлуб 2006 йылдан дүрт уйнатыласаҡ ғәҙәти булмаған итальян «трофейы». Кем күберәк уйыны уйнап килешәм. Оҙаҡҡа һуҙмай ы юмор менән, бөгөн тап шулай атарға була. Ювентус һәм Милан, һәм Лацио Фиорентин, покупай арбитр уйынды, уйын һөҙөмтәләре алыу өсөн кәрәк.[11]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Guttman Allen. The Diffusion of Sports and the Problem of Cultural Imperialism // The Sports Process: A Comparative and Developmental Approach / Eric Dunning, Joseph A. Maguire, Robert E. Pearton. — Champaign: Human Kinetics. — P. p129. — ISBN 0880116242.
- ↑ Dunning Eric. The development of soccer as a world game // Sport Matters: Sociological Studies of Sport, Violence and Civilisation. — London: Routledge. — P. p103. — ISBN 0415064139.
- ↑ Frederick O. Mueller, Robert C. Cantu, Steven P. Van Camp. Team Sports // Catastrophic Injuries in High School and College Sports. — Champaign: Human Kinetics. — P. p57. — ISBN 0873226747.
- ↑ Mazumdar, Partha The Yanks are Coming: A U.S. World Cup Preview (ингл.). Embassy of the United States in London (5 июнь 2006). Дата обращения: 6 июнь 2009. Архивировано 27 ноябрь 2012 года. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ Baily's Magazine of Sports & Pastimes, vol. lvii. — London: Vinton, 1892. — P. 198.
- ↑ The Irish Times: Soccer . Дата обращения: 28 ноябрь 2012. Архивировано 29 ноябрь 2012 года. (инг.)
- ↑ Independent.ie: Soccer . Дата обращения: 28 ноябрь 2012. Архивировано 29 ноябрь 2012 года. (инг.)
- ↑ В.И. Малов, 2002, pp. 41-46
- ↑ Правило 7. Продолжительность игры . football-info.ru. Дата обращения: 14 июнь 2013. Архивировано 15 июнь 2013 года.
- ↑ Правило 8. Начало и возобновление игр . football-info.ru. Дата обращения: 14 июнь 2013. Архивировано 15 июнь 2013 года.
- ↑ Ғауғалы тарихҡа өсөн уйын килешәм. 2020 йыл 13 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Малов, В. И. Я познаю мир: Футбол. — «Издательство Астрель», 2002. — С. 10, 14, 17, 27, 34, 36, 38, 39, 41-46, 53, 49, 60, 61, 62, 64, 87. — ISBN 5-271-04556-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергәФутбол Викимилектә |
- ФИФА, Халыҡ-ара футбол ассоциациялары федерацияһы (инг.)
- UEFA, Европа футбол ассоциациялары берләшмәһе
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |