Биология

йәнле тәбиғәт тураһында фән.

Биология (грек телендә Βìο — йәшәү һәм Λoγος — өйрәнеү) — Биология тере организмдарҙы һүрәтләү һәм классификациялау, организм төрҙәренең барлыҡҡа килеүен, уларҙың үҙ-ара һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнә.

Биология
Рәсем
Өйрәнеү объекты Тормош һәм организм
Һештег biology
Вики-проект Проект:Биология[d]
Stack Exchange сайты biology.stackexchange.com
Өлөшләтә тура килә Палеонтология
 Биология Викимилектә
A drawing of a fly from facing up, with wing detail
Себен һүрәте, Роберт Гук микрофотографияһы, 1665

Хәҙерге ваҡҡытта бөтә тере организмдарҙы дүрт батшалыҡҡа берләштергәндәр: хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр.

Биологияға кергән ботаника, зоология, медицина һымаҡ фәндәр — боронғо фәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, биология айырым фән булараҡ 19-сы быуатта, фән эшмәкәрҙәре бөтә тере организмдар өсөн дөйөм булған ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе асҡас, үҫешә башлай.

Бөгөнгө көндә биология — алдынғы фәндәрҙең береһе. Биология һәм медицина журналдарында йыл һайын миллиондан ашыу мәҡәләләр баҫыла, шулай уҡ мәктәптәрҙә биология стандарт уҡыу предметы булып тора.

Донъяның биологик картинаһы

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта биология — донъяның урта һәм юғары уҡыу йорттарында стандарт предмет.

Йыл һайын биология, медицина, биомедицина һәм биоинженерия буйынса миллиондан ашыу мәҡәлә һәм китап нәшер ителә.

Бөтә биологик дисциплиналарҙы тере матдә тураһындағы берҙәм фәнгә берләштергән биш принципты атайҙар:

  • Күҙәнәк тураһында тәғлимәт— күҙәнәктәргә ҡағылышлы бөтә нәмәне өйрәнә.

— Бөтә тере организмдар ҙа кәм тигәндә бер күҙәнәктән — организмдарҙың төп структур һәм функциональ берәмегенән тора.

— Бөтә бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле организмдар үҙҙәренең төҙөлөшө, химик составы, тереклек итеү, матдәләр алмашыныуының төп күренештәре менән оҡшаш;

— Күҙәнәктәрҙең үрсеүе уларҙың бүленеү юлы менән бара. Һәр яңы күҙәнәк башланғыс (инә) күҙәнәктең бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә;

— Күп күҙәнәкле ҡатмарлы организмдарҙа күҙәнәктәр, үҙҙәре башҡарған функциялар буйынса махсуслашып, туҡымалар барлыҡҡа килтерә; ағзалар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән туҡымаларҙан тора һәм көйләүҙең (регуляция) нервылар һәм гумораль системаларына буйһона.

Күҙәнәк тураһында тәғлимәт күҙәнәктәрҙең төҙөлөшөн, уларҙың бүленешен, тышҡы мөхит менән үҙ-ара тәьҫир итешеүен, эске мөхиттең һәм күҙәнәк мембранаһының составын, күҙәнәктең айырым өлөштәренең эш итеү механизмын һәм уларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүен тасуирлай.

  • Эволюция. Тәбиғи һайланыш һәм генетик дрейф ярҙамында популяцияның нәҫелдән килгән һыҙаттары быуындан быуынға үҙгәрә.
  • Гендар тәғлимәте. Тере организмдарҙың һыҙаттары ДНК-ла кодланған гендар аша быуындан быуынға тапшырыла. Тере йәндәрҙең йәки генотиптың төҙөлөшө тураһында мәғлүмәт күҙәнәктәр тарафынан организмдың билдәләрен — фенотибын, йәғни күҙәтелә торған физик йәки биохимик характеристикаларын булдырыу өсөн ҡулланыла. Гендар экспрессияһы сағылдырған фенотип организмды тирә-яҡ мөхиттә йәшәүгә әҙерләй алһа ла, тирә-яҡ мөхит тураһында мәғлүмәт гендарға кире тапшырылмай. Гендар, тирә-яҡ мөхит йоғонтоһона яуап итеп, эволюцион процесс аша ғына үҙгәрә ала.
  • Гомеостаз. Тышҡы мөхиттәге үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, организмға эске мөхитенең тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән физиологик процестар. Энергия. Һәр тере организмдың, уның торошо өсөн бик мөһим атрибуты .

Органик донъяның төҙөлөш кимәлдәре

үҙгәртергә

Төп мәҡәлә: Органик донъяның төҙөлөш кимәлдәре

Тере организмдар — бик юғары төҙөлөшлө структуралар. Шуға күрә биологияла ойоштороуҙың бер нисә кимәле бар. Төрлө сығанаҡтарҙа ҡайһы бер кимәл төшөрөп ҡалдырыла йәки бер-береһе менән берләштерелә. Түбәндә органик донъя төҙөлөшөнең төп кимәлдәре килтерелә.

Молекуляр кимәл — күҙәнәкте тәшкил иткән һәм уның бөтә процестарын билдәләүсе молекулаларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеү кимәле.

Күҙәнәк кимәле — күҙәнәк элементар төҙөлөш һәм тереклек берәмеге тип һаналған кимәл. Йәнле тәбиғәткә хас барлыҡ тереклек үҙсәнлектәре тик күҙәнәк эсендә генә башҡарыла ала. Шуға ла, бөтә организмдар ҙа тик күҙәнәкле төҙөлөш хәлендә генә йәшәй ала.

Туҡыма кимәле — төҙөлөштәре һәм функциялары оҡшаш булған күҙәктәр һәм күҙәнәк-ара матдә кимәле. Был кимәл күп күҙәнәкле организмдарға ҡағыла.

Ағза кимәле — был кимәл күп күҙәнәклеләргә ҡағыла. Ағза— билдәле бер формаға, ҙурлыҡҡа эйә булған, организмда билдәле бер урын биләгән һәм үҙенә тейешле функциялар үтәгән тәндең бер өлөшө.Һәр ағза бер нисә төр туҡыманан тора. Шул туҡымаларҙың береһе ағзаның функцияларын билдәләй

Организм кимәле — индивидуаль организм кимәле. Һәр организм— үҙаллы тереклек итеүгә һәләтле йән эйәһе.

Популяцион-төр кимәл — бер төргә ҡараған заттарҙың тәбиғәттә тереклек итеү рәүеше. Был кимәлдә төр үрсей, нәҫелен дауам итә.

Биогеоценотик кимәл — төрлө төр заттарының үҙ-ара һәм мөхит менән бәйләнеш кимәле.

Биосфера кимәле — Ерҙә барлыҡ биогеоценоздарҙың берләшмәһе. Тереклектең иң юғары кимәле.

Биологик ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Биологик ҡағиҙәләр, йәки биологик ҡанундар — тере организмдар тереклегендә күҙәтелгән ҡанундарҙы тасуирлау өсөн дөйөмләштереп әйтелгән ҡағиҙә йәки принцип. Биологик ҡағиҙәләр һәм ҡанундар йыш ҡына ҡатмарлы күренештәрҙе аңлатыуҙың ҡыҫҡа юлы.

Экология һәм биогеография ҡанундарының күбеһе уларҙы беренсе тапҡыр тасуирлаған биологтар хөрмәтенә аталған.

Биологик ҡағиҙәләр исемлеге

үҙгәртергә

Аллен ҡағиҙәһе буйынса, бер төрлө йәшәү рәүеше алып барған, йәғни һалҡын климат шарттарында туғандаш гомойотермик (йылы ҡанлы) хайуандарҙың сығып торған тән өлөштәре: ҡолаҡ, аяҡ, ҡойроҡ һ. б. сағыштырмаса бәләкәй була.

Ҡағиҙә 1877 йылда был күренеште тасуирлаған Джоэл Азаф Аллен исеме менән аталған.

Бергман ҡағиҙәһе: 1847 йылда немец биологы Карл Бергман тарафынан формулировкаланған биогеографик ҡағиҙә. Ҡағиҙә булараҡ, гомоиотермик (йылы ҡанлы) хайуандарҙың оҡшаш формалары араһында иң эреләре һалҡыныраҡ климат шарттарында — бейек киңлектәрҙә йәки тауҙарҙа йәшәй (размерҙары ҙурыраҡ төрҙәр һалҡыныраҡ мөхиттәрҙә осрай, ә бәләкәйерәк төрҙәре йылыраҡ төбәктәрҙә осрай).

Йәғни, климат һалҡыная барған һайын, тән ауырлығы арта, мәҫәлән, швед мышыһыныҡы кеүек.

Коп ҡағиҙәһе: эволюцион үҫеш барышында хайуандар популяцияһында тән күләменең артыуы күҙәтелә. Ҡағиҙә палеонтолог Эдвард Коп хөрмәтенә аталған.

Тәрән диңгеҙ гигантизмы: 1880 йылда Генри Ноттидж Мозли тәрән диңгеҙ хайуандары һайлыҡтарҙа тереклек иткән туғандаштарынан ҙурыраҡ, тип раҫлай. Диңгеҙ ҡыҫалалары осрағында тәрәнлек менән дәүмәлдең артыуы киңлек менән дәүмәлдең артыуы (Бергман ҡағиҙәһе) менән бер үк сәбәптән барлыҡҡа килә тигән фекер бар: ике осраҡта ла температура кәмеү менән дәүмәлдең артыуы күҙәтелә..

Эволюцияның кире ҡайтмаҫ булыуы ҡануны: 1893 йылда францияла тыуып үҫкән Бельгия палеонтологы Луи Долло тәҡдим иткән. Организм (популяция) тәүге мөхитенә һәм йәшәү шарттарына кире ҡайтарылһа ла, эволюцион процеста юғалтҡан элекке билдәләренә кире әйләнеп ҡайта алмай.

Эйхлер ҡағиҙәһе: паразиттарҙың таксономик төрлөлөгө хужаларының төрлөлөгө менән бер рәттән тирбәлә, тип яҙылған. Был күренеште 1942 йылда Вольфдит Эйхлер күҙәтә һәм уның исемен йөрөтә.

Эмери ҡағиҙәһе: Карло Эмери билдәләүенсә, бөжәктәрҙең паразиттары йыш ҡына уларҙың хужалары менән тығыҙ бәйләнгән, йәғни, бер ырыуға ҡарай.

Фостер ҡағиҙәһе: шулай уҡ утрау ҡағиҙәһе йәки утрау эффекты булараҡ билдәле. Төрҙөң вәкилдәре тирә-яҡ мөхиттә булған ресурстарға ҡарап бәләкәйерәк йәки ҙурыраҡ була. Был ҡағиҙәне беренсе тапҡыр Бристоль Фостер 1964 йылда «Nature» журналында « Утрауҙарҙа һөтимәрҙәрҙең эволюцияһы» тигән мәҡәләлә яҙып сыға.

Гаузе ҡағиҙәһе: Джордж Гаузе хөрмәтенә аталған конкурентлы ситләтеү принцибы. Бер ресурс өсөн ярышыусы ике төр популяцияһы бергә йәшәй алмай.

Конкуренция йә көсһөҙөрәк конкуренттың юҡҡа сығыуына килтерә. Йәиһә, берәүһенең икенсе экологик ниша яғына күсеүенә килтерә.

Глогер ҡағиҙәһе: гомойотермик (йылы ҡанлы) хайуандар (төрлө расалары йәки төрҙәр, туғандаш төрҙәр) араһында йылы һәм дымлы климат шарттарында йәшәгәндәре һалҡын һәм ҡоро климат шарттарында йәшәгәндәргә ҡарағанда сағыуыраҡ төҫкә эйә, йәғни тән пигментацияһы көслөрәк (йыш ҡына ҡара йәки ҡара-көрән).

1833 йылда Константин Вильгельм Ламберт Глогер (1803—1863), поляк һәм немец орнитологы тарафынан тасуирлаған.

Холдейн ҡағиҙәһе: гибрид төрҙә бер генә енес түлһеҙ булһа, был зат гетерогаметалы була. Гетерогаметалы енес — ике төрлө енси хромосомаға эйә булған зат. Һөтимәрҙәрҙә XY хромосомалыһы ата зат. Ҡағиҙә Джон Хальдейн исеме менән аталған.

Гамильтон ҡағиҙәһе: был ғаилә һайлап алыу ҡағиҙәһе. Билдәле бер шарттарҙа айырым заттарҙың үрсеү мөмкинлеген кәметеүсе гендар популяцияла тарала ала. Сөнки башҡа заттарҙың үрсеүенә индергән өлөшө ярҙам хаҡынан ҙурыраҡ була. Шулай итеп, был индивид бөтә ресурстарҙы үҙ нәҫелен үрсетеүгә тотоноп, үҙенең гендарының күсермәләрен күберәк сығара.Ҡағиҙә 1963 йылда британ биологы У. Гамильтон тарафынан формулировкалана. «Гамильтон ҡағиҙәһе» логик яҡтан популяция генетикаһының төп факттарынан килеп сыға.

Харрисон ҡағиҙәһе: паразит кәүҙәһенең ҙурлығы хужаның кәүҙәһенең ҙурлығы менән бер рәттән үҙгәрә. Был ҡағиҙәне Харрисон беттәр өсөн тәҡдим итә, әммә һуңыраҡ авторҙар күрһәтеүенсә, паразиттарҙың башҡа күп кенә төркөмдәре, шул иҫәптән ҡабырсаҡтар, нематодалар, бөрсәләр, себендәр, талпандар, шулай уҡ эре үҫемлектәрҙә ваҡ үлән ашаусы йән эйәләре осрағы өсөн дә берҙәй яҡшы эшләй.

Дэвид Лук принцибы: «ҡоштоң һәр төрөнөң йомортҡалары һаны тәбиғи һайлап алыу юлы менән ата-әсәләре етерлек аҙыҡ бирә алған себештәр һанына тап килтереп яраҡлаштырылған».

Биология фәне эсендә йүнәлештәр

үҙгәртергә

Биология фәне үҙ эсенә киң дәирәне ала. Шуға ул төрлө йүнәлештәрҙә эшмәкәрлек йәйелдергән бик күп үҙ-аллы фәндәрҙе берләштерә. Үҙ сиратында, был фәндәр тағы ла тарыраҡ өлкәлә махсуслашҡан айырым дисциплиналарға бүленгән.

Өйрәнеү объекттарына ҡарап фәндәр:

Биология эсендә тикшеренеүҙәр өлкәһенә һәм тикшереү методтарына ҡарап фәндәр:

  • биохимия — тере тәбиғәткә хас химик процестарҙы өйрәнә,
  • биофизика — тере тәбиғәткә хас физик процестарҙы өйрәнә,
  • молекуляр биология — тереклекте молекуляр кимәлдә өйрәнә,
  • күҙәнәк биологияһы һәм цитология —йәнле тәбиғәтте күҙәнәк һәм молекуляр кимәлдә өйрәнә
  • гистология һәм анатомия — тереклекте туҡыма һәм организм кимәлдә өйрәнә,
  • физиология — йәнле тәбиғәттең төрлө кимәлдәрендә тереклек үҙсәнлектәрен өйрәнә,
  • этология — тере организмдарҙын ҡылыҡтарын өйрәнә,
  • экология — тере организмдарҙын мөхит менән бәйләнешен өйрәнә,
  • генетика — нәҫеллек һәм үҙгәреүсәнлек закондарын өйрәнә,
  • үҫеш биологияһы — организмдарҙың индивидуаль үҫешен өйрәнә,
  • палеонтология һәм эволюцион биология — тере тәбиғәттең тарихи үҫешен өйрәнеүсе фән.

Биологияның төрлө фәндәр менән берләшеүе һөҙөмтәһендә биомедицина, биофизика (тере тәбиғәтте физик методтар ярҙамында өйрәнә), биометрия һәм ғәмәли ихтияждарға бәйле космик биология, социобиология, хеҙмәт физиологияһы, бионика тигән дисциплиналар барлыҡҡа килгән

Биологик дисциплиналар

үҙгәртергә

Акарология — Анатомия — Альгология — Антропология — Арахнология — Бактериология — Биогеография — Биогеоценология — Биотехнология — Биоинформатика — Океан биологияһы — Биометрия — Бионика — — Биоспелеология — Биофизика — Биохимия — Ботаника — Биомеханика — Биоценология — Биоэнергетика (фән) — Бриология — Вирусология — Генетика — Геоботаника — Герпетология — ГидробиологияГистология — Дендрология — Зоология — Зоопсихология — Иммунология — Ихтиология — Колеоптерология — Космик биология — Ксенобиология — Лепидоптерология — Лихенология — Малакология — Микология — Микробиология — Мирмекология — Молекуляр биология — Морфология (биология) — Нейробиология — Орнитология — Палеонтология — Палинология — Паразитология — Радиобиология — Систематика — Синтетик биология — Спонгиология — Геоботаника — Теоретик биология — Териология — Токсикология — Фенология — Физиология — ҮНС-һы физиологияһы — Хайуандар һәм кеше Физиологияһы — Үҫемлектәр физиологияһы — Фитопатология — Цитология — Эволюцион биология — Экология — Эмбриология — Эндокринология — Энтомология — Этология.

Шулай итеп, биология фәненең төп өйрәнеү объекты — йәнле тәбиғәт, тере организмдар.


Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика