Литва
Литва́ (лит. Lietuva [lʲɪɛtʊˈvɐ]), рәсми исеме — Литва Республикаһы (лит. Lietuvos Respublika) — Көнсығыш Европаның Балтик диңгеҙе буйында урынлашҡан дәүләт.
| |||||
Гимн: «Tautiška giesmė» | |||||
Литвы күрһәтелгән (ҡуйы-йәшел): — Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡуйы-һоро) — Европа берлегендә (асыҡ-йәшел)
| |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 16 февраль 1918 й. 11 март 1990 й (СССР-ҙан) | ||||
Рәсми тел | литва теле | ||||
Баш ҡала | Вильнюс | ||||
Эре ҡалалар | Вильнюс, Каунас, Клайпеда | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент
Премьер-министр |
Гитанас Науседа | ||||
Территория • Бөтәһе |
123 65 200 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Перепись (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
▼ 2 988 400[1] чел. (136) 3 054 000[2] чел. 49 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
61,342 млрд.[3] долл. 18 769 долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
43,171 млрд. долл. 13 190 долл. | ||||
Этнохороним | литвалылар | ||||
Валюта | Евро (EUR) (Код 978) | ||||
Интернет-домен | .lt | ||||
Код ISO | LT | ||||
МОК коды | LTU | ||||
Телефон коды | +370 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 2 |
Майҙаны — 65 300 км²[4]. Төньяҡтан көньяҡҡа тиклем оҙонлоғо — 280 км, көнбайыштан көнсығышҡа тиклем — 370 км[5]. Халҡы — 2 795 175 кеше (ғинуар, 2021)[6]. Халҡы буйынса донья илдәре араһында 137 урында, территорияһы буйынса 121 урында. Балтик диңгеҙенең көнсығыш ярында урынлашҡан, диңгеҙгә сығыу юлы бар. Яр һыҙаты 99 км (был Балтия илдәре араһында иң бәләкәй күрһәткес). Төньяҡтан Латвия, көньяҡ-көнсығыштан Беларусь, көньяҡ-көнбайыштан Польша һәм Рәсәйҙең Калининград өлкәһе менән сиктәш.
Баш ҡалаһы — Вильнюс. Рәсми теле — литва теле. Аҡса берәмеге — евро.
1990 йылдың 11 мартында үҙаллылығын кире ҡайтарыу тураһында иғлан итте,[7] һәм юридик яҡтан 1991 йылдың 6 сентябрендә рәсмиләштерҙе..
ООН (1991), ОБСЕ (1991), Европа Советы (1993), ВТО (2001), Евросоюз (2004), НАТО (2004) и ОЭСР (2018) ойошмаларында ағза булып тора. Шенген һәм Еврозонаға инә.
Этимология
үҙгәртергә«Литва» һүҙенең этимиологияһы теүәл генә билдәле түгел. Был турала төрлө фараздар бар, береһе лә дөйөм ҡабул ителмәгән. «Лит» һүҙенең тамыры һәм уның «лет»/«лют» кеүек варианттары балтик һәм славян телдәрендә лә, башҡа бик күп һинд-европа телдәрендә лә осрай.
Мәҫәлән, шуға оҡшаған топонимдар XI—XII быуаттан Словакияла «Lytva» һәм Румынияла «Litua» булыуы билдәле.[8]. Билдәле географ Е. Поспелов фекеренсә, топоним боронғо грек йылғаһы Летава (Lietavà лит. lieti «ҡойорға», русса исеме «Летаука») менән бәйле. Феодал кенәзлек буйлап аҡҡан йылға исеме, ваҡыт үтеү менән, бөтә дәүләткә таралған. XII быуаттан һаҡланып килгән «Повесть временных лет» ҡулъяҙмаһында мәғәнәһе, территорияһы һәм формаһы буйынса тулыһынса тура килгән «литва» этнонимы телгә алына.[9].
Географияһы
үҙгәртергәЛитва Европала, Балтик диңгеҙенең көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Майҙаны — 65 300 км².
Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 1 273 км, шул иҫәптән көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта Беларусь менән — 502 км, төньяҡта Латвия менән — 453 км, көньяҡта Польша менән — 91 км, көнбайышта Рәсәй Федерацияһы (Калининград өлкәһе) менән — 227 км.
Яр буйы һыҙығы — 99 км. Өҫкө йөҙө тигеҙлекле.
Иң юғары нөктәһе — Аукштойо убаһы (Aukštojo kalnas) илдең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Вильнюстан 23,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан (бейеклеге 293,84 метр).
Иң ҙур йылғалары — Неман (Нямунас, лит. Nemunas) һәм Нерис (лит. Neris). Литва территорияһында 2830 күл бар, улар ил территорияһының 1,37%-ын биләй; иң ҙур күл — Друкшяй (лит. Drūkšiai, бел. Дрысвяты) күле Латвия, Литва һәм Белоруссия араһындағы сиктә урынлашҡан (майҙаны 44,5 км²), иң тәрән күл — Таурагнас (лит. Tauragnas, тәрәнлеге 61 м), иң оҙон күл — Асвея (лит. Asveja, оҙонлоғо 30 км).
Тарих
үҙгәртергәБоронғо тарих
үҙгәртергәХәҙерге Литва биләмәләрендә Б. Э.Т X—IX меңйыллыҡ аҙағында уҡ кешеләр йәшәгән. Һунар һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, уҡты һәм уҡты саҡматаш баштары, тирене эшкәртеү өсөн ҡырғыстар, ҡармаҡтар һәм селтәрҙәр менән файҙаланғандар. Неолит осоро аҙағанда (Б. Э.Т III—II меңйыллыҡ) хәҙерге Литва биләмәләренә һинд-европалылыр үтеп инә башлай. Улар игенселек һәм малсылыҡ менән мәшғүл була, тимер эш ҡоралдары ҡуллана башлағанға тиклем балыҡсылыҡ уларҙың пөп шөғөлө була. Висла һәм Көнбайыш Двина йылғалары араһындағы һинд-европалыларҙы ғалимдар айырым төркөмгә бүлеп балттар тип атай.
Литвалыларҙың этник төркөмө, Б. Э.Т. V быуатта хәҙерге Литва һәм төньяк-көнбайыш Белоруссияла барлыҡҡа килгән көнсығыш литва мәҙәниәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. [10]. VII быуатта литва теле латыш теленән айырылы[11].
Дәүләт барлыҡҡа килеү
үҙгәртергәЛитва дәүләте XIII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән, Литва тигән термин 1009 йылғы Кведлинбург ҡулъяҙмаһында телгә алына. Был документ Рус һәм Литва дәүләте сигендә мәжүсиҙәр миссионер Бруноны үлтереүе тураһында хәбәр итә. Киң таралған һәм шул уҡ ваҡытта аргументтар ярҙамында кире ҡағылған фараз буйынса Литва термины ҙур булмаған Летаука йылғаһы (Няриса ҡушылдығынан) исеменән килеп сыҡҡан[11]. Хәҙерге заман гипотезаһы буйынса этноним «леты» йәки «лейти» һүҙенән килеп сыҡҡан, дружинниктар литва кенәздәрен шулай тип атаған[11][12].
XIII быуат башында мәжүси балт ерҙәренә тәре йөрөтөүсе немец рыцарҙары үтеп инә башлай. Улар Пруссия, Ливонияны баҫып ала. Ошо уҡ дәүерҙә Галиция-Волынь кенәзлеге экспансияһы башлана. XIII быуат уртыһына литва ерҙәре 1251 йылда католик итеп суҡындырылған 1253 йылда таж кейгән кенәз Миндаугас власына бойһона.
Бер нисә йылдан Миндаугас христианлыҡтан баш тарта һәм XIV быуат башланғанған осрҙа Литва мәжүси булып ҡала. 1263 йылда Миндовг бәреп төшөрөлһә лә, уның идараһы биш йөҙ йылдан артыҡ йәшәгән Бөйөк Литва кенәзлегенә нигеҙ һала.
Бөйөк Литва кенәзлеге
үҙгәртергәКөнбайыш Двина менән Висла йылғалары араһында Литва ҡәбиләләре йәшәгән. Улар игенселек һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. XII быуат аҙағында — XIII быуат башында уларҙа феодаль мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килгән, ләкин тәүтормош-община ҡоролошоноң; тәртиптәре лә әлегә көслө булған. Немец рыцарҙарының ябырылыу ҡурҡынысы һәм уларҙан һаҡланыу кәрәклеге литва ҡәбиләләренең Бөйөк Литва кенәзлегенә берләшеүен тиҙләткән.
Речь Посполитая составында
үҙгәртергә1569 йылда Люблинда Польша менән Речь Посполитая тип аталған яңы уния төҙөлә. Люблин унияһы һәм Польша ҡағиҙәләре актына ярашлы, король һайлана, ә дәүләт эштәре дөйөм Сеймда хәл ителә. Әммә хоҡуҡи системалар, армия һәм чиновниктар айырым булып ҡала.
XVI—XVII быуатта Литвала поляк өлгөһө буйынса Шляхет демократияһы урынлаштырыла. Был шляхталарға (дворяндар) дәүләт менән идара итеү өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Был процесс менән бер үк ваҡытта идара итеүсе ҡатламда полонизация (поляк мәҙәниәтенә күсеү) процессы башлана. Был поляк теленә күсеү, поляк мәҙәниәтен ҡабул итеү, оҡшашлыҡ кеүек күренештәрҙә сағыла. Түбәнге ҡатламдарға полонизация тәьҫире теймәй.
Рәсәй империяһы составында
үҙгәртергәXVIII быуатта емерткес һуғыштар һәм дәүләт көрсөгө һөҙөмтәһендә Речь Посполитая көсһөҙләнә һәм Рәсәй империяһы йоғонтоһона эләгә. 1772, 1793 һәм 1795 йылдарҙа Речь Посполитая тарҡала һәм Рәсәй, Пруссия һәм Австрия йоғонтоһона эләгә. Бөйөк Литва кенәзлеге Рәсәй империяһына ҡушыла.
Польша-Литва дворяндары дәүләтселеген тергеҙеү өсөн 1812 йылда Наполеон яғында булалар, шулай уҡ бер нисә тапҡыр баш (1830—1831, 1863—1864) күтәрәләр, әммә һәр ваҡыт еңеләләр. Литвала поляк йоғонтоһон бөтөрөү өсөн рус власы деполонизация (поляк мәҙәниәтен бөтөрөү) һәм руслаштырыу (рус мәҙәниәтен индереү) компанияһын башлай. 1869 йылда латин хәрефтәре менән яҙыу һәм баҫыу тыйыла. Литва халҡы, айырыуса католик руханиҙары руслаштырыуға ҡаршы булалар: кириллица баҫмалары һанға һуғылмай, ә латин хәрефтәре менән баҫылып сыҡҡан китаптар күрше Пруссиянан законһыҙ рәүештә ташыла. 1904 йылда Литвала латиницаны тыйыу ғәмәлдән сығарыла.
Литва иҡтисады
үҙгәртергәЛитва — Балтик буйында эллеке СССР республикалар араһында иӊ ҡеүәтле иҡтисадлы ил. ORLEN Lietuva — Мажейкяй нефть эшкәртеү заводы илде тулыһынса нефть продукттары менән тәьмин итә һәм сит илгә һата. Рәсәйҙән нефть алмаҫ өсөн Бутингта нефть шыйыҡсалар терминалы төҙөлгән.
2006 йылдағы авариянан һуӊ «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесенеӊ Литва өлөшө ябыла.
2004 йылда Литва Европа Берләшмәһенә инә. Хеҙмәтләндереү 65 % тиклем етә. Литва — нефтехимия иле. Илдә эре азот ашламалар заводы Achema эшләй.
Литва бөтә тәбиғи ресурстарҙы (күмер, газ, нефть) ситтән индерә. 2010 йылда Игналин АЭС-ы ябыла. Электрэнергия Литва ГРЭС, Электренай ТЭС, Каунас Теплоүҙәк (Газпром активы), Круонис ГАЭС-да етештерелә.
Башҡортостан менән бәйләнеш
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Monthly official estimate 2020 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Предварительные итоги переписи в официальном пресс-релизе Департамента статистики. 2011 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ Report for Selected Countries and Subjects
- ↑ Europe :: Lithuania — The World Factbook — Central Intelligence Agency 2020 йыл 13 май архивланған.
- ↑ Путёвые заметки. География Литвы
- ↑ Pradžia - Oficialiosios statistikos portalas . osp.stat.gov.lt. Дата обращения: 24 сентябрь 2019.
- ↑ Закон Литовской Республики от 11 марта 1990 года «О восстановлении действия Конституции Литвы от 12 мая 1938 года» // Советская Литва, 13 марта 1990
- ↑ Ҡалып:Книга:ВКЛЭ2
- ↑ Поспелов, 2002, с. 244—245
- ↑ Мядзведзеў А. М. Культура ўсходнелітоўскіх курганоў // Археалогія Беларусi. Жалезны век i ранняе сярэднявечча. — Мінск, 1999. — Т. 2. — С. 391.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Эйдинтас А. и др. История Литвы. — Вильнюс, 2013. — С. 13.
- ↑ Дубонис А. Проблемы образования Литовского государства и его отношений с Галицко-Волынским княжеством в новейшей историографии Литвы // Княжа доба: історія і культура. — 2008. — Вип. 2. — С. 156.
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |