Термез
Термез (үзб. Termiz/Термиз, фарс. ترمذ; бор. фарс. tara-maiθa - аша сығыу урыны[3]) — Үзбәкстандың Сурхандарья өлкәһендә (вилайәтендә) урынлашҡан иң көньяҡ ҡала, Сурхандарья вилайәтенең административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы.
Термез | |
үзб. Termiz | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 498 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Termiz |
Рәсми тел | Үҙбәк теле |
Дәүләт | Үзбәкстан |
Административ үҙәге | Сурхандарьинская область[d] |
Административ-территориаль берәмек | Сурхандарьинская область[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Ойошма ағзаһы | Лига исторических городов[d][1] |
Халыҡ һаны | 136 200 кеше (2014)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 302 метр |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Почта индексы | 732000 |
Рәсми сайт | termizsh.uz/uz/?h=1 |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d], (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d], (v)[d], (vi)[d] һәм (ix)[d] |
Термез Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУрта Азия һәм Үзбәкстандың иң боронғо ҡалаларының береһе — уға 2500 йылдан ашыу. 2014 йылда Термез Әмир Тимер ордены менән бүләкләнә.
Термезда һәм уның тирә-яғында бер нисә боронғо археологик һәм архитектура ҡомартҡылары, зороастрий, несториан осоро һәм буддистарҙың боронғо емереклектәре, ҡәлғәләре һәм ҡаласыҡтары, шулай уҡ ислам архитектураһы ҡомартҡылары һаҡланған.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Лотос сәскәләре араһындағы фил, Иҫке Термез,б.э. II-III быуаттар.
-
Будда монахтар менән. Фаязтеп
-
Солтан Сәғәҙәт мавзолейҙары ансамбле
-
Солтан Сәғәҙәт мавзолейҙар ансамбле
-
Ҡушан шаһзадәһе, Дальверзин-тепе, б.э. I быуат, Үзбәкстан, Үзбәкстан халыҡтары тарихы Музейы
-
Термез гербы
-
Термез баҙарында алыш-биреш
-
Совет БТР-ҙарының һуңғы колоннаһы Афғанстанды ҡалдыра. 1989 йыл
-
Дуҫлыҡ күпере
Климаты
үҙгәртергәТермез климаты — йомшаҡ, әммә бындай киңлек өсөн сағыштырмаса һалҡын ҡышлы эҫе сүллек, ә йәйҙәре үтә эҫе.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 23,8 | 30,1 | 34,4 | 38,7 | 43,6 | 46,5 | 47,0 | 46,3 | 41,5 | 37,5 | 32,4 | 26,7 | 47,0 |
Уртаса максимум, °C | 10,4 | 13,3 | 18,9 | 26,6 | 32,8 | 38,0 | 39,7 | 38,0 | 32,8 | 25,8 | 18,8 | 12,1 | 25,6 |
Уртаса температура, °C | 4,2 | 6,7 | 12,1 | 18,9 | 24,6 | 29,1 | 30,5 | 28,4 | 22,8 | 16,5 | 10,8 | 5,6 | 17,5 |
Уртаса минимум, °C | −0,3 | 1,7 | 6,5 | 12,0 | 16,5 | 19,9 | 21,4 | 19,2 | 13,9 | 8,6 | 4,7 | 1,0 | 10,4 |
Абсолют минимум, °C | −19,7 | −21,7 | −7,9 | −2 | −0,1 | 11,4 | 12,9 | 9,3 | 2,8 | −4,2 | −11 | −18,4 | −21,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 24 | 24 | 37 | 23 | 9 | 2 | 0 | 0 | 1 | 3 | 11 | 21 | 155 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Максималь һәм минималь уртаса айлыҡ температура[4] | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ай | Ғинуар | Фев | Мар | Апра | Май | Июнь | Июль | Авг | Сена | Окт | Нух | Дек |
Иң йылыһы, °C | 8,2
(1914) |
10,9
(1999) |
17,5
(2008) |
22,4
(2000) |
30,0
(2008) |
33,9
(2008) |
34,3
(2008) |
31,1
(1916) |
25,7
(1915) |
20,3
(2006) |
14,6
(1994) |
8,7
(1969) |
Иң һыуыҡ, °C | −5,8
(2008) |
−5,0
(1972) |
5,2
(1903) |
14,8
(1939) |
20,3
(1934) |
26,4
(1916) |
27,2
(1972) |
24,7
(1972) |
20,0
(1962) |
11,7
(1964) |
4,4
(1958) |
−2,8
(1932) |
Халҡы
үҙгәртергә2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халҡының һаны 140 000-дән ашыу кеше тәшкил итә (илдә 15-се). 2014 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 136 200 кеше.
Халыҡтың төп өлөшөн үзбәктәр тәшкил итә, шулай уҡ ҡалала тажиктар, урыҫтар, татарҙар, төркмәндәр һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй. Ҙур булмаған афған диаспораһы бар.
Дини планда күпселекте мосолман-сөнниҙәр, шулай уҡ христиандар (башлыса — православие динендәгеләр), шиғыйҙар, бахаиҙар һәм башҡалар бар.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәФотоһы | Исеме | Тасуирламаһы |
---|---|---|
Үзбәкстандың иң ҙур археологик музейҙарының береһе. Боронғо тарихҡа — Мәүәрәннәһер, Сөғд батшалығы, Бактрия, Парфия, Әһәмәниҙәр дәүләте осорҙарына, зороастризмға, несторианлыҡҡа һәм буддизмға, шулай уҡ исламға ҡараған бай экспонаттар коллекцияһы бар. | ||
Әл-Хәким әт-Термези кәшәнәһе | Бында элек билдәле суфый дин белгесе Әл-Хәким әт-Термези ерләнгән, ул суфыйлыҡтың һәм хәнәфилектең иң билдәле вәкилдәренең береһе тип һанала. 910 йылда вафат була. Мавзолей IX—XV быуаттарҙа төҙөлгән. | |
Солтан Сәғәҙәт Мавзолейҙар ансамбле | Ансамбль 20-гә яҡын мавзолейҙы үҙ эсенә ала. Бында бер нисә кеше сәйет, йәғни Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тоҡомдары ерләнгән, улар Урта Азияла ислам динен таратҡан булған. Ансамбль VII быуатҡа ҡарай. Ансамбль биналарының төп өлөшө XV—XVII быуаттарҙа төҙөлгән. | |
Ҡырҡ-Ҡыҙ ҡәлғәһе емереклектәре | IX быуатта зороастрийсылар төҙөгән. Бер нисә тиҫтә йылдан һуң Урта Азия халҡы араһында ислам динен урынлаштырыу ваҡытында ғәрәптәр тарафынан емерелә. | |
Урыҫ ҡәлғәһе | XIX быуат аҙағында төҙөлгән. 2015 йылда һүтелгән. |
Наградалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://web.archive.org/web/20240528114922/https://www.lhc-s.org/member_cities/
- ↑ http://www.stat.uz/upload/str2.jpg
- ↑ Лурье П. Б. Историко-лингвистический анализ согдийской топонимики // Диссертация на соискание учёной степени кандидата филологических наук. — СПб., 2004. — С. 116—117. Архивировано из первоисточника 3 сентябрь 2011.
- ↑ Погода и климат — Климатический монитор: погода в Термезе . Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- ↑ Ислам Каримов посетил Термез и вручил городу орден Амира Темура(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Термез // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Буриев А. Термез в период Амира Темура и Темуридов // Общественные науки в Узбекистане. — 2002. — № 2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Термез ҡалаһы сайты 2020 йыл 28 март архивланған.
- Термез археология музейы: Термез тарихы