Румыния
România
Flag of Romania.svg гербы Румыния
Румыния флагы Румыния гербы
EU-Romania.svg
Гимн: Румыния гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 9 (21) май 1877 (яулау)
13 июль 1878 (ҡабул итеү) (Ғосман Империяһы иленән)
Рәсми телдәр Румын теле
Баш ҡала Бухарест
Иң ҙур ҡалалары Бухарест, Яшь, Констанца
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер министр
Траян Бэсеску
Эмиль Бок
Валюта Румын лейе
Интернет-домен .ro


Румы́ния (România, [romɨˈni.a]) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы. Майҙаны 237 500 км2. Конституция буйынса Румыния демократик республикаһы булып һанала. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.

Румыния төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән, төньяҡ-көнсығышта Молдова менән, көньяҡта Болгария менән, көнбайышта Сербия һәм Венгрия менән сиктәш. Көньяҡ-көнсығыштан Румыния Ҡара диңгеҙ менән йыуыла.

Территорияһы майҙаны — 238 391 км², халҡы — 19 401 000-ҙән ашыу кеше (2019 йылғы мәғлүмәт) (ошо ике күрһәткестәр буйынса региондың иң эре иле булып иҫәпләнә); халыҡ һаны буйынса донъяла — 62-се һәм территорияһы буйынса 80-се урындарҙы биләй. Ил байтаҡ этномәҙәни төрлөлөлөгө менән айырылып тора; динлеләрҙең күпселеге (яҡынса 87 %) православие динен тота.

42 административ-территориаль берәмеккә бүленә, шуларҙың 41 — жудецтар һәм 1 — муниципий. Баш ҡалаһы — Бухарест. Бухарест жудецҡа тиңләнгән. Дәүләт теле — румын теле.

Румыния — унитар дәүләт һәм президент-парламент республикаһы. Президент вазифаһын — Клаус Йоханнис, премьер-министр вазифаһы Людовик Орбан биләйҙәр. Йылдам үҫешкән иҡтисадлы индустриаль ил. Аҡса берәмеге — румын леяһы (2019 йылдың 10 ғинуарына курсы — 1 АҠШ долларына 4,05 лея, бер йылға (365 көн) яңы румын лейҙарҙа 1 американ долларының хаҡы RON 3,88-ҙән 4,05-ға тиклем +0,19 lei-ға артҡан[1]).).

Румыния 1859 йылда Молдавия һәм Валахия кенәзлектәренең берләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Берләштерелгән кенәзлек — артабан яңы Румыния дәүләте 1877 йылдың 21 майында иғлан ителә.

2007 йылдың 1 ғинуарынан — Евросоюз һәм 2004 йылдың 29 мартынан НАТО ағзаһы.

ЭтимологияһыҮҙгәртергә

Илдең атамаһы лат. romanus «рим»[2][3] һүҙенән килеп сыҡҡан һәм һүҙмә-һүҙ «Римляндар иле» тип аңлатыла.

Физик-географик характеристикаһыҮҙгәртергә

Географик урыныҮҙгәртергә

 
Румыния картаһы

Румыния 238 391 км² майҙанды биләй һәм территорияһы буйынса Көньяҡ-Көнсығыш Европаның иң ҙур иле булып тора һәм бөтә Европала территорияһы буйынса 12-се урын биләй. Ил 43° һәм 49° төньяҡ киңлеге, 20° һәм 30° көнсығыш оҙайлығы араһында урынлашҡан..

Румыния территорияһы өсөн таулы, ҡалҡыулы һәм тигеҙ урындарҙың яҡынса тура килеүе хас. Илдең бөтә территорияһы аша, Украина сигенән Сербия сигенә тиклем, айырыуса Румыния үҙәгендә урынлашҡан 14 тау һырты менән Карпат үтә. Румынияның иң юғары нөктәһе — Молдовяну тауы (2544 м). Файҙалы ҡаҙылмалар араһында нефть һәм полиметалл мәғдәндәре айырыуса билдәле.

Илдең көньяҡ-көнсығышы Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән туҡлана, унда Румыния хәрби-диңгеҙ флотының эре порт һәм диңгеҙ базалары урынлаша. Порттар илдең эске райондары менән шоссе һәм тимер юлдары менән бәйләнә.

Диңгеҙгә сығыу юлы булыуы Наличие выхода к морю делает выгодной международную морскую торговлю со странами Европа, Азия һәм Төньяҡ Африка илдәре менән диңгеҙ сауҙаһын бик табышлы итә. Гибралтар боғаҙы аша — Атлантик океанға, Суэцк каналы аша Һиндостан океанға һәм Тымыҡ океанға сығып була.

КлиматыҮҙгәртергә

Румыния һыуыҡ ҡыштар һәм йылы йәйҙәр менән ҡылыҡһырланған континенталь климаты зонаһында урынлашҡан. Уртаса йыл температураһы — көньяҡта 11 °C һәм юғарыраҡ, төньяҡта 8 °C тиклем.

Болгария һәм Венгрия менән сиктәш булған Румыния төбәктәре — донъяла иң уңдырышлыларҙан, әммә уларҙың бөтәһендә лә йәшәү кимәленең һәм халыҡ һаны күрһәткестәренең түбәнәйәүе күҙәтелә. Румынияла, бөтә Көнсығыш Европала кеүек, ауыл халҡы һаны ҡала менән сағыштырмаса тиҙерәк арта, шул уҡ ваҡытта Балкандағы яртылаш күсмә тормош алып барған халыҡ иҫәпкә алынмай, тигән раҫланмаған фекер йәшәй. Яҙ һалҡын төндәр һәм йылы көндәр менән ҡылыҡһырлана. Ҡағиҙә булараҡ, йәй йылы, уртаса максималь температураһы Бухарестта йәйгеһен 28 °C тәшкил итә, уртаса минималь — 16 °C. Ҡыштар һыуыҡ: уртаса максималь температураһы тигеҙлектәрҙә 2 °C-тан тауҙарҙа −15 °C тиклем тирбәлә. Абсолют максимум — 44,5 °C — 1951 йылда, ә абсолют минимум − 38,5 °C — 1942 йылда теркәлә.

Уртаса йылына 750 мм яуым төшә, уларҙың күпселек өлөшө йәйгә тура килә. Ошо уҡ ваҡытта төрлө райондар араһында байтаҡ айырмалар күҙәтелә — тауҙарҙа йылына 1500 мм-ға тиклем яуым тиклем төшә, көньяҡта һәм Бухарест тирәһендәге үҙәктә — яҡынса 600 мм[4], Дунай дельтаһында — яҡынса370 мм.

Тирә-яҡ мөхитҮҙгәртергә

Урмандар ил территорияһының 19 % биләй, шул уҡ ваҡытта Румыния Европа илдәре араһында урмандарға ҡарата иң һаҡсыл илдәрҙән һанала. Урмандарҙа күп һанлы ҡыр хайуандары көн күрә, улар араһында айыуҙар, бүреләр һәм башҡа хайуандар; тигеҙлектәрҙә — төлкөләр, ҡуяндар, тейендәр һәм бурһыҡтар. Ил территорияһында эндемик һөтимәрҙәр (улар араһында айырыуса билдәлелек яулаған карпат тау кәзәһе), ҡоштар һәм рептилийҙар табылған[5]. Румыния фаунаһы состоит из 33792 хайуан төрөнән тора, улар араһында 33085 умыртҡаһыҙ һәм 707 умыртҡалы хайуан.

ТарихыҮҙгәртергә

Иң боронғо тарихы һәм антиклыҡҮҙгәртергә

Хәҙерге Румыния территорияһында яҡынса 42 мең йыл элекке дата менән билдәләнгән Кроманьонец ҡалдыҡтары ([[Пештера-ку-Оасе) табылған. Яҡынса 4 мең йыл элек неолитик мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Бронза быуат дәүерендә б.э.т. 1800—1000 йылдарҙа дактарҙың фракий-[[фригий ҡәбиләләре барлыҡҡа килә. Б.э.т. VII быуатта Румынияның хәҙерге Ҡара диңгеҙе буйы территорияһында (Бәләкәй Скифия) грек колониялары барлыҡҡа килә. Б.э.т. III быуатта дактар дәүләттәре барлыҡҡа килеүе билдәле. Б.э.т. I быуаттың аҙағында — II быуаттың башында Дакия римляндар тарафынан яулап алына, бында алтын сығарыу һәм колонистар күсенеүе күҙәтелә. Ошо ваҡытта романлашыу һәм балкан латынь яҙмаһы барлыҡҡа килә.

270-сы йылдарҙа ихтилалдарҙан һуң римляндар Дунай аръяғына сигенергә мәжбүр була.. «Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе» осоронда Дакия готтарҙың, вандалдарҙың, гундарҙың күсеп йөрөгән ҡәбиләләр тарафынан талана. VI быуатта хәҙерге Румыния территорияһына славяндар күсенә башлай.

Урта быуатҮҙгәртергә

 
Влад Дра́кула (Влад III Цепеш)

Урта быуаттарҙа румындарҙың ата-бабалары 3 кенәзлек территорияһында йәшәйҙәр: Валахия, Молдавия һәм Трансильвания.

XI быуаттан алып Трансильвания обладала автономией в составе Венгрия короллеге составында автономияға эйә була , ә XVI быуатта бойондороҡһоҙлоҡто яулай һәм ошо статусты 1711 йыоға тиклем һаҡлап килә. 1526 йылда в ходе Мохач янындағы алыш барышында Венгрия ғәскәрҙәре тар-мар ителә, һәм Валахия, Молдавия һәм Трансильвания Ғосман империяһы вассаллығына эләгәләр, ошо уҡ ваҡытта улар эске автономияһын XIX быуаттың яртыһына тиклем һаҡлайҙар. Әлеге осор өсөн феодаль системаһының яйлап юҡҡа сыуығы хас. Был осорҙа территориялар хакимдары араһында Молдавияла Стефан III Бөйөк, Василий Лупу һәм Дмитрий Кантемир; Валахияла Матей Басараб, Влад III Цепеш (Дракула) һәм Константин Брынковяну; Трансильванияла Янош Хуньяди һәм Габор Бетлен айырыуса билдәле булалар.

1600 йылда Валахия, Молдавия һәм Трансильвания Михай Ҡыйыу хакимлығы аҫтында берләштерелә, әммә 1601 йылда Михай үлтерелә, һәм Валахияла һәм Молдавияла реаль власть Ғосман империяһы яҡлы баярҙарҙа була. XVII быуат тулыһынса баярҙарҙың тарҡаулығы һәм үҙ-ара талаш менән ҡылыҡһырлана.

 
Трансильвания кенәзлеге, 1818

XVIII быуат башында Рәсәй менән берлектә Валахия һәм Молдавия хакимдары ғосман хакимлығынан ҡотолорға маташалар, әммә Валихия господары Константин Брянковянуның хыянаты арҡаһында Пётр I-нең Прут походы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана, һәм Ғосман империяһы тарафынан территорияларҙың иҙелеүе көсәйә генә.

Румын дәүләтеҮҙгәртергә

Румыния дәүләтен булдырыуҙың тарихи процесы Ғосман империяһының вассал ерҙәрендә башлана: 1859 йылда Валахия һәм Молдавияның берләштерелгән кенәзлегендә Александр Куза үҙен илдең кенәзе (господары) тип иғлан итә. Ультраконсерватив партияһы ағзалары араһында крәҫтиәндәрҙе азат итеү һәм реформаларҙың башҡа проекттары кенәзгә ҡаршы көслө ҡаршылашыу тыуҙыра. Үҙ сиратында Һарай түңкәрелешенә алып килгән Пруссия һәм Ғосман империяһы яҡлы баярҙарҙың господарға ҡаршы заговор һөҙөмтәһендә[6],[7], Куза тәхеттән төшөрөлә, ә тәхет Гогенцоллер — Кароль нәҫеленән Пруссияның ҡуйылған кешеһенә (ставленник) күсә[8] (Карл Гогенцоллерн-Зигмаринген). Хәҙерге румын дәүләтенең тағы ла бер өлкәһе — Трансильвания — ул ваҡытта Австро-Венгрия составында була.

Молдавия һәм Валахияның берләштерелгән кенәзлеге бойондороҡһоҙлоғо тәүге тапҡыр 1877 йылдың 21 майында (9 май) иғлан ителә һәм әлеге ерҙәр «Румыния кенәзлеге» тип иғлан ителә. Румыния кенәзлеге урыҫ-төрөк һуғышы башланыуына бәйле барлыҡҡа килә; ошо һуғышта ҡатнашып, Румыния, Берлин килешеүенә ярашлы, төньяҡ Добруджаны һәм Констанцияны ала. Ә Рәсәй — Бессарабияның көньяҡ райондарын (Буджак). Бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ Румыния Сан-Стефан һәм Берлин килешеүҙәрендә таныла. 1878—1914 йылдар осоро тотороҡлоҡ менән айырыла. 1881 йылда Берләштерелгән кенәзлек нигеҙендә Кароль Ш етәкселегендәге Румыния короллеге булдырыла.

Беренсе донъя һуғышыҮҙгәртергә

Ҡалып:Төп мәҡәлә: Румын кампанияһы (1916—1917)

Беренсе донъя һуғышы осоронда Румыния башта нейтралитет һаҡлай ине, һуңынан 1916 йылдың 28 авгусында рус армияһы йоғонтоһо арҡаһында Антанта яғында сығыш яһай. 1916 йылдың 15 (28) авгусында румын ғәскәрҙәре Трансильванияға инә. Баштараҡ Румыния өсөн һөжүмдәр уңышлы үтә, әммә тиҙҙән тыл тәьминәте менән проблемалар башлана, ә немец ғәскәрҙәрен Көнбайыш фронтынан бында күсергәндән һуң хәлдәр бик ныҡ мөшкөлләнә. Үҙәк державалар ғәскәрҙәре бик тиҙ Добруджаны һәм бөтә Валахияны тар-мар итә, шул иҫәптән Бухарестты. Король ғаиләһе, хөкүмәт һәм парламент Яссыға күсенә. Армия һәм граждан халыҡтың күпселек өлөшө Молдоваға сигенә.

Румынияны бөтөнләй юҡҡа сығарыуҙан Рәсәй империяһы ҡотҡара, уға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Көнсығыш фронтын Ҡара диңгеҙгә тиклем киңәйтә һәм армия бүлеп бирә. Румын участкаһындағы әүҙем хәрби ғәмәлдәр 1917 йылдың йәйендә генә тергеҙелә, румын армияһы дошмандан Молдованың көньяҡ-көнбайышында ҙур булмаған территорияны тартып алыуға өлгәшә, әммә Рәсәйҙәге 1917 йылғы революцион ваҡиғалар арҡаһында урыҫ частары йыш ҡына һуғыштан баш тарта. Үҙәк державалар ғәскәрҙәре румын юрисдикцияһы аҫтында булған Молдова территорияһын тулыһынса тиерлек ҡамауға алалар һәм артабан Румынияны ла юҡҡа сығарыу менән янайҙар.

Ике донъя һуғыштары араһындаҮҙгәртергә

Беренсе донъя һуғышынан һуң илдә парламент демократияһы иғлан ителә.

 
Румыния короле Михай l һүрәте төшөрөлгән марка

1938 йылдың апрелендә парламент тарҡатыла һәм король диктатураһы урынлаштырыла. 1940 йылдың июнь айы аҙағында — июль башында совет ғәскәрҙәре, Молотов-Риббентроп пактына ярашлы, Бессарабияны Һәм Төньяҡ Буковинаны яулап алалар. 1940 йылдың 30 авгусында Германия һәм Италия үткәргән Икенсе Вена арбитражы ҡарары буйынса, Румыния Венгрияға Төньяк Трансильванияны тапшыра. Трансильвания румындарҙа ҡала.

7 сентября 1940 йылдың 7 сентябрендә Румыния уступила Болгарияға Көньяҡ Добруджа төбәген бирә, һәм ике ил яңы сиктәргә яҡын территорияларҙағы халыҡтар менән алмашырға ризалашалар. Алмашыу Крайов солох килешеүе һөҙөмтәһе буйынса башҡарыла.

Икенсе донъя һуғышыҮҙгәртергә

 
Румыния 1941 йылда

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Румыния нацистик Германияның союздашы була. Румын ғәскәрҙәре СССР-ға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Румыния биләгән совет территорияларҙан өс яңы провинция булдырыла: Бессарабия, унда Молдавмя ССР-ының уң яҡ яр өлөшө инә, Измаил өлкәһе, Транснистрия, унда МССР-ҙың һул яҡ яр өлөшө һәм Одесса, Николаев һәм Винница өлөштәре инә, һәм Украин ССР-ының немецтар тарафынан оккупацияланған Черновцы өлкәһе территориялары ингән Буковина. 1944 йылға тиклем ил территорияһында вермахтың сикләнгән хәрби контингент тора. Һауаға ҡаршы оборона немец частары Плоешти төбәген Гитлерға ҡаршы коалицияның авиация һөжүменән нефть яландарын һаҡлау маҡсатында көслө ПВО системаһын булдыра.

Плоешти төбәге бөтә һуғыш дауамында Өсөнсө рейх иҡтисады өсөн нефть менән тәьмин итеүҙә төп тәьмин итеүсе була һәм бер нисә тапҡыр Гитлерға ҡаршы коалиция союздаштарының һауа һөжүменә һәм совет Хәрби-Диңгеҙ Флотының хәрби караптарының утына дусар була. 1944 йылдың авгусында король Михай I, фашистарға ҡаршы оппозиция менән берләшеп, Антонескуны һәм немецтар яҡлы булған офицерҙарҙы ҡулға алырға бойора һәм Германияға һуғыш иғлан итә. Бынан һуң Бухарестҡа совет ғәскәрҙәре индерелә, һәм союздаш румын армияһы Совет армияһы менән берлектә Венгрия, ә һуңынан Австрия территорияларында һуғыша.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Румыния СССР йоғонтоһо сфераһына эәләгә, илдә совет закондар сығарыу системаһы булдырыла, әммә урындағы власть органдарына һайлау ваҡытында контроль аҫтындағы демократия рөхсәт ителә.

 
Румын короллегенең административ картаһы, 1930 йыл

1918 йылдың көҙөндә Антантаның Көнбайыш фронтындағы һәм Балкандағы уңыштары көстәр ҡуйылышын үҙгәртеүгә килтерә һәм Румыния ҡабаттан һуғышҡа инергә форсат ала. Һуғыш һөҙөмтәһендә Румыния Трансильванияны һәм элек Рәсәйҙең губернаһы булған Бессарабияны үҙенә ҡушып ала. 1917 йылда Сфа́тул Цэ́рий (рум. Sfatul Ţării «Совет края, Совет страны») — Бессарабиялағы Румыния яҡлы дәүләт власы (элек Молдавия кенәзлеге өлөшө) — Молдавия Халыҡ Республикаһын иғлан итә, ә 1918 йылдың 27 мартынан — Молдавия Демократик Республикаһын, һәм Бессарабияның Румынияға ҡушылыуын таный.

Һуғыштан һуңғы осорҮҙгәртергә

Румыния менән тыныслыҡ тураһында килешеүҙәргә 1947 йылда СССР, Бөйөк Британия, АҠШ, Австралия, БССР, Чехословакия, Һиндостан, Яңы Зеландия, УССР, Көньяҡ Африка берлеге, шулай уҡ Канада илдәре етәкселәре ҡул ҡуялар. Килешеүҙәр буйынса Румынияның сиктәре 1938 йылдың 1 ғинуарына ҡарата (1938 һәм 1940 йылдарҙағы Вена арбитраждары ғәмәлдән сығарылған тип иғлан ителә) билдәләнә; Румыния сиктәре 1941 йылдың 1 ғинуарына ҡарата билдәләнә, румын-венгр сигенән башҡа, ул 1938 йылдың 1 ғинуарына ҡарата таргеҙелә (был сик буйы 1940 йылғы Вера арбитражы ҡарарына ярашлы үҙгәртелә).

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

СсылкиҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Динамика курса румынского лея
  2. Никонов В. А. Краткий топонимический словарь. — М.: Мысль, 1966. — С. 360.
  3. Поспелов Е. М. Географические названия мира: топонимический словарь. — М.: Русские словари: Астрель, АСТ, 2002. — С. 358.
  4. The 2004 Yearbook  (рум.) (PDF). Romanian National Institute of Statistics. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 31 август 2008 тикшерелгән.
  5. EarthTrends:Biodiversity and Protected Areas -Romania (PDF). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 10 ғинуар 2008 тикшерелгән.
  6. Н. Н. Морозов Гогенцоллерны в Румынии // Новая и новейшая история. — 1995. — № 1.
  7. Очерки политической истории Румынии 1859-1944 — Кишинёв, 1985. — Б. 30—35.
  8. Stoica, Vasile The Roumanian Question: The Roumanians and their Lands — Pittsburgh: Pittsburgh Printing Company, 1919. — Б. 70.