Ковалёв Николай Григорьевич

Ковалев Николай Григорьевич (1 май 1921 йыл — 3 май 2002 йыл) — Өфө приборҙар эшләү заводы директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Почётлы авиатөҙөүсе (1997). Авиаприборҙар төҙөү милли ассоциацияһының алтын «Почёт Билдәһе» лауреаты (1997). Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы (2001).

Ковалёв Николай Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Выселки[d], Таганрогский округ[d], Донецкая губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 3 май 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Почётный авиастроитель Российской Федерации

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Григорьевич Ковалев [1] 1921 йылдың 1 майында Ростов өлкәһе Шахта районы Выселки утарында тыуа. Юғары белемле.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Николай Григорьевич 1939 йылда Новочеркасскиҙағы Дон политехник институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуациялана. 1941 йылдың авгусынан алып Әстерхан, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаларында 72-се Айырым төҙөлөш-монтаж участкаһында прораб булып эшләй.

1946 йылда С. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын, 1952 йылда — СССР авиация сәнәғәте академияһын тамамлай һәм Өфөләге 161-се заводтың баш механик бүлегенә инженер-конструктор итеп ебәрелә, аҙаҡ — проект-конструкторлыҡ бюроһы начальнигы урынбаҫары, йыйыу цехы начальнигы була.

19501952 йылдарҙа СССР авиация сәнәғәте министрлығы академияһында уҡый. Һуңынан 161-се заводҡа баш механик итеп тәғәйенләнә. 1954 йылда Өфө приборҙар эшләү заводына директор итеп раҫлана.

Н. Г. Ковалев етәкселеге аҫтында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе етештереү ҡоралдары менән яҡшы йыһазландырылған эре предприятие булып үҫешә, авиация һәм космос техникаһы өсөн яңы заманса электрон хисаплау изделиелары сығара. һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966—1970) планын ваҡытынан алда үтәү өсөн Николай Григорьевич заводта ҙур ойоштороу эштәре алып бара, заводта 37 яңы изделиелар үҙләштерелә, производствоға яңы техника һәм фән ҡаҙаныштары индерелә, алдынғы етештереү алымдары ҡулланыла. Завод коллективы биш йыллыҡ планды ваҡытынан алда — 1970 йылдың 11 декабренә үтәп сыға, продукция сығарыу күләме 2,2 тапҡырға арттырыла. Биш йыллыҡтың хеҙмәт етештереүсәнлеге 1965 йыл менән сағыштырғанда 66 процентҡа, тауар продукцияһының үҙҡиммәте 16,5 процентҡа кәмей.

Н. Г. Ковалёв етәкселегендә 14 цех фән ҡушыуына ярашлы реконструкциялана һәм йыһазландырыла.

19661970 йылдарҙағы биш йыллыҡ планды үтәүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөндың 1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Н. Г. Ковалевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1974 йылдың апрелендә уны СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат производствоһы баш конструкторы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1977 йылдаН. Г. Ковалевты Ленинградҡа эшкә күсерәләр. 1988 йылдан алып ул Ленинградтың «Электроавтоматика» фәнни-етештереү берекмәһенең фәнни-тикшеренеү бүлексәһендә генераль директор урынбаҫары, бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

2002 йылдың 3 майында вафат була.

2015 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡала советы депутаттары Николай Ковалев исемен мәңгеләштереү өсөн ҡаланың бер урамына һәм скверына уның исемен биреү тураһындағы ҡарар ҡабул итә[2].

Наградалары

үҙгәртергә
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә