Төп менюны асырға

Борай районы (рус. Бураевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй.

Борай районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Рәсәй

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан

Берләштерә

14 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Борай ауылы

Барлыҡҡа килеүе

20 август 1930

Хакимиәт башлығы

Нурисламов Борис Шәрәфғәли улы

Муниципаль район Советы рәйесе

Вяльшин Ремил Закир улы

Халҡы (2010)

25 982

Тығыҙлығы

16 кеше/км²

Майҙаны

1 820 км² (35 урын)

Борай районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1820 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 39,2; 1989 — 29,7; 1995 — 29,2. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — км²-ға 16 кеше. Күпселек башҡорттар, удмурттар һәм татарҙар йәшәй. Район үҙәге — Борай ауылы.

ГеографияһыҮҙгәртергә

Район территорияһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең һәм Түбәнге Ағиҙел уйһыулығының бер өлөшөн биләй, төньяҡ урман-дала ауыл хужалығы зонаһына инә. Климаты йылы, аҙ ғына ҡорораҡ. Тере Танып йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары йылға селтәрен тәшкил итә. Киң япраҡлы, ылыҫлы урмандар дөйөм майҙаны 17%-тан күберәген биләй, 81 % тирәһе — ауыл хужалығы ерҙәре. Ере көлһыу ҡара, һоро урман һәм туғай тупраҡлы.

Район территорияһы геотектоник йәһәттән Бөрө биләненә һәм Башҡортостан көмбәҙенең сиктәге зонаһына ҡарай. Нефть ятҡылыҡтары асылған (Борай, Касияр, Киҙгән һ.б.), шулай уҡ Әзәк, Борай, Баҙраҡ, Казанцево һәм Мулла балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары кирбес һуғыуға яраҡлы. Запасы — 2 млн м3. Салҡаҡ һәм Вострецово ауылы араһында дөйөм запасы 7,6 млн м3 булған Ҡара Яр һәм Меңле ҡомло-ҡырсынташ ятҡылыҡтары бар.

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

 
Йыл Халыҡ һаны
1939 58 117 [1][2]
1959 47 761 [3][2]
1970 47 896 [4][2]
Йыл Халыҡ һаны
1979 39 204 [5][2]
1989 29 728 [6][2]
2002 28 320 [7][2]
Йыл Халыҡ һаны
2010 25 154 [8]
2017 22 146 [9]
2018 21 892 [10]
Йыл Халыҡ һаны
2019 21 380 [11]

ИҡтисадҮҙгәртергә

Етештереүҙең төп тармағы — ауыл хужалығы. Ул иген культуралары (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, борсаҡ), картуф үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Сәнәғәте ваҡ нефть промыслалары, сыр-май, ҡатнаш мал аҙығы з-дтары һәм ремонт-техника, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, төҙөлөш материалдары етештереү предприятиеларынан тора.

ТранспортҮҙгәртергә

Район терретироияһы аша Өфө—Яңауыл автомобиль юлы үтә. Ағиҙел йылғаһындағы Вострецово пристане республика йылға транспорты системаһына инә.

Соцаль-мәҙәни өлкәҮҙгәртергә

Районда 63 дөйөм белем биреү мәктәбе шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 дөйөм китапхана, 73 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. Тыуған яҡты өйрәнеү (Борай ауылы) һәм С. С. Вострецовтың мемориаль музейҙары эшләй.

Татар телендә «Алга» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
  3. 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  4. 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  5. 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  6. 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
  7. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  8. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
  9. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (Тикшерелгән 20 октябрь 2018)
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы (Тикшерелгән 24 декабрь 2018)
  14. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (Тикшерелгән 27 апрель 2019)
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Сәмиғуллин Рәдис Ниғәмәтйән улы (Тикшерелгән 12 апрель 2019)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (Тикшерелгән 20 май 2019)
  17. Набиуллин Р. Б. История деревни Абдуллино. Сборник архивных документов, воспоминаний. — Салават: Издательство «Фобос», 2012. — 352 с. — ISBN 978-5-903334-42-1(рус.) (Тикшерелгән 12 август 2017)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә