Бәкеров Мират Самиҡ улы

Бәкеров Мират Самиҡ улы (1 май 1931 йыл30 декабрь 2007 йыл) — инженер-химик технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1970 йылдарҙа Өфө химия заводының баш инженеры, 1970—1972 йылдарҙа — директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың почётлы химигы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1968).

Бәкеров Мират Самиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ибрай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 декабрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө химик
Уҡыу йорто Одесский национальный политехнический университет[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мират Самиҡ улы Бәкеров 1931 йылдың] 1 майында Башҡорт АССР-ының Ибрай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт. 1954 йылда Одесса политехник институтын тамамлай), инженер-химик технолог.

Барлыҡ эш участкаларында үҙен юғары квалификациялы белгес, булдыҡлы, тәүәккәл ойоштороусы итеп таныта. Уның ҡатнашлығында заводта ҡеүәттәрҙе артабан арттырыу, иң яҡшы техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшеү һәм етештереү мәҙәниәтен күтәреү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. М. С. Бәкеров етәкселеге аҫтында химия заводы дәүләт планын даими рәүештә арттырып үтәй. 1970 йылдың 17 ноябренә һигеҙенсе биш йыллыҡ йөкләмәһе үтәлә. 1970 йылда, 1965 йыл менән сағыштырғанда, завод етештергән продукция күләме ике тапҡырға арта, хеҙмәт етештереүсәнлеге 74 процентҡа арта.

М. С. Бәкеров технологик ҡоролмаларҙы реконструкциялауға һәм камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирә, был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проект ҡеүәтен үҙләштереүгә генә түгел, ә уларҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, гербицид етештереү буйынса цехтар төркөмө проект ҡеүәтен 20-30 процентҡа ҡаплай. Стәрлетамаҡ химия заводында тоҙ кислотаһы етештергән, иң артта ҡалған цехтарҙың береһен реконструкциялауҙа әүҙем ҡатнаша. М. С. Бәкеровтың туранан-тура ҡатнашлығында бер нисә ҙур техник яңылыҡ индерелә. Шәхсән үҙе 30 рационализаторлыҡ тәҡдиме бирә, шуларҙың 19-ы етештереүгә индерелә, бынан йыллыҡ иҡтисади эффект 814 мең һум тәшкил итә. 13 авторлыҡ танытмаһына эйә.

1972 йылдың июлендә Иркутск өлкәһенең Усольск химия комбинаты директоры итеп тәғәйенләнә. 1976 йылда Мәскәүгә бөтә союз хлор сәнәғәте берекмәһе башлығы урынбаҫары итеп күсерелә. 1979—1986 йылдарҙа СССР минераль ашламалар етештереү буйынса Министрлығының «Союзхимзащита» Бөтә союз производство берекмәһе начальнигы булып эшләй. Бер нисә йыл Германияла, Галле ҡалаһында (нем. HalleHalle) эшләй.

13 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһына эйә.

Ҡатыны Людмила Бәкерова менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Мәскәү ҡалаһында йәшәй. 2007 йылдың 30 декабрендә вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1971 йылдың 20 апрелендә биш йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндә өлгәшкән ҙур уңыштары, алдынғы хеҙмәт ысулдарын индергәне һәм юғары техник һәм производство күрһәткестәренә өлгәшкәне өсөн, Бәкеров Мират Самиҡ улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
  • ике Ленин ордены (1965, 1971)
  • Октябрь революцияһы ордены (1976)
  • миҙалдар
  • СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) көмөш миҙалы.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1968).
  • СССР-ҙың почетлы химигы (1971).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.