Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы — 2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторолған юғары уҡыу йорто.

Тарихи белешмәҮҙгәртергә

  • РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советы (СНК) 1940 йылдың 22 июнендәге 463-сө ҡарары менән 1940 йылдың 1 сентябренән 17 яңы уҡытыусылыҡ институты асырға хәл итә. Был институттарҙың 15-е элекке педагогия училищелары базаһында асыла. Был педагогия училищелары исемлегенә Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһы ла инә. Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары советы 1940 йылдың 6 июлендәге 717-се ҡарар менән Стәрлетамаҡ башҡорт педагогия училищеһын ике йыллыҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты тип үҙәгәртеү тураһында ҡарар сығара. Уның ике бүлеге була: физика-математика һәм филология. Думаев Сәләх Ғизетдин улы институттың беренсе директоры итеп тәғәйенләнә, ул был вазифала, фронтта булғанын, яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан ваҡыттарын да индереп, теүәл 9 йыл эшләй.
  • 1954 йылда СССР Министрҙар Советының 1954 йылдың 18 июлендәге 6579-Р бойороғо һәм РСФСР Министрҙар Советының 1954 йылдың 26 июлендәге 954-се ҡарары нигеҙендә педагогия институты ойошторола.
  • 2004 йылда академия статусы бирелә.[1]
  • Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йыл 2 февралендә сыҡҡан 95-се приказына ярашлы, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы бюджеттағы федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сифатында БДУ-ның структур подразделениеһына әйләнә.[2]

Ректорҙары[3] һәм директорҙарыҮҙгәртергә

Структураһы (институттары һәм факультеттары)Үҙгәртергә

  • Башҡорт филологияһы факультеты
  • Филология факультеты
    • рус теле кафедраһы (мөдире И. А. Сыров)
    • лингвистика һәм журналистика кафедраһы (мөдире Л. Г. Инчина)
    • герман телдәре кафедраһы (мөдире Г. Р. Булгакова)
    • татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы (мөдире И. С. Мансуров)
    • рус әҙәбиәте кафедраһы (мөдире И. Е. Карпухин)
    • әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәбиәт уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Л. В. Басманова)
  • Тарих факультеты
    • дөйөм тарих кафедраһы (мөдире С. В. Сиротин)
    • Ватан тарихы һәм тарих уҡытыу методикаһы кафедраһы (мөдире Д. П. Самородов)
  • Педагогика һәм психология институты
  • Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты
  • Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
  • Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты
    • Технология кафедраһы
    • Дөйөм техник дисциплиналар һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы

СпециальностарҮҙгәртергә

  • Технология һәм эшҡыуарлыҡ
  • Ҡулланма математика һәм информатика
  • Мәғлүмәт системаларын математик тәьмин итеү һәм идара итеү
  • Математика һәм Информатика
  • Биология
  • Мәктәпкәсә педагогика һәм психология
  • Педагогика һәм психология
  • Рус теле һәм әҙәбиәте (специалитет)
  • Журналистика (специалитет)
  • Сит тел (специалитет)
  • Рус теле һәм әҙәбиәте Туған (татар, сыуаш) теле һәм әҙәбиәте өҫтәмә специальносы менән (специалитет)
  • Филология белеме (бакалавриат)
  • Информатика
  • Тарих
  • Культурология
  • Ойоштороу менеджменты
  • Персоналға идара итеү

ТамамлаусыларҮҙгәртергә

Карпухин Иван Егорович (5.02.1936) — шағир, яҙыусы, фольклорсы ғалим. Филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы — башҡорт шағирәһе.

Танһыҡҡужина Тамара Михайловна — Рәсәй шашкасыһы.

Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы —журналист, дәүләт эшмәкәре.

Макурин Алексей Васильевич —спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. История СГПА им.(недоступная ссылка)
  2. Текст приказа на сайте Министерства образования РФ(недоступная ссылка) // МОН РФ. 9 февраля 2012 год
  3. Гибадуллина Л. Г. Стерлитамакская государственная педагогическая академия: исторический очерк. Уфа, 2005.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә