Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы

башҡорт опера йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Ковент Гарден» Король операһы театры солисы

Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы (1 май 1996 йыл) — опера йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021)[1].

Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1 май 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (28 йәш)
Тыуған урыны Ҡырғыҙ-Миәкә, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Айгөл Әхмәтшина Ғайса ҡыҙы 1996 йылдың 1 майында Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[2].

Алты йәшенән академик вокал менән һөнәри шөғөлләнә башлай. Уларҙың ғаиләһендә ата-әсәһе лә, олатай-өләсәһе лә йырға ғашиҡ кешеләр. Ҡырғыҙ-Миәкәлә баян буйынса ауыл музыка мәктәбен тамамлай. 12 йәшенән концерттар менән Италияға сыға, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм классик ариялар башҡара. Чайковскийҙың «Я ли в поле да не травушка была…» һәм Делибаның «Испан йырын» башҡара. Ҡазан дебютанты Аида Ғарифуллина менән атаҡлы Зальцбург фестивалендә лә ҡатнаша.

2015 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, консерваторияға уҡырға бармай, ә үҙенең педагогы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Наилә Йосопова менән шөғөлләнеүен дауам итә. Джузеппе Верди исемендәге Милан театры профессоры маэстро Дельфо Меникуччи уға педагогын алмаштырмаҫҡа кәңәш бирә. Наилә Йосопова һәр ваҡыт йырларға тейешлеген хәтеренә төшөрөп тора[3].

Һәләтле йәш йырсы бер нисә халыҡ-ара конкурстарҙа еңә. 2016 йылда Өфөлә үткән Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара конкурсында Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусы Айгөл Әхмәтшина «Тамашасы һөйөүе»нә лайыҡ була. Шунан башлана уның артылыштары.

Бер нисә ай үтеүгә Мәскәүҙә үткән New Opera World вокалистарҙың IV асыҡ халыҡ-ара конкурсында беренсе урын яулай. Һәм шунда йырсыны «Ковент-Гарден» Король театры кастинг-директоры Дэвид Гоуланд баһалай һәм тыңлауҙарҙың икенсе турына саҡыра.

2017 йылдың йәйендә 36 йыл йәшәп килгән һәм тәүге тапҡыр Рәсәйҙә үткән Һанс Габер исемендәге өҫтөнлөклө Belveder халыҡ-ара опера конкурсында еңгәндән һуң, Айгөл Әхмәтшинаны иң яҡшы рәсәй театрҙарының береһе — Мәскәүҙәге «Геликон-опера» театры эшкә саҡыра. Belveder конкурсын, жюриҙа гел директорҙар һәм продюсерҙар ултырғанлыҡтан, «халыҡ-ара таланттар биржаһы», тип атайҙар. Еңеүсегә приз сифатында мәскәү театрында ангажемент тәҡдим ителә, ләкин Айгөл, ҡасандыр Дмитрий Хворостовский кеүек, Лондонды һайлай[4].

Ижади ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Айгөл Әхмәтшинаның европа сәхнәһендә танылыуы 2019 йылда француз провинцияһы Анжуҙа үткән «Opera de Bauge» халыҡ-ара фестивалендә Джоаккино Россиниҙың «Золушка» комик операһында төп партияны башҡарыуҙан башланған. 25 йәшлек Айгөл Әхмәтшинаны йыш ҡына «башҡорт Золушкаһы» тиҙәр[5].

Минең ғаиләм бай түгел, бағымсылар ярҙамында, сит тел белмәһәм дә, конкурста ҡатнашырға ҡарар иттем. Унда осҡанда, бик ҡурҡтым: бер үҙем, мине бер кем дә ҡаршыламай. Театр йырсылары менән танышҡандан һуң, шиктәрем таралды. Бөтәһе 365 кеше ине. Шулар араһынан биш йырсы ғына һайлап алынырға тейеш ине. Хатта уйламаған аҙым эшләнем, тип үкенә лә башлағайным. Әммә үттем. Мине иң йәш йырсы, «baby», тип атанылар. Һәм алдағы көндәрҙә был театр минең йортом буласағын аңланым

2017 йылда Башҡортостандан тәүге йырсы Лондон Ковент-Гарден Король театрының йәштәр программаһы стажёры булып алына. Бөгөн башҡорт йырсыһы «Ковент-Гарден» Король операһы яңғыҙ башҡарыусыһы (солисы).

Уның сығыштар графигы бер нисә йылға алдан төҙөлгән: 20192020 йылдарҙа ул Неаполь ҡалаһының Сан-Карло опера театрыда, Мадрид Король театрында, Һолланд милли опера һәм балет театрында, «Deutsch Oper Berlin» Берлин милли театрының Немец операһында, Рим ҡалаһында «Akademia di Santa Cecilia» театрында, Тель-Авивта Израиль операһында йырланы.

Йырсы ике европа фестивалендә — Австрия Каринтияһының иҫ киткес матур урынында үткән танылған «Carinthischer Sommer» һәм Ирландияла, Уэксфорд «Wexford opera festival» опера фестивалендә ҡатнашты.

«Яңы Анна Нетребко» тип йөрөтәләр Айгөл Әхмәтшинаны. 2019 йылда тыуған Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Жорж Бизеның «Кармен» операһындағы Кармен партияһын башҡарҙы һәм тәүге соло концертын бирҙе[6].[7]

Өфө сәнғәт училищеһына ҡунаҡҡа саҡырылғанда, Айгөл Әхмәтшина уҡыу йортона видеокамера һәм ике фортепиано бүләк итте. Уҡытыусы Римма Рушановна Айгөл Әхмәтшинаның сығарылышын «алтын тамамлаусылар» тип атаны. 2015 йылда — 10 ҡыҙыл диплом тапшырылған. Курсташтар барыһы ла һөнәре буйынса төрлө театрҙарҙа, концерт учреждениеларында һәм музыка мәктәптәрендә эшләй.

Йырсы Мәскәүҙә Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Музыкаль театр сәхнәһендә Бизеның «Кармен» операһында төп партияны башҡарҙы. Артабан Пермдә шул уҡ операла уйнаны.

Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында «Виртуозы Москвы» дәүләт камера оркестры оҙатыуында Айгөл Әхмәтшинаның соло концерты үтте. Концерт дирижёры Рәсәйҙә һәм донъяла танылған музыканттарҙың береһе Фабио Мастранджело булды. [8].

"Сит илдәрҙә башҡорт халҡының «оҙон көй»өнә һоҡланалар һәм Башҡортостан тураһында Рудольф Нуриев менән Илдар һәм Асҡар Абдразаҡов исемдәре аша беләләр. "Ковент-Гарден"да һаманға саҡлы Нуриев культы йәшәй" тип һөйләй йырсы осрашыуҙарында.

Сит илдәрҙә ихлас күңелле яҡташтары Айгөлгә терәк булып тора. Билдәле Өфө бизнесмены һәм меценат Василий Пеганов һәм уның ҡатыны Татьяна, Дмитрий Хворостовский ғаиләһенең дуҫтары, Айгөлдө Хворостовскийҙың ҡатыны (элек опера йырсыһы булған) Флоранс менән таныштыра. Красноярск ҡалаһындағы хәйриә концертында Флоранс Айгөл менән бергә Жак Оффенбахтың «Сказки Гофмана» операһынан "Баркарола"ны башҡарҙы.

Яңы балҡыған йондоҙҙоң иҫәбендә лондон сәхнәһендә башҡарған ролдәре: легендар режиссёр Питер Брук проектында «Кармен» операһында төп партия, шул уҡ операла Барри Коски ҡуйған Мерседес партияһы, Тонни Паппано һәм Ричард Джонс ҡуйған «Леди Макбет Мценского уезда» операһында Сонетка партияһы[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә